Викидатала элемент тултырылмаған

Йәмилә йылғаһы — Ишембай районының Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы) биләмәһендәге йылға. Юлдаш ауылынан 1 км көнсығыштараҡ аға. Йылғаның оҙонлоғо — км, Ағиҙел йылғаһы башланған урындан 796 км тирәһе алыҫлыҡта Ергәнтауҙан төньяҡтараҡ Ҡурғашлы йылғаһына барып ҡушыла.

Урындағы халыҡ һөйләүенсә, Юлдаш ауылы элек Йәмилә йылғаһы буйында булған. Йылғаның һыуы тәмле, Юлдаш ауылы халҡы хәҙер ҙә эсәр һыуҙы унан ала.


1906 йылда Ҡурғашлы йылғаһы буйында А. Дербенев, А. Комендантов, М. Ершовтарҙың һыу тирмәне булған. Тирмәндә ялланып эшләгән эшселәр Ҡурғашлы йылғаһы буйындағы өйҙәрҙә йәшәгән.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры буйынса Кама һыу бассейны округына инә, Кама йылғаһы бассейны, Ағиҙел йылғаһы ярымбассейны, башынан алып Арский ташы һыу кимәлен үлсәү посына тиклем Ағиҙел һыу хужалығы биләмәһенә ҡарай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә