Клеменс фон Меттерних

Кенәз Клеменс Венцель Лотар фон Ме́ттерних-Виннебург цу Бейльштейн (нем. Klemens Wenzel Lothar von Metternich-Winneburg zu Beilstein; 15 май 1773 йыл11 июнь 1859 йыл[2]) — Меттернихтар нәҫеленән Австрия дипломаты, 1809-1848 йылдарҙа — сит ил эштәре министры, 1815 йылғы Вена конгресының төп ойоштороусыһы. Наполеон һуғыштарынан һуң Европаның сәйәси яҡтан үҙгәртеп ҡороуы менән етәкселек иткән. Үҙенең сиктән тыш консерватив ҡараштары менән билдәле. Импер кенәзе (фюрст) һәм Порталл герцогы титулдары йөрөткән. Ҡиммәтле мемуарҙар авторы.

Клеменс Венцель Лотар
фон Ме́ттерних-Виннебург-Бейльштейн
нем. Klemens Wenzel Lothar
von Metternich-Winneburg-Beilstein
Клеменс Венцель Лотар фон Ме́ттерних-Виннебург-Бейльштейн
Флаг
Флаг
Австрия империяһы сит ил эштәре министры
8 октябрь 1809 — 13 март 1848
Алдан килеүсе: Иоганн Филипп фон Штадион
Дауамсы: Карл Людвиг фон Фикельмон
Флаг
Флаг
Австрия империяһы дәүләт канцлеры
25 май 1821 — 13 март 1848
Алдан килеүсе: Пост булдырылған
Дауамсы: юҡ
 
Дине: Католицизм
Тыуған: 15 май 1773({{padleft:1773|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Кобленц,
Трир архиепископствоһы,
Изге Рим империяһы
Үлгән: 14 февраль 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (85 йәш)
Вена, Австрия империяһы
Ерләнгән: Metternich tomb[d]
Династия: Меттернихи[d]
Атаһы: Франц Георг фон Меттерних[d]
Әсәһе: Maria Beatrix Gräfin von Kageneck[d][1]
Супруг: Мария Элеонора фон Кауниц-Ритберг[d], Maria Antonia, Countess of Beilstein[d] һәм Gräfin Melanie Zichy-Ferraris de Zich et Vásonykeö[d]
Балалары: Рихард Меттерних
Мелани фон Меттерних-Зиччи
Клементина Багратион (Екатерина Багратион ҡыҙы)
Белеме: Страсбургский университет[d]
Майнцский университет[d]
 
Автограф:
 
Наградалары:
Мария Терезия хәрби ордены
Мария Терезия хәрби ордены
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Бальи — Намыҫ һәм Тоғролоҡ Мальта орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Бальи — Намыҫ һәм Тоғролоҡ Мальта орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Ҡара бөркөт ордены
Ҡара бөркөт ордены
I дәрәжә Ҡыҙыл бөркөт ордены
I дәрәжә Ҡыҙыл бөркөт ордены
Орден «Pour le Mérite»
Орден «Pour le Mérite»
Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалеры Изге Рух ордены кавалеры
Изге Губерт ордены
Изге Губерт ордены
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Вюртемберг тажы орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Людвиг Гессенский ордены
Людвиг Гессенский ордены
Йәшел таж ордены
Йәшел таж ордены
I дәрәжә Саксен-Эрнестин йорто ордены
I дәрәжә Саксен-Эрнестин йорто ордены
Аҡ ыласын ордены
Аҡ ыласын ордены
Нидерланд арыҫлан орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Нидерланд арыҫлан орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Кавалер Большого креста ордена Золотого льва Нассау
Кавалер Большого креста ордена Золотого льва Нассау
Изге Иосиф орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Иосиф орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Фердинанд Ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Фердинанд Ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Серафимдар ордены кавалеры
Фил ордены
Фил ордены
Большой крест ордена Карлоса III
Христос орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Христос орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Кавалер Большого креста ордена Южного Креста
Ҡотҡарыусы ордены Ҙур тәреһенең кавалеры
Ҡотҡарыусы ордены Ҙур тәреһенең кавалеры
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге Александр Невский ордены
Изге Александр Невский ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены

Тәүге йылдары үҙгәртергә

Клеменс Меттерних 1773 йылдың 15 майында Кобленцта Франц Георг фон Меттерних ғаиләһендә тыуа. Йәшлеген үҙенең тыуған ҡалаһында үткәрә. Тирә-яҡ мөхит йоғонтоһо арҡаһында — милли ынтылыштар хаҡында бер ниндәй ҙә төшөнсәһе булмаған ваҡ Рейн дәүләттәре аристократияһы — Меттернихта тотанаҡлыҡ, әҙәплелек һәм кеше менән мөғәмәлә иткәндә ярамһаҡланыу менән бер рәттән тәрән эгоизм үҫеш ала.

1788 йылда Клеменс Страсбург университетына уҡырға инә, әммә 1790 йылда уҡ атаһы Леопольд II коронацияһында церемониймейстер сифатында ҡатнашыу өсөн уны Франкфуртҡа саҡырып ала.

Уның үҙ аллы тормошҡа инеүе баштан уҡ хаслыҡ тойғоһо кисергән осорға тура килә. Ул Страсбургтағы ихтилалдың шаһиты була һәм уның күргәндәре уға бик көслө тәьҫир итә. Майнцта бик күп француз эмигранттары йәшәй. Бында ул хоҡуҡ фәнен өйрәнеп бөтөү өсөн килгән була. Уның һүҙҙәре буйынса, улар менән аралашыу уны «иҫке режимдың хаталарын аңларға» өйрәткән, ваҡиғаларҙың даими үҙгәреп тороуы уға «милләттәрҙең ижтимағи ҡоролош нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы мәғәнәһеҙлек һәм енәйәттәргә ҡатнашып китеүен» күрһәтә. Англия менән Голландияға барып сығып, билдәле дәүләт эшмәкәре кенәз Венцель Кауниц ейәнсәре, графиня Мария Элеонора фон Кауниц — Ритбергҡа өйләнгәндән һуң, Венала ултыраҡлана.

Дипломатия өлкәһендә үҙгәртергә

Дипломатия өлкәһенә беренсе мәртәбә Вестфаль коллегияһы вәкиле булараҡ 1798 йылда Раштадт конгресында[3] сығыш яһаны. Унан һуң граф Иоганн Филипп фон Штадионд Санкт-Петербургка и Берлинға дипломатик сәйәхәттәрендә оҙатып йөрөй.

1801 йылда Австрия илсеһе итеп — Дрезденға, 1803 йылда Берлинға тәғәйенләнә. Бында ул Францияға ҡаршы яңы коалиция әҙерләй башлай. Ул Пруссияны Австрияға, Англияға һәм Рәсәйгә ҡушылырға өндәй, шул уҡ ваҡытта француз илсеһе менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдыра,

1806 йылда Наполеондың шәхси теләге буйынса Парижда илсе була. Наполеон үҙ сиратында уның тураһында маҡтаулы баһаламалар Лафоренан ала. 1807 году Меттерних Фонтеблола килешеү төҙөгәндә Австрия өсөн бик отошло ташламаларға ирешә.

Тильзитта килешелгән Франция һәм Рәсәй союзы Вена һарайын ауыр хәлгә дусар итә. Меттерних Австрияға Франция менән союзға инергә кәрәк тип һанай һәм Төркиәнең бүленеүен булдырмаҫ һәм унда үҙенең өлөшөн алыр өсөн Франция менән Рәсәйҙең араларын боҙорға тырыша. Эрфурттағы осрашыу уның Франция менән ныҡлы союзға өмөттәрен емерә. 1808 йылда уҡ Меттерних Наполеондың Австрияға һөжүм итергә теләүен һәм иртәме — һуңмы Австрияға һаҡланыу сараларын күрергә кәрәклеген еткерә. 1809 йылда Австрия һөжүмле хәрәкәттәр башлай, әммә улар тулыһынса уңышһыҙлыҡ менән тамамлана һәм Австрияға тыныслыҡты Польшаның бер өлөшө һәм Иллирия провинциялары менән түләргә тура килә. Ошонан һуң Австрия бер ниндәй ҙә милли симпатияларға урын булмаған иҫәп — хисап сәйәсәтен үҙ итә.

Министр посында үҙгәртергә

Германияның азат ителеүендә Австрия мәнфәғәтен ҡурсалаған Иоганн Филипп фон Штадиондың вариҫы булып 1809 йылдың 8 октябрендә сит ил эштәре министры вазифаһын ҡабул иткән һәм ошо поста 38 йыл дауамында хеҙмәт иткән Меттерних тәғәйенләнә. Солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң 4 ай ҙа үтмәй, император Францтың ҡыҙы Мария — Луиза менән Наполеон араһында никах контракты төҙөлә. Меттернихтың сәйәси маҡсаты тормошҡа аша: Франция менән Рәсәйҙең дуҫлығы юҡҡа сыға. Улар араһындағы һуғышта Меттерних, император Франц кеүек уҡ, нейтралитет һаҡлаүҙы хуп күрә ине, сөнки Австрия ул ваҡытта банкротлыҡтан яфа сигә һәм чиновниктар менән иҫәпләшкән ҡағыҙ аҡсаның ҡиммәтлеген хөкүмәт биш тапҡырға кәметергә мәжбүр була. Әммә Наполеон Австрияның булышлыҡ итеүендә ныҡыша һәм 1812 йылдағы 14 мартындағы Союз трактатына ҡул ҡуйыуын талап итә. Шулай ҙа Австрия һуғышта үтә ҙур әүҙемлек күрһәтмәй: Рәсәйҙең көньяғына ебәрелгән Австрия корпусы рустарға зыян килтермәне, тиерлек.

Наполеон Рәсәйҙән ҡасҡандан һуң Австрия уға артабан буйһондоролған союздаш хәлендә ҡала алмауы, әммә ҡайһы бер ташламалар менән ул һаман да Австрияның дуҫлығына таяна алыуы тураһында хәбәр итә. Ваҡытлыса тыныслыҡ тураһында килешеүҙән һуң (4 июнь, 1813 йыл) Меттерних Наполеонға дөйөм тыныслыҡ ҡаҙаныштарына өлгәшеү өсөн Австрияның арасылығын тәҡдим итә. Австрия Наполеонға бөтә Италияны һәм Голландияны, Рейндың һул яҡ ярын һәм көнбайыш Германия өҫтөндәге протекторатты бирергә риза була; тик ул Австрияға 1809 йылдағы һуғыштан һуң тартып алынған провинцияларын ҡайтарырға, көнбайыш Польшала Пруссия хакимлығын тергеҙеү һәм 1801 йылда Франция тарафынан тартып алынған төньяҡ Германия ерҙәрен кире биреүҙе талап итә. Наполеон Австрияның тәҡдимдәре өҫтөндә уйланған булып ҡыланһа ла, ысынында ул дошмандарының ҡөсһөҙлөгенә инанып, һағалай ғына ине.

 
Кёнигсварт — Хеба янындағы Меттернихтың усадьбаһы

Дрезденда Меттернихтың Наполеон менән осрашыуы була. Был осрашыу Меттернихҡа Франция менән солох килешеүе, Наполеондың ҡеүәте бөтмәй тороп, бер ҡасан да булмаясағын асыҡ күрһәтте. Ваҡытлыса тыныслыҡ осоро тамамланғас, Австрия союздаштары менән һуғышҡа инә, 1813 йылдың 9 сентябрендә Англия, Рәсәй һәм Австрия араһында Союз килешеүенә ҡул ҡуйыла. 8 октябрҙә Меттерних Бавария короле менән, унан һуң Наполеондың башҡа герман вассалдары менән килешеү төҙә. Улар менән Союзға ингән саҡта Меттерних Германия Һәм Пруссия сәйәсәтенә бөтөнләй икенсе төрлө төҫ индерә. Штейн һәм уның Пруссияның һөжүмле хәрәкәтен етәкләгән фекерҙәштәре Германияла көслө юғары власть төҙөргә өмөтләнәләр. Меттерних халыҡ хәрәкәте тураһында хатта уйларға ла ҡурҡа, ә милли парламент идеялары менән янған һәм тәхеттән Рейн союзының элекке вәкилдәрен төшөрөргә ниәтләнгән Штейнға ул 1792 йылдағы якобинсыларға кеүек тиерлек нәфрәтле ҡарашта була.

Германияның милли берләшеүен тормошҡа ашырыу идеяһына тәрән ерәнеү тойғоһо кисергән Меттерних император Францты уға тәҡдим ителгән Германия императоры титулынан баш тартырға күндерә. 9 сентябрҙә Теплицкий трактаты буйынса Рейн союзының барлыҡ дәүләттәре тулы бойондороҡһоҙлоҡ менән файҙаланасаҡ тигән ҡарар сығарҙы; бының менән Германия милләттәренең берләшеүе буйынса төрлө пландарға сик ҡуйылды. Шатильонда конгреста (1814 йыл, февраль) тыныслыҡты теләгән һәм союздаш дәүләттәрҙең ҡарарҙарына бик ҙур йоғонтоға эйә булған Меттерних Наполеонға иң уңайлы тыныслыҡ шарттары тәҡдим итә, әммә француз вәкиленең талаптары хатта тыныслыҡ һөйөүсе Австрия императоры өсөн дә сиктән тыш булып күренә һәм 1 мартта союздаштар Шомонда яңы килешеүгә ҡул ҡуялар. Килешеү буйынса союздаштар Франция 1791 йылдағы сиктәргә индерелмәйенсә Наполеон менән килешмәҫкә йөкләмә алдылар.

Империя ҡолағандан һуң Меттерних Бурбондарҙың реставрациялау сиктәрендәге барлыҡҡа килгән интригаларҙан ситләшә. 1814 йылдың сентябрендә Меттерних етәкселендә Европа картаһын яңынан ҡорған Веналағы конгресс асылды. Австрияға табыштың күпселеге эләкте. Меттернихтың Германия менән Италияның берләшеүе буйынса фекере еңеп сыҡты. Ломбардия һәм Венеция өлкәһе Австрияға ҡушылды, ә Италия элеккесә ваҡ дәүләттәргә бүленде.

1815 — 1848 йылдарҙа Меттерних Европа торғонлоғоноң терәге була һәм бөтә булған көсө менән Изге союз тарафынан булдырылған абсолютизм системаһын яҡларға тырыша. Төрлө принциптарға үтә ҙур түҙемһеҙлек менән ҡараған граф тик бер уй менән генә йәшәй: электән билдәләнгән хәлдәрҙең торошонда бер нәмә лә үҙгәртмәҫкә. Боронғо Австрия биләмәләрендә быға ирешеү ҡыйын булмаған, сөнки унда бөтөнләй алға ынтылыш булмаған, әммә Австриянан тыш, төньяҡта һәм көньяҡта, Меттерних уйы буйынса, донъяға бер ҡасан да сығырға тейеш булмаған идеялар таралған булған, шуның өсөн ул бөтә либераль хәрәкәттәргә ҡаршы күтәрелә. Ул бөтә йәне менән конституцион һәм милли идеяларҙы күралмай һәм уның миссияһы — хакимлыҡты яҡлау тигән ышаныста була. Нигеҙҙәрҙе киңәйтеү йәки идара итеү формаларын үҙгәртеү буйынса көс һалыуҙы ул революцион торош тыуҙырған нәмә тип бер үлсәмгә генә килтереп сығара. Уның сәйәсәт саралары булып Ахендағы (1818), Карлсбадтағы (1819), Троппауҙағы (1820), Лайбахтағы (1821), Верондағы (1822) конгрестар тора.

1819 йылда студент Занд тарафынан Август фон Коцебу үлтерелеүе Меттернихҡа либерализмға ҡаршы тәре походы ойошторорға иҫ китерлек шәп һылтау бирә. Карлсбадта һигеҙ герман дәүләтенең вәкилдәре ҡатнашҡан конгресс йыйыла; уның протоколдарына Меттерних тарафынан алдан уҡ әҙерләп ҡуйған һығымталар ғына индерелә. Германияла йәштәрҙең хәрәкәте баҫыла, матбуғат һәм университеттар өҫтөнән ҡаты күҙәтеү булдырыла, булған дәүләт режимын емереү һәм берҙәм герман дәүләтен иғлан итеү маҡсатында заговорҙарҙы тикшереү өсөн Майнцта комиссия ойошторола; дәүләттәрҙә конституцияларҙы индереү тотҡарландырыла һәм мөмкин тиклем бығаса булдырылған конституцион идаралыҡ боҙоп күрһәтелә; күпселек төркөмдәр ябыла; эҙәрлекләүҙәр ғәйәт ҙур күләмдәрҙә үткәрелә; Германияла авторитар режим көсәйә һәм репрессиялар башлана; гәзиттәрҙә герман эштәрен тикшереү тыйыла. Италияла һәм Испанияла конституцион хәрәкәттәр тулыһынса ҡыйратыла.

1821 йылда Греция Төркиә хакимлығына ҡаршы күтәрелә. Был хәрәкәт башлыса милли һәм дини өлкәләрҙә була, әммә Меттерних уға власҡә ҡаршы йүнәлтелгән ихтилал тип ҡабул итә. Был күтәрелеште Меттерних айырыуса Осман империяһы ярҙамына мохтаж булған Австрия өсөн хәүефле тип һанай. Верона конгресында Меттерних үҙенең яғына хатта Рәсәй императоры Александрҙы ауҙара алды һәм диндәштәрен яҡлауҙан тотоп алып ҡалды.

 
Кенәз Меттерних бюсты.
Иоганн Непомук Шаллер, 1827

Николай 1825 йылда Николайҙың тәхеткә ултырыуы һәм Англияла (Каннинг) министрлығының алмаштырылыуы хәлдәрҙе үҙгәртте. 1826 йылдың 4 апрелендә Петербург һәм Лондон араһында Союз булдырылды. Меттернихтың күңеле ҡырылды, ул үҙенең ризаһыҙлығын белдерер өсөн һүҙҙәр йәлләмәне.

1827 йылда Лондон трактатына ҡул ҡуйылды. Трактатҡа Франция ҡушылды һәм Греция автономлы дәүләт тип иғлан ителде. Был Меттерних сәйәсәтенә беренсе һөжүм була, икенсеһе — 1830 йылдағы Июль революцияһы.

Меттерних үҙенең мәжбүри саралары менән ризаһыҙлыҡты тамырынан ҡоротам һәм бөтөнләйгә баҫтырам, тип ныҡлы ышана, әммә ризаһыҙлыҡ тойғоһо тик иркенләп үҙ һүҙен әйтергә мөмкинлек көткән булып сыға. Революцион хәрәкәт Германияны ла урап үтмәй һәм көслө болалар булдыра, айырыуса көньяҡ Германияла. Шулай ҙа был юлы Меттернихтың хәрәкәтте еңергә көсө етә, сеймда ул ул сәйәси процестарҙы күҙәтеп торор өсөн комиссия булдырыу тураһында декрет үткәрә алды. 2000 тирәһе кеше ошо сәбәптәр арҡаһында хөкөм ителде.

1833 йылда Мюнхенгрецта ҡайтанан өс көнсығыш державалары араһындағы Союз раҫлана, ә Парижға уларҙың революцияға ҡаршы көрәшеү өсөн башҡа дәүләттәрҙең эшенә ҡыҫылырға хоҡуҡтары барлығы тураһында белдереү ебәрелде. Австрияның үҙендә Меттернихтың хакимлығы бер кем менән дә сикләнмәне. Яңы император Фердинанд I уның элекке беренсе кәңәшсе ролен һәм бөтә эштәрҙә етәкселлеген һаҡлап ҡалды.

1840 йылда көнсығыш мәсьәләһе Франция менән Англия араһында мөнәсәбәттәрҙе өҙөүгә килтерә яҙҙы. Меттерних бик ныҡ шатланған ине, әммә бер аҙҙан ул был өҙөүҙән килеп сыҡҡан һуғыш Рәсәй өсөн ҡулайлы йүнәлеш алыуына инана, шуға ла ул беренсе булып 1841 йылда тыныслыҡ ҡурсыуында үҙенең араласығын төҡдим итә.

1846 йылда испан никахтары Англия менән Франция араһында аңлашмаусанлыҡтарға килтерҙе; Франция Вена һарайы менән яҡынлаша, әммә киләһе йылда уҡ улар араһында Швейцария хәлдәре өсөн һалҡынлыҡ аралыҡҡа инә. Папа тәхетенә Пий IX ултырыуы Италияла либераль һәм милли хәрәкәттәр өсөн сигнал була. Хәрәкәттәр тиҙ арала Венгрия менән Богемияла йәйелә. Меттерних улар менән файҙаһыҙ көрәшергә тырыша, әммә Франция республикаһы иғлан ителеүе яңы ҡатмарлыҡтарға алып килә. Баш ҡалаға яҡын урынлашҡан Австрия өлкәләрендә электән уҡ Меттернихҡа ҡарата көндән — көн көсәйә барған нәфрәтле, шикләнеүсән ҡараш йәшәп килә. Меттернихтың иҫкереп бөткән формаллеге һәм уның йөҙөн сағылдырған дәүләт ҡорошоло системаһы хөкүмәткә дөйөм алғанда мыҫҡыллы, ҡайһы саҡта тәрән ерәнес тойғоһо уята. Баш ҡала мәҙәниәт һәм аң яғынан үҫешкән булған һайын, фекер бойондороҡһоҙлығын ҡурсыу түҙмәҫлек хәлгә килтерә.

1848 йылда баш ҡаланы үҙ ҡарамағында тоторға хәрби көстәрҙә ҡытлыҡ булмай; тик хөкүмәткә 13 мартта революцияның беренсе тулҡынын еңерлек һиҙгерлек һәм энергия етешмәне. Бер депутация артынан икенсеһе ташламалар талап итә. Башта ихтилалға етди мәғәнә бирмәгән Меттерних, ниһайәт, ҡайһы бер реформаларға ризалашты һәм цензураны юҡҡа сығарыу тураһында указ яҙыу өсөн икенсе бүлмәгә сыҡты. Уның булмауы менән файҙаланып Совет залында өйөлөшкән депутациялар араһынан кемдер: «Меттернихты долой!»- тип ҡысҡырҙы. Бик олоғайған Меттерних кире ингәс, иптәштәре уның императорға отставкаға китеүе тураһында үтенес ғаризаһын биреү өсөн сығып тороуҙы хуп күрә.

Отставкаһы үҙгәртергә

Меттернихтың исеме хөкүмәт системаһы менән шул тиклем ныҡ бәйле була, хатта уның китеүе тураһында хәбәр сығыуы менән халыҡтың боларыуҙан туҡтай. Үҙенең уға тоғро булып ҡалған сәркәтибе менән ул 14 марттың төнөнә ҡарай ҡаланан сығып китә, бер нисә көн йәшеренеп йөрөй, шунан саксон сиктәре аша Бөйөк Британияға сыға, ә 1848 йылдың октябрендә Бельгияға күсеп китә. 1851 йылда ул Венаға ҡайта һәм йәмғиәттә үҙенең элекке юғары урынын биләй. Тәхеттән баш тартҡан Фердинандты алмаштырған император Франц Иосиф I унан йыш ҡына кәңәш һорай, әммә идара итеүҙә актив ҡатнашырға саҡырмай. Был хәл тәжрибәле Меттернихтың күңелен ҡыра. Ҡырым һуғышы ваҡытында ул күп кенә проекттар яҙа, хатта вафат булыр алдынан да, һуғыш башланыр алдында, 1859 йылда, ул шулай уҡ әүҙем эшләүен дауам итә.

Меттерних 1859 йылдың 11 июнендә Венала вафат була. Уның титулы улы Рихардҡа (дипломат, Парижда илсе була) күсә . Рихардтың ҡатыны (һәм бер үк ваҡытта уның туғаны) Полинаның салоны Икенсе империя дәүерендә Парижда беренселәрҙән булған.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Өс тапҡыр өйләнгән була: Элеонораға (үҙенең атаҡлы элгәре уның урынында эшләгән Кауництың ейәнсәре), Антуанетта Лейкамға һәм графиня Мелани Зичиға. Өсөһө лә унан алда вафат булалар. Тыумыштан Скавронская, генерал Багратиондың тол ҡатыны Екатерина Павловна —уның һөйәркәһе була. Уларҙың Клементина исемле ҡыҙҙары тыуа, кейәүҙә графиня Блом. Шулай уҡ мөхәббәт бәйләнеше Наполеондың апаһы һәм Мюрат ҡатыны Каролина Бонапарт менән, жандармдар шефының апаһы Доротея Бенкендорф менән дә була. Көслө мауығыу хистәрен ул герцогиня Саганская (Бирондың ейәнсәре) Вильгельминаға кисерә.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • Германияла (Гессен) етештерелгән иң яҡшы бызырлап торған вино (шампанское) уның исемен йөрөтә. Виноны етештереүҙе Меттернихтың һуңғы ҡатыны ойошторған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Меттерних үҙе әҙерләгән хаттар йыйылмаһы, автобиографияһы һ.б., уның ғаиләһе тарафынан «Denkwürdigkeiten» исеме аҫтында нәшер ителгән. Баҫма француз телендә 1879 йылда, немец һәм инглиз телендә 18801884 йылдарҙа донъя күрә. Граф мемуарҙарына ҡушымта һәм уның эшмәкәрлегенә аңлатма булып Генц менән Кестлриның хатлашыуы хеҙмәт итә ала. Шулай уҡ ҡарағыҙ:

Наградалары үҙгәртергә

Библиография үҙгәртергә

  • Энгельс Ф Австрия ахырының башы / Т. Маркс һәм Ф. Энгельс. — Соч. — 2 баҫ.. — Т. 4.
  • Энгельс Ф. Венгрияла көрәш / Шунда уҡ. — Т. 6.
  • Энгельс Ф. Германияла революция һәм контрреволюция / Шунда уҡ. — Т. 8. — б. 30-36.
  • Энгельс Ф Көсләү роле тарихта / Шунда уҡ. — Т. 21. — б. 432-37.
  • Оберман Т Европа дипломатияһында Меттерних роле 1813 йыл / йыйынтыҡта: Освободительная война 1813 года против наполеоновского господства — М., 1965.
  • Раковский Х. Г. Князь Меттерних. Уның сәйәси тормошо һәм эшмәкәрлеге. — СПб., 1905
  • Чубарьян А. О Европа идеяһының эволюцияһы (XIX быуат аҙағы). — Тарих һорауҙары, 1981, № 5
  • Шедив. Я. Меттерних Наполеонға ҡаршы. — М., 1991.
  • Орлик О. В. Рәсәй халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә 1815—1829. — М., 1998.
  • Рахшмир. П. Ю. Меттерних кенәз: кеше һәм политик. — Пермь, 1999.
  • Лазарев С. Е. Бауцен һуғышы (рус армияһының сит ил походтарына 200 йыл) // Хәрби-тарихи архив. 2013. № 9 (165). б. 66-85.
  • Заҡ Л. А. Монархтар халыҡтарға ҡаршы Дипломатик көрәш Наполеон империяһы емереклектәрендә. — М., 1966.
  • Srbik. Н. Metternich der Staatsmann und der Mensch, 3 Aufl., Bd 1-2. — Münch., 1957.
  • Bertier de Sauvigny G. Metternich et son temps. — P., 1959.
  • May J. A. The age of Metternich. 1814—1848. — N. Y., 1965.
  • Obermann K. Bemerkungen über die bürgerliche Metternich-Forschung, «Zeitschrift für Geschichtswissenschaft», 1958, No 6.
  • Schroeder P. W. Metternich studies since 1925, «Journal of Modern History», 1961, v. 33, ?3.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  2. Palmer 1972, pp. 5–6, 339
  3. Palmer 1972, pp. 31–37
  4. Карабанов П. Ф. Списки замечательных лиц русских / [Доп.: П. В. Долгоруков]. — М.: Унив. тип., 1860. — 112 с. — (Из 1-й кн. «Чтений в О-ве истории и древностей рос. при Моск. ун-те. 1860»)

Һылтанмалар үҙгәртергә