Классен Генрих Николаевич

филолог, педагог, ғалим

Классен Генрих Николаевич — 18.05. (31.05) 1917 — 01.03. 2002), Украинаның Екатеринослав губернаһы, Бахмут өйәҙе, Бандорф (Орлово) ауылында (хәҙерге Украинаның Днепр өлкәһе, районы, Орлово ауылы) крәҫтиән ғәиләһендә тыуған. Күренекле ғалим-германист, Советтар Союзында сыҡҡан беренсе немец әлифбаһы авторы (Fibel), профессор, Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтында(хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) немец теле кафедраһы мөдире, сит телдәр факультеты деканы.

Генрих Николаевич Классен
Тыуған көнө

18.05. (31.05) 1917 

Тыуған урыны

Екатеринослав губернаһы, [[]], Бандорф (Орловка) ауылы[1]

Вафат көнө

01.03. 2002

Вафат урыны

Германия, Кобленц

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

лингвистика

Альма-матер

Ленинградский педагогический институт

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

Жирмунский Виктор Максимович

Уҡыусылары

Мурясов Рахим Закиевич, Антышев Александр Николаевич

Ниндәй өлкәлә танылған

филолог

Награда һәм премиялары

|} Башҡорт АССР-ының
атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Генрих Классен (Heinrich Klassen) Украинаның көнсығышында Екатеринослав губернаһы(хәҙерге Украинаның Днепропетровск -Днепр өлкәһе) Бандорф (Орловка) тигән немец колонистары (менониттар) йәшәгән ауылда тыуған[2]. Атаһы крәҫтиән була. Һуңыраҡ Генрих иҫкә алыуынса, уның ер эшкәртеп йәшәргә һис теләге булмай, уҡып, белем алырға хыяллана. Барлыҡ Украина һәм Волга буйы немецтары кеүек үк, Генрих рус телен насар белә, ләкин ул бәхетен һынап ҡарарға була.

1936 йылда А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтына уҡырға инә. Институтта совет германистикаһына нигеҙ һалған ғалимдар Виктор Жирмунский һәм Владимир Адмони эшләй. Улар Украинанан килгән туған теле немец теле булған Генрихҡа айырым иғтибар бирә. Ғалимдар был студенттан германистика буйынса ғалим сығырына өмөт итә. Ысынлап та, уларҙың өмөттәре аҡлана. Академик Жирмунский 1960-сы йылдарҙа вафат булғансы, Генрих Классендың немец теле диалекттары буйынса эшенең етәксеһе була[3]

19371938 йылдарҙағы репрессиялар немец колонистарын да урап үтмәй. Нахаҡҡа ғәйепләнеп, Генрихтың атаһы Николай (колхоз баҡсасыһы) менән ир туғандары(ағалары Николай, Петер) атыла.

1940 йылда Генрих Классен йүнәлтәмә буйынса Өфөгә, сит телдәр институтына эшкә килә. Был институтта ул ваҡытта Мәскәүҙәге Морис Торез исемендәге сит телдәр институтын тамамлап ҡайтҡан, буласаҡ күренекле тел белгесе, полиглот Жәлил Кейекбаев эшләй. Һуңыраҡ студенттарына Генрих Николаевич уның менән бергә эшләгән йылдарын һәр саҡ һағынып һөйләр була.

1933 йылда Германияла фашистар хакимлығы урынлаштырылғас, бик күп коммунистар һәм антифашистар ғаиләләре менән Советтар Союзына ҡаса. 1936 йылда күренекле немец яҙыусыһы Фридрих Вольф Өфөлә бер аҙ йәшәп китә. Билдәле булыуынса, уның улы Маркус Вольф 1960—1980 йылдар башынаса ГДР-ҙың Дәүләт именлеге хеҙмәтендә тышҡы разведка хеҙмәтенә етәкселек итә, уның аша СССР етәкселеге дәүләт именлеге өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт алып тора. Гених Классен һөйләүенсә, Өфөгә килгәс, немец антифашистары бында немец телендә тап-таҙа итеп һөйләшкән кешеләрҙе күреп, ныҡ аптырайҙар. Уларға тауҙар араһында ятҡан, төпкөл ауылдан сыҡҡан башҡорт кешеһе Жәлил Кейекбаев менән немец телендә иркен аралашыу айырыуса ҡыҙыҡ булған.

19411945 йылдарҙағы дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдары Генрих Классендың тормошонда ҙур һынау була. Немецтарҙы Ҡыҙыл Армия сафтарына алмай башлайҙар,ә «трудармия»ға алалар. « Трудармия» ГУЛАГ-тың бер өлөшө, унда эләккәндәрҙең хәле тотҡондарҙыҡынан әҙ генә айырыла. Генрих Классен трудармияла булғанда Ульяновск янында тимер юл төҙөй, Пермь яғында ағас киҫкәндә ул аслыҡтан һәм сирҙән саҡ үлмәй ҡала. Һуңынан Классендар ғаиләһе күп этник немецтар кеүек Алтайға спецпоселениеға ебәрелә. Генрих Классен бик ҙур ҡаршылыҡтарҙы еңеп, Славгород ҡалаһында мәктәпкә эшкә күсә[4].

Һуғыш тамамланғас тә әле, немецтар ун йыл буйы тулы хоҡуҡлы граждандар булып иҫәпләнмәй. Шуға ҡарамаҫтан, Генрих Классен ғаиләһе менән Өфөгә ҡайтырға рөхсәт ала.

1946 йылдан Г.Классен Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты) сит телдәр факультетында уҡыта башлай. Был осорҙа уға тиҫтә йылға яҡын тәғәйен көндө комендатураға барып, күренеп торорға тура килә. Үҙе һөйләгәнсә, лекция бөткәс, немец милләтенән булған студент ҡыҙ янына килеп, әкрен генә: « Генрих Николаевич, бөгөн комендатураға барып, күренә торған көн»,-әйтә торған булған.

1946 йылдан башлап, Классен 25 йыл немец теле кафедраһы мөдире була.


Первыми преподавателями кафедры немецкого языка будущего университета были Янина Владиславовна Ярмонтович, Елена Кондратьевна Брюкнер, Ольга Александровна Фе, Вера Федоровна Фредман, Нина Александровна Лупман, Елизавета Кирилловна Семенова (Цуканова), Фатима Хайдаровна Хангильдина и я . Заведующими кафедрой были Раиса Валентиновна Кох (Зинченко) (в 1938–1945 годах), Елизавета Александровна Фе (1945–1949); в 1949 году кафедру возглавил я, а в 1970 году меня сменил в этой должности Рахим Закиевич Мурясов. Во время войны на кафедре работали преподаватели московских вузов, эвакуированные в Уфу[5]. Г.Классен

.

1960-1970-се йылдарҙа сит телдәр факультетының деканы[4].

Оҙаҡ йылдар республикала немец теле уҡытыусыларының белемен күтәреү программаһына етәкселек итә.

1974 йылдан Генрих Николаевич Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) эшкә күсә. 1980 йылда ВАК уның немец диалекттары буйынса ГДР-ҙа баҫтырған хеҙмәттәрен юғары баһалай,уларҙы докторлыҡ диссертацияһына тиңләп, профессор дәрәжәһен бирә. 1980—1989 йылдарҙа сит телдәр уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире була. Студенттарға сит телдәр уҡытыу методикаһы буйынса лекциялар уҡый, немец теленең теоретик грамматикаһы дәрестәрен алып бара. Лекцияларҙы әкрен генә тауыш менән уҡыһа ла, студенттарҙа профессор Классен менән аралашыу күңелле хәтирәләр ҡалдырған. Уның немец акценты менән, үҙенсәлекле итеп үҙгәртеп әйткән рус мәҡәлдәрен элекке студенттары ғүмер буйы иҫләп, ҡулланып тора (мәҫәлән, «ТҺише йедһиш, дһалше будһиш, оттһаво мэстһа кһудһа йедһиш»). Генрих Классендың үҙенә генә хас сарказм менән һуғарылған юморының сәбәбен ул ваҡытта студенттар әлбиттә аңламай (был уның әсе тормош тәжрибәһенә бәйле була).

Генрих Классен ғүмере буйы йыйған китаптарын һис йәлләмәй, яңы ғына асылған Башҡорт дәүләт педагогия институтының немец теле кафедраһы лаборатория- китапханаһына бүләк итә. Был китаптарҙы бер нисә быуын сит телдәр факультеты студенттары ҡуллана. Улар араһында Германиянан алып ҡайтылған данлыҡлы 25 томлы энциклопедия Майерс Лексикон (Meyers Enzyklopädisches Lexikon in 25 Bänden) да бар.

Ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Г.Классен эшкәрткән немец телендәге китап.1958 й.

Ғилми даирәләрҙә Генрих Классен киң билдәле ғалим-германист була. 1950-се йылдарҙан башлап, ул Мәскәүҙә сит телдәр уҡытыу методикаһына бағышланған эштәрен баҫтыра башлай. Уның ҡайһы бер мәктәптә тәржемәгә өйрәтеүгә арналған тәҡдимдәре дөйөм методика китабына ла инә.

19501980 йылдарҙа Мәскәүҙә «Просвещение» нәшриәтендә уның эшкәртеүендә биш китап сыға, «Эрнст Тельман» исемле китап 30 йылда алты тапҡыр яңынан сығарыла. Был китаптар араһында мәкәптә балаларҙы немец телендә уҡырға өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгәне лә, тәүге курс студенттары өсөн әҙерләнгәне лә була. Был осорҙа ул Германия Коммунистар партияһының етәксеһе Эрнст Тельмандың (1886-1944) ҡыҙы Ирма Тельман менән хат алышып тора. Ирма Тельман атаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Профессор Генрих Классен немец телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн дәреслектәр, программалар, төрлө әсбаптар әҙерләүҙә тос өлөш индерә. РСФСР мәғариф министрлығы немец мәктәптәрен ҡайтанан тергеҙеүҙе планлаштыра. Был программала Башҡорт АСССР-ының Благовар районы ла ҡатнаша. Генрих Классен был йүнәлештә тырышып эшләй.

1957 йылда ул Учпедгизда немецтар өсөн беренсе совет әлифбаһы сығара, ул бер нисә тапҡыр яңынан баҫтырыла. Был эш 80-се — 90-се йылдар башынаса дауам итә. «Просвещение» нәшриәтендә уның етәкселегендә бер нисә комплект немец мәктәптәре өсөн немец теле һәм әҙәбиәте буйынса айырым дәреслектәр баҫыла.

Германияла Генрих Николаевич Классендың совет немецтары һөйләшкән түбәнге немец теле(диалект- платтдойч) тураһындағы эштәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки был диалект Германияла инде юҡҡа сыҡҡан. Улар ГДР-ҙа баҫтырыла, ФРГ менән ГДР ҡушылғас, был һөйләште өйрәнеү ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарының уҡытыу программаһына индерелә. Мәҫәлән, М.В.Ломоносов менән Д. И. Виноградов уҡыған Марбург университетында 1993 йылда монографияһы баҫыла. Генрих Классен ҡунаҡ-профессор булараҡ Майнц университетына саҡырыла, бында бер йыл эшләй, ә 1991 йылда ғаиләһен бөтөнләйгә Германияға күсереп алып китә.

2002 йылдың 1 мартында Кобленц ҡалаһында вафат була (84 йәштә).

Я вел научную работу по грамматике и диалектологии немецкого языка, по методике преподавания иностранных языков. Но самое ценное для меня – мои воспитанники, преподаватели немецкого языка, работающие во всех районах Башкирии, а также в школах других областей. Горжусь, что воспитанники факультета стали известными учеными, кандидатами и докторами наук, доцентами и профессорами, заведующими кафедрами. Мне суждено оглянуться на содержательную, относительно счастливую жизнь. Несомненно, относятся ко всем нам слова Фридриха Шиллера: «Des Leben ungemischte Freude ward keinem Menschlichen zuteil», что означает в свободном переводе: «На долю каждого человека выпадает не одна радость, она перемешивается с печалью». Нежелаемое, трудное в жизни мы стараемся оставить за скобками; радостное, приятное и счастливое мы сохраняем в своей памяти. Г.Классен [5]

.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы фән һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре күренекле тел белгесе, юғары мәктәп педагогы профессор Генрих Николаевич Классенды хөрмәтләп иҫкә алды.
  • Республикала сыҡҡан «Бельские просторы» журналының апрель һанында Генрих Классендың юбилейына арналған материалдар урын алған.
  • 2017 йылдың Башҡорт дәүләт университетында Генрих Классен иҫтәлегенә арталған Немец теле аҙналығы һәм фәнни конференция үтте.
  • 2017 йылдың майында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында профессор Генрих Классендың 100 йыллыҡ юбилейына арналған « Сит телде уҡытыу: актуаль проблемалар һәм перспективалар» тигән фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Ярты быуатҡа яҡын дәүер эсендә күренекле ғалим һәм педагог Генрих Николаевич Классен Башҡортостан һәм тотош СССР юғары уҡыу йорттары, мәктәптәр, халыҡ хужалығы һәм башҡа тармаҡтар өсөн кәрәкле сит телдәр белгестәрен әҙерләүҙә ҙур өлөш индергән. Уның фәнни хеҙмәттәре, әҙерләп, нәшер иткән дәреслектәре, ҡулланмалары әле лә уҡыусылар, студенттар өсөн файҙалы белем сығанаҡтары булып ҡала.

Элекке студенттары Генрих Николаевич Классенды яҡшы күңелле, хәстәрлекле педагог, йомарт кеше итеп иҫкә ала.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Германияла йәшәгән Г.Классен үҙ яҙмышы- Рәсәй немецтары яҙмышы тураһында китап яҙа. Уны «Бер киҫәк ерҙән ҡасып», тип атай.[6]

Ҡатыны- Эрна Давыдовна Винс- Классен, Башҡорт дәүләт медицина инситутында(хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләгән. Ҡыҙы — Анна (1947 йылда тыуған).

Туғандары тураһында[7]:

Классен Николай Исаакович, 1883 йылда тыуған (Минстерберг ауылы, Таврида губернаһы), немец, башланғыс белемле, фирҡәһеҙ. Йәшәгән урыны: Орлово ауылы, Сталин (Донецк) районы, Донецк өлкәһе. Петровский исемендәге колхоздың баҡсасылар бригадиры.

1937 йылдың 4 июнендә ҡулға алынған. УНКВД-ның Донецк өлкәһе буйынса тройкаһы сығарған хөкөм ҡарары: мөлкәтен конфискациялап, атырға. Атыу тураһында мәғлүмәт яҙылмаған.

1960 йылда реабилитацияланған.

Классен Николай Николаевич, 1911 йылда тыуған, Донецк өлкәһе, Сталин районы, Орлово ауылы, немец, тулы булмаған урта белемле, комсомол ағзаһы. Петровский исемендәге колхоз шоферы. 1937 йылдың 16 июнендә ҡулға алынған . УНКВД-ның Донецк өлкәһе буйынса тройкаһы сығарған хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итергә. 1960 йылда аҡланған[7] .

Классен Петр Николаевич, 1913 йылда тыуған, Донецк өлкәһе, Сталин районы, Орлово ауылы, немец, башланғыс белемле, фирҡәһеҙ. Петровский исемендәге колхозда эшләгән. 1937 йылдың 16 июнендә ҡулға алынған . УНКВД-ның Донецк өлкәһе буйынса тройкаһы сығарған хөкөм ҡарары: мөлкәтен конфискациялап, атырға. Атыу тураһында мәғлүмәт яҙылмаған. 1960 йылда аҡланған[7] .

Китаптары

үҙгәртергә
  • Прочь от клочка земли: страницы нашей жизни — Генрих Классен …

https://books.google.com/books/about/Прочь_от_клочка_земли.html?id(недоступная ссылка)..

  • Weg von der Scholle.H.Klassen.Koblenz,2001
  • Meyers Enzyklopädisches Lexikon in 25 Bänden.: Amazon.de …

https://www.amazon.de/Meyers...Lexikon-25.../3411012501(недоступная ссылка)


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Уфимский автор немецкого букваря (К 100-летию лингвиста и …

[www.bashinform.ru/…/1005047-ufimskiy-avtor-nemetskogo-bukvarya-k-100-letiyu-…]

  • Культура — Русский интеллигент Генрих Классен

https://resbash.ru/stat/2/10942 2017 йыл 19 сентябрь архивланған. (воспоминания внука Игоря Савельева)

  • История села Орлово (Бандорф) и судьба ее жителей. — PDF

docplayer.ru/53846293-Istoriya-sela-orlovo-bandorf-i-sudba-ee-zhiteley.html

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Украинаның Днепр өлкәһе.
  2. › к-100-летию-автора-букваря
  3. К 100-летию автора немецкого букваря
  4. 4,0 4,1 Русский интеллигент 2017 йыл 19 сентябрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 [1] 2019 йыл 15 ноябрь архивланған. Мы создавали университет
  6. Прочь от клочка земли
  7. 7,0 7,1 7,2 › bahndorf Бандорф