Кашин Николай Иванович (разведчик)

Кашин Николай Иванович (23 февраль 1923 йыл — 20 декабрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, разведка взводы командиры ярҙамсыһы, старшина. Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1944).

Кашин Николай Иванович (разведчик)
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 февраль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Силәбе губернаһы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (20 йәш)
Вафат булған урыны Черкассы өлкәһе, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Кашин Николай Иванович (разведчик) Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Иванович Кашин 1923 йылдың 28 февралендә Силәбе губернаһы Екатеринбург өйәҙенең Оло Ҡуяш ауылында тыуа (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы). Мәктәптә дүрт класты тамамлағандан һуң колхозда эшләй.

1941 йылдың декабрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренә сержант Н. Кашин Воронеж фронтының 40-сы армияһы 309-сы уҡсылар дивизияһы 955-се йәйәүле разведка взводы командиры ярҙамсыһы була. Днепр өсөн алыш ваҡытында батырлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 23 сентябренән 24-енә ҡараған төндә беренселәрҙән булып Монастырек ауылы районында (хәҙер Украинаның Киев өлкәһе Кагарлык райлны Ржищев ҡасабаһы сите) Днепр йылғаһы аша сығып, шым ғына немец пулеметына яҡынлаша һәм уны расчеты менән бергә юҡ итә. Икенсе көндөң иртәһенә немец ғәскәрҙәре Кашин етәкселегендәге 45 яугирҙан торған төркөмгә пехота һәм танкылар частары менән контрһөжүм яһай. Был алышта Кашин шәхсән үҙе 20-ләп дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, дошман пулеметын ҡулға төшөрә. Ошо алыштағы батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә[2].

1943 йылдың 20 декабрендә, ауыр яранан мандый алмай, Ржищев госпиталендә вафат була[3]. Канев районының Трахтемир ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы Указына ярашлы, сержант Николай Кашин үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[2][4][5], шулай уҡ Ленин һәм артабан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (27.08.1943)[6].

Кашин хөрмәтенә Оло Ҡуяш ауылында бюсы ҡуйылған һәм бер урам уның исемен йөрөтә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Кашин Николай Иванович (разведчик). «Герои страны» сайты.
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 21, л. 15, 16).
  3. [biography.wikireading.ru/290868 Во имя Родины. Рассказы о челябинцах — Героях и дважды Героях Советского Союза. КАШИН Николай Иванович]
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 января (№ 3 (263)). — С. 1
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Герои-освободители Черкасщины. — Днепропетровск: Промінь, 1980.
  • Днепр — река героев. — Киев, 1983.
  • Шёл парнишке в ту пору…: герои-комсомольцы в боях за Советскую Украину в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. / авт.-сост. В. Н. Немятый и др. — Киев: Молодь, 1985. — 367 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә