Маркус Вольф
Ма́ркус Иога́ннес Вольф (нем. Markus Johannes Wolf; 19 ғинуар 1923 йыл — 9 ноябрь 2006 йыл) — 1958—1986 йылдарҙа Германия Демократик Республикаһы Дәүләт именлеге министрлығының Баш разведка идаралығы (нем. Hauptverwaltung Aufklärung) начальнигы, дәүләт именлеге генерал-полковнигы.
Маркус Вольф | ||||||
Гражданлығы: | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Партия: |
Германия социалистик берҙәм партияһы | |||||
Эшмәкәрлек төрө: |
Тышҡы разведка | |||||
Наградалары: |
| |||||
Автограф | ||||||
Маркус Вольф Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМаркус Вольф 1923 йылдың 19 ғинуарында Хехинген ҡалаһында табип, Германия коммунистар партияһы ағзаһы, күренекле немец яҙыусыһы Фридрих Вольф һәм Эльза Вольф (Драйбхольц) ғаиләһендә тыуған. Маркус Вольфтың ҡустыһы— кинорежиссёр Конрад Вольф. 1933 йылда Германияла власҡа нацистар килгәндән һуң, Фридрих Вольф ғаиләһе менән Швейцарияға, һуңынан Францияға һәм 1934 йылда — Советтар Союзына эмиграцияға китә. Маркус Вольф хәтерләүенсә, Мәскәүгә улар күренекле яҙыусы В. Вишневский («Оптимистик трагедия» авторы) саҡырыуы буйынса килә. Германиялағы һәм унан һуңғы хәүефле тормоштан һуң, Маркусҡа Мәскәүҙәге бала сағы «тик бәхеттән генә торған» осор (« сплошное счастье») булып иҫтә ҡала.
Мәскәүҙә Маркус башта Карл Либкнехт исемендәге немец мәктәбендә, һуңыраҡ, Фритьоф Нансен исемендәге рус мәктәбендә уҡый. 1935 йылдың йәйендә Фридрих Вольф ғаиләһе менән Өфөгә килә. Бында уларға тәржемәсе итеп, яңыраҡ Мәскәүҙәге сит телдәр институтын тамамлаған Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевты беркетәләр. Революциянан һуң Башҡортостанда барған үҙгәрештәр Вольфты һоҡландыра. 1940 йылда Маркус Вольф урта мәктәпте тамамлай һәм Мәскәү авиация инсититутына уҡырға инә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Вольфтар ғаиләһен Ҡаҙағстанға эвакуацияға ебәрәләр, Маркус Вольф башҡа йәш антифашистар менән бергә Кушнаренко ауылына Коминтерн мәктәбендә әҙерлек үтә. Бында дошман тылына ебәрер өсөн разведчиктар (агентура) әҙерләнә. Өфөлә ул саҡта Коминтерн штабы була, 1942—1943 йылдарҙа Өфө почтамтынан Европа илдәренә 18 телдә радиотапшырыуҙар бара. Быларҙан тыш, Өфөгә бик күп оборона өсөн мөһим предприятиелар күсерелә, шул сәбәпле Өфөлә дошман агентураһы әүҙем эшләй (хатта немец самолеттары юғары бейеклектән аэрофотосъемка ла яһай). Шул сәбәпле дошман тылына ебәрелгән бер нисә төркөм эшләп өлгөрмәй, ҡулға алына. Йәш немец эмигранттарын һуғыш бөткәндән һуң яңы Германия төҙөү өсөн һаҡлап ҡалырға ҡарар ителә. 1943 йылда Маркус Вольф Мәскәү авиация институтында уҡыуын дауам итә. 1944 йылда Маркус Вольф Эмми Штенцерға өйләнә, уның атаһы — немец коммунисы Франц Штенцер Дахау концлагерында һәләк була.
Институтты (МАИ) Маркус тамамлап өлгөрмәй: 1945 йылдың май аҙағында ул Вальтер Ульбрихт төркөмө менән Германияға ебәрелә, улар власҡа коммунистар килеүҙе әҙерләргә тейеш була. Берлинға ҡайтҡас, В. Ульбрихт Маркус Вольфты Берлин радиоһына, Шарлоттенбургҡа ебәрә (Берлиндың Британия армияһы ҡулындағы секторы, ул һәр саҡ башланып ятҡан «һалҡын һуғыштың» форпосы булып тора). Антифашистик радиола (элекке нацистар радиоһы урынында булдырылған радио) Маркус Вольф Михаэль Шторм исеме аҫтында сит илдәге ваҡиғалар тураһында комментарийҙар яҙа, хәбәрсе булып эшләй һәм төрлө сәйәси редакцияларға етәкселек итә. 1945 сентябрендә Вольф Берлин радиоһынан Нюрнбергҡа хәбәрсе булараҡ ебәрелә, ул Нюрнберг процесы тураһында радиотпшырыуҙар алып бара.
ГДР-ҙағы эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1949 йылдың 7 октябрендә ГДР иғлан ителгәс, Маркус Вольфҡа ГДР-ҙың Мәскәүҙәге илселегендә беренсе кәңәшсе вазифаһы тәҡдим ителә. Дипломатик карьера өсөн Маркус Вольф совет гражданлығынан баш тартып, шул уҡ йылдың ноябрендә Рудольф Аппельт һәм Йозеф Шюц менән бергә Мәскәүгә оса. Вольф дипломат булып йыл ярым ғына эшләп өлгөрә. 1951 авгусында ул Берлинға ҡайта, партия етәкселеге ҡушыуы буйынса сәйәси разведка ойоштора башлаған Антон Аккерман уға яңы вазифа тәҡдим итә. Маркус Вольф тышҡы сәйәси разведкаға эшкә күсә, ул 1951 йылдың 16 авгусында булдырылған Иҡтисади тикшеренеүҙәр институты исме аҫтында эшләй .
1952 йылдың декабрендә Маркус Вольф сит илдәге разведка етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Башта разведка хеҙмәткәрҙәре һәм агенттары һаны бик аҙ була. Маркус Вольф әйтеүенсә, 1953 йылда сит илдә 12 эш башлаған агент була һәм 30—40 кеше бының өсөн әҙерләнә. Разведка эшенә күп илдәрҙең ГДР-ҙы танымауы ҡамасаулай, тимәк, тик легаль булмаған ысулдар ғына ҡулланырға ҡала (легаль агенттар эшләр өсөн илселектәр булмай).
Маркус Вольфты Көнбайышта «Йөҙө билдәһеҙ кеше», тип йөрөтәләр, 1950- се йылдарҙан алып, Көнбайыш разведка хеҙмәттәре ГДР разведкаһы етәксеһенең фотоһын ҡулға төшөрә алмай. Вольф Европа буйлап, иркенләп тиерлек йөрөй алған. 1979 йылда Маркус Вольфтың хеҙмәткәре, агент Вернер Штиллер ГФР-ға ҡаса һәм үҙенең начальнигын уға күрһәтелгән фотоларҙың береһендә таный. Маркус Вольфтың Стокгольмда саҡта төшөрөп алынған фотоһүрәте оҙаҡламай Der Spiegel журналы тышында баҫып сығарыла.
1960 йылдарҙа СССР-ҙың Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) менән берлектә ГДР Азия һәм Африка илдәренә революцияны "экспорт"лауҙы ойоштора. 1986 йылға ГДР-ҙың сит илдәрҙәге разведкаһында 1500 яҡын йәшерен агент эшләй, бынан тыш илселектәрҙәге легаль агентура һәм ярҙамсы агенттар була. Күп кенә агенттар юғары вазифаларҙы биләй, мәҫәлән Гюнтер Гийом Германия Федератив Республикаһы (1990 йылға тиклемге) канцлеры Вилли Брандттың ярҙамсыһы була.
1986 йылда Маркус Вольф отставкаға китә. Берлин стенаһы ҡолатылғандан һуң ул дуҫтары саҡырыуы буйынса, СССР-ға эмиграцияға китә, СССР-ҙағы Август путчынан һуң Австрияла сәйәси һыйыныу урыны һорай, ләкин 1991 йылдың сентябрендә Германияға ҡайтырға ҡарар итә. М.Вольф ҡулға алына һәм 11 көн камерала бер үҙе генә ултыра, дуҫтары залог индергәндән һуң, судҡа тиклем иреккә сығрыла. 1993 йылда ФРГ суды уны Тыуған илгә хыянат иткән өсөн 6 йылға иркенән мәхрүм итә. Ләкин Вольф көрәште дауам итә. Судта ул үҙен ғәйепле тип танымай. Ул — ГДР гражданы, ГФР-ға бер ваҡытта ла тоғро булырға ант иткәне булмаған, ул ГФР законын бер нисек тә боҙа алмай. Маркус Вольф был көрәштең үҙ яҙмышы өсөн генә түгел, ә тиҫтәләгән ГФР закондары буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылған элекке ГДР граждандары яҙмышы өсөн көрәш икәнен аңлап, бар көсөн һала.
Был көрәштә уға ҡатыны Андреа (өсөнсө ҡатыны) һәм улы Саша ныҡлы терәк була. М. Вольфтың ГДР һәм СССР-ҙағы дуҫтары ла уны ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Иреккә сыҡҡас, ул төрмәлә ултырған ГДР агенттарын ҡотҡарыу өсөн тырыша. Коммунистар партияһына бер ваҡытта ла яҡын булмаған кешеләр- юристар ярҙамға килә, хатта ГФР-ҙа ғына түгел, АҠШ-та ла.
1995 йылда Вольфҡа ҡарата суд ҡарарын Германия Федераль Конституция суды юҡҡа сығара, ләкин 1997 йылда Дюссельдорф суды уны тағы ла өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығара. 1995 йылда Германия Федераль Конституция суды ГДР разведкаһы офицерҙарын дәүләткә хыянт итеү һәм шпионаж өсөн эҙәрлекләүҙе туҡтата. Унан һорау алған саҡта Маркус Вольф ГДР-ҙың сит илдәге разведка агенттарының береһенең дә исемен атамай.
Вафат булғансы Маркус Вольф әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: мемуарҙар һәм проза яҙа. Уның китаптарының ҡайһы береһе башҡа телдәргә тәржемә ителә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә. 2004 йылда ул Башҡортостанға килә, Кушнаренко ауылында элекке Коминтерн мәктәбе бинаһын барып күрә. Бинаның ул ваҡытҡа инде яртылаш емерек хәлдә булыуын күреү Маркус Вольф өсөн тетрәндергес була.
Маркус Вольф ябай булмаған тормош юлы үтә. М. Горбачев осорондағы СССР тарафынан алып барылған ГДР-ға ҡарата ғәҙел булмаған сәйәсәт уның яҙмышында ауыр эҙ ҡалдырһа ла, Маркус Вольф Мәскәүҙе, Рәсәйҙе үҙенең икенсе тыуған иле итеп ҡарай. Рәсәйҙә лә уның дуҫтары күп була.Мәскәүҙә йәшәгән һеңлеһе Елена янына ла ул килеп йөрөй.
Маркус Вольф 2006 йылдың 9 ноябрендә Берлиндә вафат була. Фридрихсфельде үҙәк зыяратында ҡустыһы Конрад Вольф янында ерләнгән.
Төрлө илдәрҙә суд ҡарары менән иркенән мәхрүм ителгән элекке ГДР разведчиктарының береһе лә Маркус Вольфҡа ҡаршы мәғлүмәт бирмәгән. Америка төрмәһендә ултырған разведчик: "Вольфҡа әйтегеҙ, беҙ бер нәмә тураһында ла йәлләмәйбеҙ",-тип белдергән.
«Власть денег прибегает к насилию не меньше, чем власть государства. Она действует не так явно, но не менее жестоко. Если злоупотребление властью при „реальном социализме“ начинается с манипуляции идеалом, то капитализм злоупотребляет идеалом индивидуальной свободы в интересах власти денег и в ущерб большинству общества. Неясный страх перед будущим чувствуется повсюду и происходит оттого, что наша современная общественная система не только не в состоянии решить большие проблемы, перед которыми стоит человечество, но порождает новые и еще большие проблемы»[1].(Маркус Вольф)
Хәтер
үҙгәртергә1988 йылдан алып, кинорежиссер, РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ирина Георгиевна Свешникова билдәле разведчик, коммунист Маркус Вольф тураһында "Разведка в лицах. Маркус Вольф" исемле документаль фильм өҫтөндә эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Игра на чужом поле.30 лет во главе разведки(недоступная ссылка)
Библиография
үҙгәртергә- Маркус Вольф. По собственному заданию. — Международные отношения, 1992. — 286 с. — 30 000 экз. — ISBN 5-7133-0527-9.
- Маркус Вольф. «Исповедь разведчика»
- Маркус Вольф. Игра на чужом поле. Тридцать лет во главе разведки = Spionagechef im Geheimen Krieg. — М.: Международные отношения, 1998. — 392 с. — (Секретные миссии). — ISBN 5-7133-0958-4.
- Маркус Вольф. Друзья не умирают = Freunde sterben nicht. — М.: Международные отношения, 2004. — 336 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7133-1345-6.
- Маркус Вольф. «Трое из 30-х» — М.: Прогресс, 1990. — 368 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-01-002547-7
- Маркус Вольф. Секреты русской кухни. Geheimnisse Der Russischen Kuche. М.: Вымпел, 1997. Перевод Якова Абрамовича Голякова.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Маркус Вольф: «Авианосцами с террором не воюют!»
- Маркус Вольф: «Мои агенты были повсюду» 2007 йыл 22 март архивланған.
- Ветераны российской разведки вспоминают бывшего руководителя «Штази»
- Волк ушёл в тень
- Извините, что я человек
- Маркус Вольф — писатель и разведчик
- Игра на чужом поле.30 лет во главе разведки(недоступная ссылка)