Кармен Амайя
Ка́рмен Ама́йя (исп. Carmen Amaya; 2 ноябрь 1913, Барселона — 19 ноябрь 1963, Багур) — Испания бейеүсеһе, йырсы, киноактриса, фламенко бейеүенең легендар башҡарыусыһы.
Кармен Амайя | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Испания |
Тыуған ваҡыттағы исеме | исп. Carmen Amaya Amaya |
Вторая фамилия в испанском имени | Amaya[d] |
Тыуған көнө | 2 ноябрь 1918[2][3][4] |
Тыуған урыны | Somorrostro[d], Барселона[5] |
Вафат булған көнө | 19 ноябрь 1963[4][6][2][…] (45 йәш) |
Вафат булған урыны | Бегур[d], Баш-Эмпорда[d] |
Ерләнгән урыны | Cementerio de Ciriego[d] |
Хәләл ефете | Juan Antonio Agüero González[d] |
Туған тел | Испан теле һәм Каталан теле |
Һөнәр төрө | йырсы, bailadora flamenca, актёр |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7] |
Кармен Амайя Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы буйынса сиғандарҙан. Гитарасы Франсиско Амайяның (ҡушаматы Эль Чино, Ҡытай) ҡыҙы. Алты йәшенән бейей башлай, атаһы менән бергә Барселонаның «Ете ҡапҡа» ресторанында сығыш яһай. Уның талантын Каталонияның художестволы тәнҡитсеһе Себастьян Гаш тәүгеләрҙән булып күреп ҡала. 1923 йылда Мадридта сығыш яһай. 1929 йылда Парижда дебюты була, бында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә һәм Ракель Мельер труппаһы составында бейей.
1936 йылдан сит илдәрҙә йәшәй һәм гастролдәрҙә йөрөй — Португалия, АҠШ, Франция, Бөйөк Британия, Көньяҡ Африка, Латин Америкаһы илдәрендә сығыш яһай. Уның сығыштарын Артуро Тосканини һәм Леопольд Стоковский юғары баһалай. 1935 йылда кинола төшә, «Тарантос ғаиләһе» (1963, «Ромео һәм Джульеттаның» сиған версияһы) фильмындағы һуңғы кинороле — иң билдәлеһе. 1944 йылда АҠШ президенты Франклин Рузвельт, ә 1953 йылда АҠШ президенты Гарри Трумэн саҡырыуы буйынса Аҡ Йортта сығыш яһай.
1947 йылда Испанияға ҡайта. Тыуған илендә уңыш менән сығыш яһай һәм сит илдәргә гастролдәр менән сыға. 1963 йылдың 19 ноябрендә вафат була. Барселонала Монжуик зыяратында ерләнгән.
Хәтер
үҙгәртергә1966 йылда Барселонаның Монжуик паркында (хәҙер Хуан Бросса паркы) Кармен Амайяға һәйкәл асыла.
1959 йылда уның хөрмәтенә Кармен Амайя фонтаны ҡуйыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Carmen Amaya // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
- ↑ https://datos.bne.es/resource/XX1650331 (исп.): El portal de datos bibliográficos de la Biblioteca Nacional de España — 2011.
- ↑ 4,0 4,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ https://www.horizonteflamenco.com/figuras_carmen_amaya
- ↑ Carmen Amaya // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/45335b24-9a4a-44d4-a82d-03bcfb8068de / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Hidalgo Gómez F. Carmen Amaya. Barcelona: Estudios P. M., 1995
- Sevilla P. Queen of the gypsies: the life and legend of Carmen Amaya: flamenco in the theater age, 1910—1960. San Diego: Sevilla Press, 1999
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография, фотографии 2008 йыл 2 февраль архивланған. (исп.)
- Видео на сайте flamenco-world.com
- Кармен Амайя на сайте IMDB
- Carmen (исп.). deflamenco.com. Дата обращения: 9 октябрь 2012. Архивировано 25 октябрь 2012 года. 2012 йыл 9 июнь архивланған.