Клещёв Георгий Васильевич
Клещёв Георгий Васильевич (2 апрель 1920 йыл — 23 декабрь 1989 йыл) ― физика-математика фәндәре докторы, профессор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия старшинаһы.
Клещёв Георгий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 2 апрель 1920 |
Тыуған урыны | Корчажка[d], Первомайский сельсовет[d], Силәбе өйәҙе, Силәбе губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 23 декабрь 1989 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Силәбе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | физик |
Эш урыны |
Волгоград дәүләт университеты Силәбе дәүләт педагогия университеты Силәбе дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Силәбе дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКлещёв Георгий Васильевич 1920 йылдың 2 апрелендә Силәбе губернаһы Силәбе өйәҙе Воскресенская улусының Корчажка ауылында (хәҙер ауыл Ҡурған өлкәһенең Мишкә районы Первомайский ауыл советына инә) тыуған.
1927 йылда ауылындағы мәктәптең беренсе синыфына уҡырға бара.
1941 йылда Урал политехник институтына уҡырға инә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылда фронтҡа китә, 1942 йылдың мартынан һуғышта ҡатнаша ( Орел-Курск дуғаһында, Днепр, Висла аша кисеү, Дрезден, Прага ҡалалары өсөн һуғышта), ике тапҡыр яралана. 869-сы истребитель-танкыға ҡаршы баш командование резервы полкының штабында өлкән писарь булып хеҙмәт итә, һуңынан 116-сы гаубица артиллерия емереү бригадаһының иҫәпләү командаһы начальнигы. ВЛКСМ ағзаһы, гвардия старшинаһы.
1951 йылда Силәбе педагогия институтының физика-математика факультетын «физика» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға .
1954 йылдан Силәбе педагогия институтының теоретик физика кафедраһында өлкән уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор (1974—76) булып эшләй. Георгий Васильевич етәкселегендә Силәбе педагогия институтынды электрон микроскопия һәм рентгеноструктура анализы лабораториялары булдырыла.
Физика кафедраһының (1976—79) ҡаты есемдәр физикаһы кафедраһы етәксеһе (1979—82)[1].
«Исследование структурных изменений при распаде пересыщенных твердых растворов AlZn и CuBe методом аномального рассеяния рентгеновских лучей» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы (А.И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институты, 1956 йыл) һәм тигән темаға докторлыҡ һәм «О последовательности и преемственности при распаде пересыщенного раствора в сплавах „AlZn и AlAg“» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (И.П. Бардин исемендәге Ҡара металлургия институты, 1972 йылда)[2].
Силәбе дәүләт университетында аспирантура асыуҙа ҡатнаша.
СССАР Фәндәр академияһы ҡаты есемдәр химияһының Силәбе бүлексәһе секцияһы рәйесе була, кристалдар үҫеше буйынса координация советы ағзаһы, Силәбе дәүләт педагогия институтының ғилми совет ағзаһы.
200-ҙән ашыу фәнни эш, өс уйлап сығарыу авторы. Профессор Г. Клещёв етәкселегендә докторлыҡ һәм 31 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана.
1982 йылдан Волгоград дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире булып эшләй. Һаулығының торошо буйынса 1984 йылда Силәбегә ҡайта.
1989 йылдың 23 декабрендә Силәбелә вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 6 ноябрь 1985 йыл[3]
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1944 йылдың 10 ғинуары[4], 1945 йылдың 30 апреле[5]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, 1943 йылдың 16 сентябре[6]
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡ айҡанлы», миҙалы, 1970 йыл
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 1945 йыл
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы, 1945 йыл
- Бөтә Союз химия йәмғиәте Д.И. Менделеевтың 3-сө премияһы лауреаты , 1972 йыл.
Хәтер
үҙгәртергәСиләбе дәүләт университетында Г.В. Клещёв исемендәге шәхси премия булдырылған, ул эксперименталь һәм ғәмәли фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегендә уңышҡа өлгәшкән студенттарға бирелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История лабораторий общего физического практикума ЧелГУ
- ↑ Клещёв Георгий Васильевич
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Клещёв Георгий Васильевич 2019 йыл 6 ғинуар архивланған.