Савицкая Светлана Евгеньевна

совет космонавты, летчик-һынаусы, педагог.

Светлана Савицкая Евгеньевна (8 август 1948 йыл) — СССР космонавы, лётчик-һынаусы, педагог.

  • Валентина Терешкованан һуң донъяла икенсе ҡатын-ҡыҙ космонавт.
  • Донъяла асыҡ йыһанға сығыусы беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт.
  • Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1982, 1984).
  • СССР-ҙың лётчик-космонавы (1982).
  • СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970). 1975 йылдан КПСС ағзаһы.
  • Техник фәндәр кандидаты.
  • СССР Юғары Советы депутаты (1989—1991).
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһының II, III, IV, V, VI, VII саҡырылыш депутаты КПРФ (1996 йыл.)
  • Ике тапҡыр «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ[3].
Савицкая Светлана Евгеньевна
рус. Светла́на Сави́цкая
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Евгеньевна[d]
Тыуған көнө 8 август 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (75 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[1]
Атаһы Савицкий Евгений Яковлевич
Һөнәр төрө лётчик, Космонавт, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр, яҙыусы, сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, летчик-һынаусы, университет уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эш урыны Мәскәү авиация институты
СССР Юғары Советы
Дәүләт думаһы
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү авиация институты
Калужское авиационное летно-техническое училище[d]
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Летал на Союз Т-7[d][2], Союз Т-12[d][2] һәм Союз Т-5[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Время в космосе 28 386 Минут
Хәрби звание Майор һәм полковник[d]
Ойошма ағзаһы Académie de l'air et de l'espace[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации III созыва[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации II созыва[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VIII созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Савицкая Светлана Евгеньевна Викимилектә
Владимир Джанибеков, Светлана Савицкая һәм Игорь Волк («Союз Т-12») СССР почта маркаһы, (1985)

Биографияһы

үҙгәртергә

1948 йылдың 8 авгусында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Атаһы — совет осоусыһы һәм хәрби эшмәкәре, авиация маршалы Савицкий Евгений Яковлевич[4]. Әсәһе — Павловна Лидия Савицкая, Бөйөк Ватан һуғышында атаһы етәкселек иткән корпуста хеҙмәт иткән була. Аҙаҡтан мәктәптә уҡытыусы булып эшләй[5].

Ҡарауһыҙ үҫкән атаһы, ҡыҙын ғәҙәти булмаған ҡарашта тәрбиәләй. Уға тулы ирек бирә. Светлана мәктәпкә факультатив дәрестәргә генә килә. Шул уҡ ваҡытта «бик яҡшы»ға ғына уҡый. Күкте лә һөнәр итеп үҙе һайлай[6].

1966 йылда, Мәскәүҙең 637 мәктәбен тамамлай (хәҙер «Советтар Союзы Флоты адмиралы Н. Г. Кузнецов исемендәге 1465 мәктәп»).

Мәскәү авиация институтына (МАИ) уҡырға инә һәм 1972 йылда тамамлай. Шул уҡ ваҡытта Калуга авиация осоу-техник училищеһында ла уҡый. Уны 1971 йылда тамамлап, «лётчик-инструктор» квалификацияһын ала.

Светлана Савицкая 1969−1977 йылдарҙа СССР пилотаж спорт буйынса йыйылма командаһы составында була.

1970 йылда поршенлы самолеттарҙа пилотаж спорт буйынса Бөйөк Британияла донъя беренселеген яулай.

Стратосферанан күмәкләп һикереү буйынса парашют спортында өс донъя рекордын ҡуя. 18 спорт рекордын реактив самолеттан һикергәндә күрһәтә. 1970 йылда СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры исеменә лайыҡ була[7].

Институтын тамамлағандан һуң лётчик-инструктор булып эшләй. Летчик-һынаусылар мәктәбендә уҡый.

1976 йылда «Взлет» Ғилми-етештереү берекмәһендә (Научно-производственное объединение) лётчик-һынаусы булып эшләй башлаған. «МиГ-21», «МиГ-25», «Су-7», «Ил-18», «Ил-28» самолеттарында осоштар башҡарған.

1975—1978 йылдарҙа МиГ- 25ПУ-ла осоу тиҙлеге һәм бейеклеге буйынса 4 ҡатын-ҡыҙҙар рекордтын ҡуя[8]:

  • тиҙлекбуйынса донъя рекорды (2683,44 км/сәғәт, 22 июнь, 1975);
  • осоу бейеклеге рекорды (21209,9 м, 31 август, 1977);
  • 500 км арауыҡта тиҙлек рекорды (2466,1 км/сәғ, 21 октябрь, 1977);
  • 1000 км-лы ябыҡ маршрутта тиҙлек рекорды (2333 км/сәғ, 1978 йыл, 12 апрель).

1978 йылдың майынан 1981 йылдың июненә тиклем Мәскәү машиналар эшләү заводы "Тиҙлек"тең А. С. Яковлев исемендәге констркуторҙар бюроһында осоусы-һынаусы булып эшләй.

1980 йылдың авгусында лётчик-космонавтар отрядына йүнәлтмә ала. 1981 йылдың июнь айында ММЗ "Тиҙлек"тән (Мәскәү машиналар төҙөү заводы) космонавт-тикшереүсе булып тәғәйенләнә.

 
Орбиталь станцияһы экипажы «Салют-7»: Л. И. Попов,
С. Е. Савицкая, А. А. Серебро

1982 йылда космонавт-тикшереүсе булып «Союз Т-5», «Союз Т-7» корабтарында һәм «Салют-7» орбиталь станцияһында осош яһай.

1984 йылда бортинженер булып «Союз Т-12» кораблендә һәм «Салют-7» орбиталь станцияһында осош яһай. Асыҡ йыһанға беренсе булып сығыусы ҡатын-ҡыҙ була.

1993 йылдың октябренән майор званиеһында пенсияға сығыу сәбәпле космонавтар отрядынан китә.

1993 йылдан алып Мәскәү авиация институтында уҡыта. Доцент, техник фәндәр кандидаты[9].

2014 йылдың 7 февралендә Сочиҙа Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Сергей Крикалев[10] етәкселегендә Советтар Союзы һәм Рәсәй космонавтары төркөмө менән Рәсәй Федерацияһы флагын күтәреү хөрмәтенә лайыҡ була.

  • Ире — Хатковский Виктор Станиславович (1944), лётчик, Ильюшин исемендәге Мәскәү машиналар төҙөү заводында инженер-конструктор.
    • Улы — Хатковский Константин Викторович (07.11.1986).

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Наградалары

үҙгәртергә
 
Награждение Орденом «За заслуги перед Отечеством» IV степени.
31 июля 2014 года
  • Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1982, 1984), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме алған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ;
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн iv дәрәжә» ордены (орден «За заслуги перед Отечеством» IV степени, 25 март 2014 йыл) — йыһанды үҙләштереүҙәге ҡаҙаныштарына, гуманитар өлкәлә, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, әүҙем закондар сығарыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[11];
  • ике Ленин ордены (1982, 1984);
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976);
  • «Йыһанды үҙләштереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2011 йылдың 12 апрелендә) — тикшеренеү өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн, йыһан киңлектәрен үҙләштереү һәм ҡулланыу, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте;
  • Халыҡ-ара аэронавтика федерацияһының 18 дипломы һәм алтын миҙал;
  • 16 СССР алтын спорт миҙалы;
  • асыҡ йыһанда ҡатын-ҡыҙ донъя рекордын ҡуйған өсөн махсус миҙал;
  • Ике бәләкәй планетаға (астероидҡа) Светлана Савицкая исеме бирелгән: № 4118 (Света) һәм № 4303 (Савицкая).

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • СССР лётчик-космонавты (1982).
  • СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970).
  • Мәскәү ҡалаһы Останкинский районының хөрмәтле кешеһе (2008).

Библиография

үҙгәртергә
  • Савицкая, Светлана. Вчера и всегда. — М. : Издательство Агентства печати Новости, 1988. — 448 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-7020-0035-8.
  • Салют-7. История одного подвига.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Савицкая Светлана Евгеньевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 http://www.spacefacts.de/english/e_first.htm
  3. Первая женщина в открытом космосе. Светлана Савицкая 25 лет спустя. РИА Новости (24 июль 2009). Дата обращения: 15 апрель 2017.
  4. Савицкий Евгений Яковлевич.
  5. Верую (Москва). Беседа с дважды Героем Советского Союза, космонавтом Светланой Евгеньевной Савицкой. Tv-soyuz.ru (14 апрель 2015). Дата обращения: 27 сентябрь 2015. 2018 йыл 19 апрель архивланған.
  6. Светлана Савицкая. Покорительница открытого космоса. Женщины в науке (2014). Дата обращения: 15 апрель 2017.
  7. Савицкая Светлана Евгеньевна. Энциклопедия испытателей. Дата обращения: 27 сентябрь 2015.
  8. Рекорды МиГ-25 (Е-133, Е-266, Е-266М).
  9. Биография Светланы Савицкой. РИА Новости (25 июль 2014). Дата обращения: 27 сентябрь 2015.
  10. В Сочи началась церемония открытия XXII зимних Олимпийских игр
  11. Указ Президента Российской Федерации от 25 марта 2014 года № 176 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йыл 26 март архивланған..