Йәмилә  — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йәмилә — «матур», «сибәр», «һөйкөмлө» мәғәнәләрен аңлатҡан башҡорттар араһында һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ғәрәптәрҙән таралған ҡатын-ҡыҙ исеме [1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Йәмилә Абитаева — (23 ғинуар 1916 йыл — 12 июнь 1994 йыл) — театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 19361974 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры (1968 йылдан — Сибай башҡорт драма театры) актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969). Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарында тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы башҡорт бейеүе була. Ансамбль солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева үҙенең коллегалары өсөн тәүге тапҡыр бейеү һала. Уның исеме — «Быуындар сылбыры».

Йәмилә Бикбаева Руслан ҡыҙы (?) — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы башҡорт бейеүен «Быуындар сылбыры» һала. Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районың Байдәүләт ауыдында тыуған.

Топонимикала

үҙгәртергә

Йәмилә йылғаһыИшембай районының Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы) биләмәһендәге йылға. Юлдаш ауылынан 1 км көнсығыштараҡ аға. Йылғаның оҙонлоғо — ? км, Ағиҙел йылғаһы башланған урындан 796 км тирәһе алыҫлыҡта Ергәнтауҙан төньяҡтараҡ Ҡурғашлы йылғаһына барып ҡушыла.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Сыңғыҙ Айытматов «Йәмилә» повесы, Өфө,1963 йыл

Мәжит Ғафури Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть) Йәмилә образы, өйҙәш ҡатын

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә