Кондакова Елена Владимировна

Кондакова Елена Владимировна (30 март 1957 йыл) — Рәсәй космонавы, сәйәси эшмәкәр.. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавы (1995)[2]. СССР һәм Рәсәй тарихында Валентина Терешкова (1963 йылда осош яһай) һәм Светлана Савицкаянан (1982 йылда осош яһай) ҡала өсөнсө, йыһанда оҙайлы осош яһаған беренсе ҡатын-ҡыҙ-космонавт.

Кондакова Елена Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (67 йәш)
Тыуған урыны Мытищи, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Валерий Викторович Рюмин[d]
Һөнәр төрө инженер, Космонавт, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Летал на Союз ТМ-20[d] һәм STS-84[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Время в космосе 256 961 Минут
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации III созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы медаль «За заслуги в освоении космоса» Лётчик-космонавт Российской Федерации медаль «За космический полёт»
 Кондакова Елена Владимировна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Елена Владимировна Кондакова 1957 йылдың 30 мартында РСФСР-ҙың Мәскәү өлкәһе Мытищи ҡалаһында тыуған.

1985 йылда күнекмәләр яһай һәм «Союз ТМ» карабын өйрәнә башлай. 1989 йылда СССР космонавтар отрядына ҡабул ителә.

Уның йыһанға беренсе осошо 1994 йылдың 4 октябрендә «Союз ТМ-20» экспедицияһы составында була, 1995 йылдың 22 мартында «Мир» орбиталь станцияһында 5 айлыҡ осоуҙан һуң Ергә ҡайта.

Елена Кондакованың икенсе осошо STS-84 экспедицияһы составында «Атлантис» америка карабында (ингл. Space Shuttle Atlantis) белгес сифатында, 1997 йылдың 15 майынан 24 майына тиклем, «Мир» орбиталь станцияһы менән алтынсы тоташыу программаһы буйынса үтә.

Статистика[3]
# Старт карабы Старт, UTC Экспедиция Ултырған карабы Ултыртыу, UTC Осош Асыҡ йыһанға сығыу Асыҡ йыһанда булыу ваҡыты
1 Союз ТМ-20 03.10.1994, 22:42 Союз ТМ-20, Мир-17 Союз ТМ-20 22.03.1995, 04:03 169 21 тәүлек сәғәт 05 минутта 0 0
1 Атлантис STS-84 15.05.1997, 08:07 Атлантис STS-84, Мир Атлантис STS-84 24.05.1997, 13:27 09 тәүлек 19 сәғәттә 05 минут 0 0
Тәүлегенә 10 сәғәт 41 минутта 178 0 0

1980 йылдан «Энергия» Фәнни производство берекмәһенең 113-сө бүлек инженеры булып эшләй (1994 йылдан — С. П. Королев исемендәге «Энергия» ракета-йыһан корпорацияһы), унда Баш идаралыҡ оператив төркөмө хеҙмәткәре була. Осоштарҙы оҙайлы планлаштырыу, персонал менән штаттан тыш хәлдәрҙә эшләү буйынса күнекмәләр үткәреү менән шөғөлләнә, ғилми проекттарҙы, эксперименттарҙы үткәреү өҫтөндә эшләй, тикшеренеү эштәре башҡара.

1989 — 1999 йылдарҙа «Энергия» Фәнни производство берекмәһе космонавтары отряды составында. 1999 йылдың 30 декабрендә Дәүләт Думаһына депутат булып һайланыу менән бәйле "Энергия"нан китә. 2012 йылдың 27 мартында Рәсәй Федерацияһының Швейцариялағы сауҙа вәкиле итеп тәғәйенләнә.

1999 йылдан 2003 йылға тиклем «Отечество — вся Россия» партияһынан Рәсәй Федерацияһы]] Дәүләт думаһына депутат. 2003—2011 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты.

2011 йылдың 16 авгусында Елена Кондакова, август айындағы партия эсендәге һайлауҙарҙың һөҙөмтәһе менән килешмәүе менән бәйле, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан сығыуы тураһында белдерә.

Людям выдавались листы с номерами людей, за которых было необходимо голосовать, при подсчете бюллетеней оказывалось, что их больше, чем людей на площадке.

Праймериз «Единой России» — экономически нецелесообразная игра в демократию.

Я осознаю, что мое заявление означает конец моей политической карьеры…

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы
  • Рәсәй Федерацияһы Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалы (10 апрель 1995 йыл)
  • «Йыһанды үҙләштереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (12 апрель 2011 йыл) — йыһан киңлектәрен тикшереү, үҙләштереү һәм ҡулланыу өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[4]
  • «Йыһанға осош өсөн» NASA миҙалы (NASA Space Flight Medal)).

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • ире — Валерий Викторович Рюмин — космонавт, «Энергия» ракета-йыһан корпорацияһы етәкселәренең береһе
  • ҡыҙы — Рюмина Евгения Валерьевна — 1986 йылдың ғинуарында тыуған[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Jelena Wladimirowna Kondakowa // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  2. Кондакова Елена Владимировна // Авиационная энциклопедия в лицах. — Москва: Барс, 2007. — С. 316. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. Statistics - Kondakova Yelena Vladimirovna (ингл.). spacefacts.de. Дата обращения: 27 май 2018.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 12 апреля 2011 года № 436 «О награждении медалью „За заслуги в освоении космоса“»
  5. Елена Владимировна Кондакова на сайте «Космической энциклопедии ASTROnote»

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • И. А. Маринин, С. Х. Шамсутдинов, А. В. Глушко (составители). Советские и российские космонавты. 1960—2000 / Под редакцией Ю. М. Батурина. — М.: ООО Информационно-издательский дом «Новости космонавтики», 2001. — ISBN 5-93345-003-0.

Һылтанмалар үҙгәртергә