Нурмөхәмәт Йомрани
Нурмөхәмәт Йомрани, Нурмөхәмәт‑сәсән (ысын исеме — Кирәев Нурмөхәммәт Шаһиарыҫлан улы; 1882—1934) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.
Нурмөхәмәт Йомрани | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1882 |
Тыуған урыны | Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1934 |
Вафат булған урыны | Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | башҡортса |
Һөнәр төрө | шағир |
Биографияһы
үҙгәртергәКирәев Нурмөхәммәт Шаһиарыҫлан улы 1882 йылда Пермь губернаһының Красноуфимск өйәҙе Йомран ауылында (хәҙергеПермь крайының Октябрьский районы) тыуған.
Мәҙрәсәлә белем алған. 1917 йылғы революцияға тиклем Ҡаҙағстан ауылдарында уҡытҡан, Йомран һәм шулай уҡ башҡа ауылдарҙа үҙе асҡан мәҙрәсәләрҙә мөғәллим булған.
Октябрь революцияһынан һуң педагогик курстар тамамлаған. Баҙансат, Олойылға, Төлгөҙбаш ауылдарында уҡытыусы булып эшләгән.
1934 йылда Башҡорт АССР-ының Иҫке-Балтас районы Төлгөҙбаш ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы) вафат була.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЙомрани псевдонимы тыуған ауылы исеменән алынған. Сәсән үҙенең ижадында Аҡмулла һәм М. И. Өмөтбаевтың мәғрифәтселек традицияларын дауам итә[1].
Шағир-импровизаторҙың билдәле әҫәрҙәре араһында «Аҡмуллаға эйәреү» («Муасалатөн би Аҡмулла»), «Үкенеү», «Ерҙәребеҙ һатылған», «Ярлылыҡ алдан килә», «Ҡара ҡарғалар», «Ғилем шиғары», «Шәхсемә даир», «Ни кәрәк һәм ни кәрәкмәй» һәм башҡалар. Йомрани тик уҡымышлылыҡ ҡына тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин тип иҫәпләй, шулай уҡ үҙенең шиғырҙарында башҡорттарҙың үҙ аҫаба ерҙәрен һатыуына ҡаршы сығыш яһай[2].
Сәсән тере саҡта әҫәрҙәре баҫтырылмаған, әммә ҡулъяҙма вариантта киң таралған була, мәҙрәсәләрҙә ҡулланыла. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгендә, Ғ. Б. Хөсәйенов исемендәге тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Шәйехзада Бабичтың ике туған апаһы. Ҡыҙҙары Нәжиә һәм Мөхлисә. Улы — Әхнәф (Кирәй Мәргән), башҡорт яҙыусыһы, ғалим-фольклорсы, әҙәбиәт белгесе[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хусаинов Г. Б. Нурмухаммет Юмрани // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Сулейманов А. М. Башкирские сэсэны // Ватандаш : журнал. — 2012. — № 10. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Галин С. А. Жизнь во имя литературы и науки // Ватандаш : журнал. — 2007. — № 8. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Галин С. Ә. Нурмөхәммәт Йомрани сәсән. // Башҡортостан : гәзит. — 1992 йылдың 6 август.
- Нурмөхәмәт йомрани шиғырҙары // Әҙәбиәт, фольклор, әҙәби мираҫ. — Өфө: Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте, 1976. — Ватан. 2. — 199 с.—210.
- Әҙәбиәт. Фольклор. Мѳхәррир мираҫ. 2‑се кит. — Өфө, 1976.