Ковалёв Сергей Никитич
Ковалев Сергей Никитич (15 август 1919, Петроград[2]) — 24 февраль 2010, Санкт-Петербург — стратегик тәғәйенләнештәге совет атом һыу аҫты крейсерҙарының генераль конструкторы[3].
Ковалёв Сергей Никитич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 август 1919[1] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 24 февраль 2011[1] (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Красненькое зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | корабел, инженер, инженер-конструктор |
Эшмәкәрлек төрө | инженер-конструктор[d] һәм атомная подводная лодка[d] |
Эш урыны | Рубин (конструкторлыҡ бюроһы) |
Уҡыу йорто |
Санкт-Петербург дәүләт диңгеҙ техник университеты[d] Национальный университет кораблестроения имени адмирала Макарова[d] |
Ғилми исеме | РФА академигы[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ковалёв Сергей Никитич Викимилектә |
Сергей НИкитич Ковалев ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1963, 1974) Ленин премияһы (1965) һәм СССР, РФ Дәүләт премияһы (1978, 2007) лауреаты, дүрт тапҡыр Ленин ордены (1963, 1970, 1974, 1984), Октябрь Революцияһы ордены (1979) кавалеры, Рәсәй Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1991, СССР Фәндәр академияһы — 1981), техник фәндәре докторы.
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Никитич Ковалёв 1919 йылдың 15 авгусында Петроградта диңгеҙ офицеры Никита Назарович Ковалев һәм уның ҡатыны Анастасия Ивановна ғаиләһендә тыуа.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, 1937—1942 йылдаррҙа Ленинград караптар төҙөү институтында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакуацияла булып, уҡыуҙы Николаев караптар төҙөү институтында тамамлай.
1943 йылда институтты тамамлағандан һуң, 18 -се Үҙәк конструкторлыҡ бюроһына эшкә ебәрелә (хәҙер «Рубин» диңгеҙ техникаһының Үҙәк конструкторлыҡ бюроһы). 1948 йылда 1948 йылда Махсус конструкторҙар бюроһына (143) баш конструктор ярҙамсыһы вазифаһына күсерелә. 1954 йылдан 617-се проекттың пар-газ-турбиналы кәмәһенең баш конструкторы була[4].
1958 йылдан 658, 658М, 667А, 667Б, 667БД, 667БДР, 667БДР, 667БДР һәм 941 проекттарының стратегик тәғәйенләнештәге атом һыу аҫты кәмәләре һәм һыу аҫты крейсерҙарының баш (һуңынан Генераль) конструкторы була. «Севмаш»та уның проекттары буйынса 73 һыу аҫты кәмәһе төҙөлә[5] Дөйөм алғанда, Ковалевтың һигеҙ проекты буйынса 92 һыу аҫты кәмәһе төҙөлә[6].
Сергей Никитич 90 йәшенә тиклем конструкторҙар бюроһына эш башына килә һәм эш көнө тамамланғас сығып китә.
Сергей Никитич Ковалёв Санкт-Петербургта 92-се йәшендә вафат була. 2011 йылдың 24 февралендә ул үҙен насар тоя башлай. Туғандары «Ашығыс ярҙам» саҡырта, ул дауаханаға илткән юлда вафат була[7].
Беренсе мартта «Рубин» диңгеҙ техникаһының үҙәк конструкторҙар бюроһында һәм Николай соборында йыназа уҡыу ойошторола. Ковалёв Санкт-Петербургтағы Красненькое зыяратында ерләнә.
Бүләктәре
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы — ике тапҡыр:
- 1963 — СССР Юғары Советы Президиумының 1968 йылдың 28 апрелендәге Указы менән «ракета ҡоралының яңы типтарын, шулай уҡ атом һыу аҫты кәмәләрен һәм был ҡорал менән йыһазландырылған һыу өҫтө караптарын эшләү һәм етештереү, Хәрби-диңгеҙ флоты караптарын яңынан ҡоралландырыу эшендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн», Ленин ордены, Ураҡ һәм Сүкеш алтын миҙалы тапшырылыу менән, («баҫтырып сығарыуға тейш түгел тигән билдәл менән»)[8][9].
- 1974
- 7 июль 2003 йыл — Северодвинсктың Почетлы гражданы
Миҙалдар һәм ордендар
үҙгәртергә- 1963, 1970, 1974, 1984 — дүрт Ленин ордены
- 1978 — Октябрь Революцияһы ордены
- 1997 — В.Г. Шухов исемендәге алтын миҙал
- 2003 — «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» ордены
- 2009 — II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены[10].
Премиялары
үҙгәртергә- 1965 — Ленин премияһы — 658в проекты кәмәләрен төҙөү эштәре буйынса етәкселеге өсөн
- 1978 — СССР Дәүләт премияһы — 667БДР проекты караптарын төҙөү эштәре буйынса етәкселеге өсөн.
- 2004 — Санкт-Петербург Хөкүмәтенең А.Н. Крылов исемендәге премияһы — ватан суднолар төҙөүҙе үҫтереүгә һәм сәнәғәттең Рәсәй Фәндәр академияһы менән бәйләнештәрен нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн.
- 2006 — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — өс быуын атом һыу аҫты ракета йөрөтөүселәрен уйлап тапҡан, эшләгән һәм үҫтергән өсөн.
Дәртләндереү
үҙгәртергә- Һыу аҫты караптарын төҙөүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының (1999 йылдың 16 сентябре) Рәхмәт хаты[11].
Хәтер
үҙгәртергә- 1985 йылда Санкт-Петербургтағы Геройҙар аллеяһында Сергей Никитичҡа бюст ҡуйыла (скульпторы А. М. Игнатьев, архитектор В. И. Ковалева)[12].
- 2011 йылда Севмаш предприятиеһы яры буйына С.Н. Ковалев исеме бирелә[13].
- Северодвинскта «Йондоҙсоҡ» предприятиеһында Төньяҡ флот өсөн 20180ТВ проектының диңгеҙ ҡоралдары транспорты төҙөлгән[14].
- 2014 йылдың 15 авгусында Диңгеҙ техникаһының «Рубин» Үҙәк конструкторлыҡ бюроһы (ЦКБМТ) бинаһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета һыу аҫты крейсерҙары генераль конструкторы, академик Сергей Никитич Ковалёвҡа мемориаль таҡтаташ асыла
- 2017 йылдың мартында Советтар Союзы флоты адмиралы Н.Г.Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһында академик Сергей Ковалёвтың исемле аудиторияһы асыла һәм барельефлы иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[15].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Sergei Nikitich Kovalev // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Lenta.ru: Оружие: Умер конструктор российских атомных подлодок . Дата обращения: 25 февраль 2011. Архивировано 27 февраль 2011 года.
- ↑ Семёнов С. «Потаённые суда» академика Ковалёва (русский) // Морской сборник : журнал. — 1996. — Т. 1834. — № 09. — С. 27-28. — ISSN 0134-9236.
- ↑ Марушин, Владимир Академик, конструктор, живописец. «Военно-промышленный курьер» (март 2007). Дата обращения: 3 июнь 2008. Архивировано 29 февраль 2012 года. 2017 йыл 18 август архивланған.
- ↑ В ЧЕСТЬ ЮБИЛЯРА Архивная копия от 14 сентябрь 2014 на Wayback Machine, sevmash.ru, 2009-08-20
- ↑ Lenta.ru: Оружие: Умер конструктор российских атомных подлодок .
- ↑ Умер конструктор российских атомных подлодок .
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда работникам, особо отличившимся при создании новых кораблей с ракетным вооружением для Военно-Морского Флота» от 28 апреля 1963 года
- ↑ «За большие заслуги в деле создания и производства новых типов ракетного вооружения, а также атомных подводных лодок и надводных кораблей, оснащённых этим оружием, и перевооружения кораблей Военно-Морского Флота Президиум Верховного Совета СССР Указами от 28 апреля 1963 года присвоил звание Героя Социалистического Труда 36 ведущим конструкторам, учёным, инженерам и рабочим, наградил орденами и медалями СССР более 6 тысяч рабочих, конструкторов, учёных, руководящих, инженерно-технических работников и военнослужащих Военно-Морского Флота, а также наградил орденами СССР ряд научно-исследовательских институтов, конструкторских бюро и заводов», Ведомости Верховного Совета СССР, 1963, № 19, стр. 510
- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 1098 от 30 сентября 2009 года
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 16 сентября 1999 года № 346-рп «О поощрении Ковалёва С.Н.» Дата обращения: 6 октябрь 2019. Архивировано 6 октябрь 2019 года.
- ↑ Ковалёву С. Н., памятник . Энциклопедия Санкт-Петербурга. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 9 декабрь 2015 года.
- ↑ Увековечили имя Ковалёва . Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ "Академик Ковалёв" прибыл в Североморск . Дата обращения: 13 апрель 2022. Архивировано 14 апрель 2016 года.
- ↑ В Военно-морской академии в торжественной обстановке открыли именную аудиторию академика Сергея Ковалёва : Министерство обороны Российской Федерации . Дата обращения: 21 март 2017. Архивировано 21 март 2017 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ковалёв Сергей Никитич . «Герои страны» сайты.
- Профиль Сергея Никитича Ковалёва РФА рәсми сайтында
- Создатели оружия — Ковалёв Сергей Никитич 2016 йыл 4 март архивланған.
- С. Н. Ковалёв — мысли и фразы 2012 йыл 10 октябрь архивланған.
- Краткая биография С. Н. Ковалёва 2012 йыл 4 март архивланған.
- Подводные крейсера на конвейере
- Денис Нижегородцев. «Я познакомился с ним 60 лет назад» 2011 йыл 1 март архивланған.