Кондратьев Виктор Николаевич
Кондратьев Виктор Николаевич (1 февраль 1902 йыл, Рыбинск[5] — 22 февраль 1979 йыл, Әстерхан өлкәһе) — СССР физигы һәм физик-химигы, элементар процестар, химик кинетика, матдә төҙөлөшө, молекуляр спектроскопия, фотохимия һәм химик физиканың, физик химияның башҡа бүлектәре өлкәһендәге белгес, физика-математика фәндәре докторы, педагог, профессор.
Кондратьев Виктор Николаевич | |
рус. Виктор Николаевич Кондратьев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 19 ғинуар (1 февраль) 1902 |
Тыуған урыны | Рыбинск, Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 22 февраль 1979[2] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Бугор[d], Сасыкольский сельсовет[d], Харабалинский район[d], Әстрәхән өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик, физико-химик, уҡытыусы, университет уҡытыусыһы, химик |
Эшмәкәрлек төрө | физика[3], физик химия[4][3], химия[3], молекулярная спектроскопия[d][3] һәм Фотохимия[3] |
Эш урыны | Институт химической физики имени Н. Н. Семёнова РАН[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты |
Ғилми исеме | список действительных членов АН СССР[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Кемдә уҡыған | Семёнов Николай Николаевич |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
СССР Фәндәр академияһы академигы (1953; 1943 йылдан ағза-корреспонденты). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1946). 1948 йылдан КПСС ағзаһы.
Балерина, СССР-ҙың халыҡ артисы Кондратьева Маринаның атаһы
Биографияһы
үҙгәртергәВиктор Николаевич Кондратьев 1902 йылдың 1 февралендә Ярославль губернаһының Рыбинск ҡалаһында сауҙагәр старообрядсы ғаиләһендә тыуа[6]. 1920 йылда ул Петроградта Беренсе политехник институтының физика-механика факультетына уҡырға инә, һәм икенсе курста, Ю.Б. Харитон һәм А.Ф. Вальтер менән Н.Н. Семёновтың саҡырыуы буйынса, А.Ф. Иоффе нигеҙ һалған һәм директоры булған Дәүләт физика-техник рентген институтындағы лабораторияла ғилми эш башлай. Институтты тамамлағандан һуң 1924 йылда дипломды яҡлай һәм тәүҙә ассистент, 1934 йылдан алып молекуляр спектроскопия һәм фотохимия кафедраһында профессор булып эшләй.
Төп фәнни эшмәкәрлеге 1931 йылда төҙөлгән СССР Фәндәр академияһының Химия физикаһы институты менән бәйле була, унда ул 1931 йылдан 1948 йылға тиклем элементар процестар лабораторияһын етәкләй, ә 1948 йылда ошо институттың директор урынбаҫары булып китә.
1943 йылда СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, ә 1953 йылда — мөхбир ағзаһы.
1979 йылдың 22 февралендә Әстерхан өлкәһенең Бугор ҡасабаһында балыҡ тотҡанда фажиғәле һәләк була. Кунцево зыяратында ерләнә.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
үҙгәртергә1923 йылда Семёнов лабораторияһында Дәүләт физика-техник рентген институтында Рәсәйҙә тәүге (һәм донъяла өсөнсө) масс-спектрометрия ҡулайламаһы төҙөлә, унда Кондратьев электрон һуғыу тәьҫирендә тоҙ молекулаларының ионлашыуын һәм диссоциацияһын өйрәнә.[7].
Иртә осор эштәре газ ялҡындарын спектроскопик тикшереүгә бәйле. Атап әйткәндә, ул тәүге тапҡыр гидроксил атомдарының водород ялҡынында концентрацияһын билдәләй. Был эксперименталь эштәр сылбырлы реакциялар теорияһының ҡайһы бер положениеларын тәүге раҫлаусы дәлилдәрҙең береһе була.
Айырыуса билдәле эштәре газ фазаһында химик үҙ-ара тәьҫир итешеүҙең ябай акттары барышы менән бәйле. Кондратьев һәм хеҙмәткәрҙәр тарафынан бергә бик күп мөһим химик реакцияларҙың кинетик константаһы ҡиммәттәре алына, был химик процестарҙың һан яғынан кинетик анализы үҫешенә этәргес бирә.
Бүләктәре
үҙгәртергә- ике Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945 йыл, 10 июнь)
- миҙалдар
- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — «Химик газ реакцияларын спектроскопик өйрәнеү» фундаменталь хеҙмәте өсөн
- Халыҡ-ара яныу институтының Бернард Льюистың алтын миҙалы (1966) — яныу өлкәһендәге мөһим тикшеренеүҙәре, бигерәк тә химик реакциялар спектроскопияһы һәм кинетикаһы өсөн[8]
- Хофманн иҫтәлекле миҙалы
Төп баҫмалары
үҙгәртергә- Кондратьев В. Н. Элементарные химические процессы. — Л.: ОНТИ. Химтеорет, 1936. — 147 с.
- Кондратьев В. Н. Свободный гидроксил. — М.: ГОНТИ, Ред. хим. лит., 1939. — 138 с.
- Кондратьев В. Н. Кинетика химических газовых реакций. — М.: Изд-во АН СССР, 1958. — 688 с.
- Кондратьев В. Н. Структура атомов и молекул. — М.: Гос. изд-во физ.-мат. лит., 1959. — 524 с.
- Кондратьев В. Н. Количественный аспект химической газофазной кинетики // Успехи химии. — 1965. — Т. 34. — № 12. — С. 2081—2097.
- Кондратьев В. Н., Никитин Е. Е. Кинетика и механизм газофазных реакций. — М.: Наука, 1974. — 558 с.
- Кондратьев В. Н. Количественная кинетика в современной химии // Кинетика и катализ. — 1977. — Т. 18. — № 5. — С. 1093—1097.
- Кондратьев В. Н., Никитин Е. Е. Химические процессы в газах. — М.: Наука, 1981. — 262 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кондратьев Виктор Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Czech National Name Authority Database as Linked Data, Báze národních jmenných autorit v podobě propojených dat
- ↑ Кондратьев Виктор Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Кондратьев Виктор Николаевич (1902-1979) . Ярославика. Дата обращения: 4 декабрь 2013. [yes Архивировано] 4 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ Дубовицкий Ф. И. К истории Института химической физики. — Черноголовка: Академия наук СССР. Отделение ордена Ленина Института химической физики АН СССР, 1988. — С. 5. — 172 с. — 100 экз.
- ↑ The Bernard Lewis Gold Medal . The Combustion Institute. Дата обращения: 8 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 12 декабрь 2013 года. 2013 йыл 12 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Горячева Р. И. Виктор Николаевич Кондратьев. Материалы к биобиблиографии ученых СССР: Серия химических наук (Том 33). — М.: Наука, 1964. — 49 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Виктор Николаевич Кондратьев на сайте энциклопедии «Кругосвет»
- Виктор Николаевич Кондратьев на сайте проекта «Деметра/Ярославика»
- Кондратьев Виктор Николаевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.