Ягайло

(Йогайла битенән йүнәлтелде)

Яга́йло (лит. Jogaila; яҡынса 13621 июнь 1434) — Витебск кенәзе[3], 1377—1381 һәм 1382—1392 йылдарҙа Бөйөк Литва кенәзе, 1386 йылдан Владислав II Яге́лло исеме аҫтында Польша короле. Гедиминдың ейәне, Бөйөк Литва кенәзе Ольгердтың һәм Тверь княгиняһы Иулианияның улы. Ягеллондар династияһын нигеҙләүсе.

Ягайло
пол. Władysław II Jagiełło
Ягайло
Бөйөк Литва кенәзе
1377 — 1381
Алдан килеүсе: Ольгерд
Дауамсы: Кейстут
Бөйөк Литва кенәзе
1382 — 1386
Алдан килеүсе: Кейстут
Дауамсы: Скиргайло (1386—1392 йй. Ягайлоның наместнигы булараҡ)
Витовт (1392 йылдан Литва кенәзе булараҡ)
Польша короле
1386 — 1434
Алдан килеүсе: Ядвига Анжуйская
Дауамсы: Владислав III Варненчик
 
Дине: Католицизм[2] һәм Литва мифологияһы
Тыуған: 1362({{padleft:1362|4|0}})
Вильна, Бөйөк Литва кенәзлеге
Үлгән: 1 июнь 1434({{padleft:1434|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Городок, рус воеводалығы[1]
Ерләнгән: Изге Станислав һәм Вацлав соборы, Краков, Польша
Нәҫел: Гедиминовичтар,
Ягеллондар (нигеҙләүсе)
Атаһы: Ольгерд
Әсәһе: Иулиания Александровна Тверская
Ҡатыны: Ядвига
Анна Цельская
Эльжбета Грановская
Софья Гольшанская
Балалары: Елизавета Бонифация, Ядвига Ягайловна, Владислав III Варненчик, Казимир IV Ягеллончик

Биографияһы

үҙгәртергә

1377 йылда атаһы бөйөк кенәз Ольгерд вафат булғас, Ягайло Бөйөк Литва кенәзе булып китә. Ҡустыһы Андрей менән низағтан һуң, Полоцкты үҙенә ҡуша[4].

1380 йылдың сентябрендә Ягайло үҙенең ғәскәре менән Мәскәү кенәзе Дмитрий Донскойға һәм уның яғында булған литва-рус аҡһөйәктәренә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән Алтын Урҙа ханы Мамай ғәскәренә ҡушылырға йүнәлә. Әммә Донға килеп етмәҫ элек, Мамайҙың Куликово һуғышында еңелеүе тураһында белеп ҡала һәм артҡа сигенә, башҡа версия буйынса ҡайтып барған рус ғәскәренә һөжүм итә һәм табышҡа ъужа була[5][6].

1381 йылдың октябрендә Мәскәү менән Алтын Урҙаға ҡаршы берләшеү сәйәсәтен алып барған олатаһы Кейстут тарафынан Ягайло тәхеттән ҡолатыла[7]. Әммә Ягайло уның менән көрәш башлай һәм 1382 йылдың июлендә Тевтон ордены хәрби ярҙамы һәм Алтын Урҙаның дипломатик булышлығы менән Бөйөк Литва кенәзе тәхетен кире ҡайтара[4]. Кейстут ҡулға алынып, Крев замогына бикләнә.

1384 йылға ҡарай Мәскәү менән килешеүҙәр төҙөй[8][9].

Үҙенең атаһы Кейстут менән бергә Крев замогына бикләнгән Ягайлоның ике туған ҡустыһы Витовт, Тевтон ордены бөйөк магистрына ҡаса һәм немец рыцарҙәре менән бергә Ягайлоға ҡаршы көрәш башлай. Һөҙөмтәлә Дубиса йылғаһы буйында килешеү төҙөлә, уға ярашлы Тевтон орденына Жемайтия өлкәһен бирергә һәм Ягайло дүрт йыл эсендә католик динен ҡабул итергә тейеш була.

 
Оскар Томаш Сосновский. Ядвига һәм Ягелло. Төркөм литва-поляк унияһын символлаштыра
 
Ягайло хакимлығы осоронда Польша короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге

1385 йылдың 14 авгусында Польша һәм Бөйөк Литва кенәзлеге араһында Крев унияһы төҙөлә. Килешеүҙәргә ярашлы Польша королеваһы Ядвига һәм Бөйөк Литва кенәзе Ягайло араһында никах төҙөү, Ягайло Польша короллеге тәхетенә ултыртыу, Ягайлоның һәм литваларҙың католик диненә суҡындырылыуы һәм Литва әсирлегенә эләккән поляк христиандарын азат итеү ҡаралған.

1386 йылдың 12 февралендә Ягайло Краков ҡалаһына килә һәм 15 февралдә Вавелдә Владислав исеме аҫтында суҡындырыла һәм 18 февралдә ун өс йәшлек Ядвига менән никахлаша. Ягайлоның Польша короле булғанлығы шик аҫтында була: бер ҡараш буйынса, Ягайло 1384 йылда тәхеткә ултырған Польша королеваһы Ядвиганың тик хәләл ефете була һәм никахта «Польша короле» титулын йөрөтә. Ядвига вафат булғандан һуң, Ягайлоның Польша тәхетенә хоҡуғы король советы тарафынан раҫлана. Бынан алып 1795 йылға тиклем Польшала король һайлау өсөн король советының ризалығы кәрәк була.

Польшаға килеп урынлашҡас, Ягайло наместниктар аша Литва менән идара итә башлай. Ягайлоның поляктар менән Крев килешеүе төҙөүө, Литвала ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Литва оппозицияһы башында Витовт булып китә, ул Ягайло менән көрәш башлай һәм Бөйөк Литва кенәзе (Вильно-Радом унияһы) итеп таныла, әммә юғары власть Ягайлоның ҡулы аҫтында ҡала.

1434 йылда вафат була.

Ҡатындары һәм балалары

үҙгәртергә
  • 1-се ҡатыны Ядвига (1386 йылдан никахта) — бер ҡыҙҙары:
  1. Елизавета Бонифация (1399)
  • 2-се ҡатыны Анна Цельская (1402 йылдан никахта) — бер ҡыҙҙары:
  1. Ядвига (1408—1431)
  • 3-сө ҡатыны Эльжбета Грановская (1416 йылдан никахта) — балалары булмай
  • 4-се ҡатыны Софья Гольшанская (1422 йылдан никахта) — өс улдары:
  1. Владислав III Варненчик (1424—1444)
  2. Казимир (1426—1427)
  3. Казимир IV (1427—1492)

Ата-бабалары

үҙгәртергә

Кинола образы

үҙгәртергә
  • «Крестоносцы» / «Krzyzacy» (Польша; 1960) режиссёры Александр Форд, король Владислава Ягелло ролендә — Эмиль Каревич.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Украинаның Львов өлкәһе.
  2. Новодворский В. Ягайло (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1904. — Т. XLI. — С. 484—485.
  3. Витебск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. 4,0 4,1 Шабульдо Ф. М. Земли Юго-Западной Руси в составе Великого княжества Литовского
  5. Гумилёв Л. Н. От Руси к России
  6. Куликовская битва. Попытка разобраться
  7. Греков И. Б. Восточная Европа и упадок Золотой Орды. — С. 152—153.
  8. Опись архива Посольского приказа 1626 года. — С.35.
  9. Черепнин Л. В. Русские феодальные архивы XIV—XV веков. — М., 1948. — Ч.1. — С.50-51.
  • Карл Шайноха, «Jadwiga i Jagiełło 1374—1413», 1861, t. 1-4 (переиздание: Warszawa, 1974).
  • Новодворский В. В.,. Ягайло // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • J. Caro, «Geschichte Polens» (2-я часть, Гота, 1863)
  • M. Смирнов, «Ягелло-Яков-Владислав и первое соединение Литвы с Польшей» (Одесса, 1868, «Записки Новороссийского Университета»)
  • St. Smolka, «Kiejstut i Jagiełło» (Краков, 1888)
  • F. Koneczny, «Jagiełło i Witold» («Przewodnik naukowy», 1892)
  • A. Lewicki, «Powstanie Świdrygiełły» («Rozpr. Ак. Ит.», XXIX)
  • J. Jakštas, Z. Ivinskis, S. Sužiedėlis, A. Šapoka, P. Šležas. «Jogaila», red. A. Šapoka, Kaunas, 1935.
  • Sruogienė-Sruoga, Vanda, "Jogaila (1350—1434) 2020 йыл 20 сентябрь архивланған., " Lituanus, vol. 33 (4) (Winter 1987), p. 23-34.
  • Тымовский, Михал. История Польши. М.: Весь мир, 2003.

Һылтанмалар

үҙгәртергә