Дубиса килешеүе — 1382 йылдың 31 октябрендә Бөйөк Литва кенәзлегенең бөйөк кенәзе Ягайло, уның ҡустыһы Скиргайло һәм Тевтон ордены маршалы Конрад фон Валленрод араһында формалашҡан өс хоҡуҡи акттан торған килешеү. Бөйөк Литва кенәзлегендә граждандар һуғышы барышында тевтон рыцарҙәре Ягайло менән Скиргайлоға олаталары Кейстутты һәм уның улы Витовтты еңергә ярҙам иткән. Һуғыш барышында Ягайло тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе тормошҡа ашырыуҙы талап итеп тәре йөрөтөүселәр ике яҡлы килешеүҙәр төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр башлай[1]. Дубиса йылғаһы тамағындағы утрауҙа алты көнлөк һөйләшеүҙәрҙән һуң акттарға ҡул ҡуйылған[2]. Килешеү раҫланмаған һәм үҙ көсөнә инмәгән. 1383 йылдың йәйендә Тевтон ордены һәм Бөйөк Литва кенәзлеге араһында йәнә хәрби бәрелештәр башланған.

Дубиса килешеүе
Дубиса йылғаһы тамағындағы утрауҙа килешеү
Әҙерләнгән ваҡыты

31 октябрь 1382 йыл

Яҡтар Конрад фон Валленрод
Ягайло, Скиргайло

Тәүтарих

үҙгәртергә

1345 йылда Бөйөк Литва кенәзлегендә дәүләт түңкәрелеше булған, уның барышында кенәздәр Ольгерд һәм уның ҡустыһы Кейстуттың ике власлығы урынлаштырыла. Ҡуша идара итеү 1377 йылда Ольгерд үлеме менән тамамлана, ул улы Ягайлоны үҙенең вариҫы итеп тәғәйенләй. 1378 йылдың ҡышында Тевтон ордены Литваға ҡаршы ҙур хәрби кампания ойошторған. Тәре йөрөтөүселәр Бересткә тиклем килеп еткән һәм Припяткә сыҡҡан[3]. Ливон ордены Упита ерҙәренә баҫып ингән. Сираттағы кампания дәүләттең баш ҡалаһы — Вильноға ҡурҡыныс менән янаған. 1379 йылдың йәйендә Ягайлоның бер туған ҡустыһы Скиргайло хәл буйынса, Литваны христианлаштырыу мөмкинлектәре юлдары тураһында фекер алышыр өсөн тәре йөрөтөүселәргә бара[4]. 1379 йылдың 29 сентябрендә Трокиҙа ун йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйыла[3]. Артабан Вильнола Ягайло һәм тәре йөрөтөүселәр араһында йәшерен һөйләшеүҙәр булған[5]. Тевтон ордены менән солох килешеүе Бөйөк Литва кенәзлегенең тик көньяғында һәм көнсығышындағы христиан ерҙәренә хәүефһеҙлекте гарантиялаған, шул уҡ ваҡытта төньяҡ-көнайышындағы мәжүси территориялар тәре йөрөтөүселәр яғынан ҡурҡыныс янауы аҫтында ҡалған[6].

1380 йылдың февралендә Ягайло олатаһы Кейстуттан хуплау алмайынса үҙенең мираҫ ерҙәрен һаҡлау өсөн Ливон ордены менән биш айлыҡ солох килешеүен төҙөй. 1380 йылдың 31 майында Ягайло һәм Тевтон орденының бөйөк магистры Винрих фон Книпроде араһында йәшерен Довидишков килешеүе төҙөлә. Ягайло менән Орден бер-береһенә һөжүм итмәү тураһында килешкәндәр. 1831 йылдың февралендә тәре йөрөтөүселәр Кейстут ерҙәренә баҫып ингән һәм Троки йүнәлешендә хәрәкәт иткән. Шул уҡ ваҡытта Гюнтер Гоенштайн кенәз Кейстутҡа Ягайло менән йәшерен килешеү төҙөү тураһында хәбәр иткән.

1381 йылдың аҙағында ғәскәр башлығында Кейстут Пруссияға йүнәлгән, әммә юл барышында ҡапыл Вильноға боролған[7]. Бөтөнләй оборонаға әҙерләнмәгән ҡала еңел генә алынған, баш ҡалаға юлда Ягайлола ҡулға алынған. Вильнола Довтдишков килешеүе табылған. Витовт тиҙ генә баш ҡалаға саҡырылған һәм бәлки атаһы Кейстут алдында Ягайлоны яҡлаған. Ягайлоға берҙән бер ҡәтғи талап ҡуйылған: Кейстутты бөйөк кенәз итеп яҙма таныу. Ягайло иреккә ебәрелгән, ә уның мираҫ ерҙәре (Крево һәм Витебск) уға кире ҡайтарылған. Скиргайло Ливонияға ҡасырға мәжбүр була, ә ҡустыһы Андрей Ольгердович олатаһының власын танып Полоцкҡа ҡайта алған. Ҡалған Гедиминовичтар шулай уҡ Кейстутты бөйөк кенәз итеп таныйҙар. Кейстут тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙе йәнә башлап ебәрә[6].

1382 йылдың майында Вильнола Ягайло яҡлыларҙың ихтилалы тоҡана, улар ҡаланы яулап алған, бөтә гарнизон юҡ ителгән. Июнь аҙағында Литваға маршал Конрад Гаттенштайн командалығында тәре йөрөтөүселәр баҫып ингән. 6 июлдә Ягайло орден менән Бражуоль замогында 8 августҡа ҡәҙәр солох килешеүен төҙөгән. 3 августта бер яҡтан Кейстут, Витовт менән Любарттың һәм икенсе яҡтан Ягайло менән Ливон ордены магистры Вильгельм фон Фримерсхаймдың ғәскәрҙәре Троки янында осрашҡан. Кейстут лагерына Скиргайло килгән һәм Витовтты һөйләшеүҙәр башларға өгөтләй. Ягайло үҙенең бала саҡ дуҫын ҡабул итә һәм уға 1381 йылдың ноябренә ҡарата стаус-квоны тергеҙеү шарттарында тынысылыҡ вәғәҙә иткән. Скиргайло менән Витовт бөйөк кенәз Кейстутҡа килә һәм уны Ягайло менән һөйләшеүҙәр башларға өгөтләй, һәм һуңғыһынан хәүефһеҙлек гарантияларын биргән. Ягайло лагеренда һөйләшеүҙәр башланмайынса уҡ тамамлана: килгән Кейстут һәм Витовт шунда уҡ ҡулға алынған һәм Крев замогында әсирлектә тотолған[7]. Биш көндән һуң, 15 августта замокҡа килгән Скригайло Кейстутты үлгән килешләй тапҡан. Ягайло бөйөк кенәз Кейстут аҫылынып үлгән тип иғлан иткән, әммә бөйөк кенәз үлтерелгән тигән имештәр бик тиҙ таралған.

Шарттары

үҙгәртергә
  • Беренсе актта Ягайло суҡынырға (католик йолаһы буйынса) һәм Бөйөк Литва кенәзлеген 4 йыл дауамында христианлаштырырға вәғәҙә биргән[8].
  • Икенсе актҡа ярашлы Ордендың Пруссиялағы биләмәләренән уның Ливониялағы тармағынан айырған Литваның Жемайтия өлкәһе тәре йөрөтөүселәргә бирелгән[8]. Шулай итеп барлыҡ немец агрессияһы дауамында тәүге тапҡыр Бөйөк Литва кенәзлеге Орден файҙаһына Жемайтиянан баш тартҡан.
  • Өсөнсө акт буйынса дүрт йылға хәрби союз ойошторолған — ике яҡтарҙа уртаҡ дошмандарға ҡаршы бер-береһенә ярҙам итергә вәғәҙә иткән. Шулай уҡ Ягайло Ордендан рөхсәт алмайынса һуғыш башламаҫҡа ризалыҡ биргән[2], был кенәзлек суверенитетын ҡәтғи сикләгән. Был шарт Тевтон ордены һәм Бөйөк Литва кенәзлеге араҙында сюзерен-вассал мөнәсәбәттәр урынлаштырыуы тураһында фекер бар[1].

Бөтә өс актҡа (тик ике акттың нөсхәһе һаҡланған, өсөнсөһө 1410 йылғы ҡулъяҙма копияһы буйынса ғына билдәле[1]) Ольгердтың барлыҡ улдары (Ягайло, Скиргайло, Корибуто, Каригайло, Виганд һәм Свидригайло) һәм Ганул (ул Ягайлоға Кейстутты тәхетән ҡолатырға мөмкинлек биреп 1382 йылда ҡала ҡапҡаларын асҡан Вильно сауҙагәре)[2] ҡул ҡуйған. Ольгердтың ҡатыны һәм Ягайлоның әсәһе Иулиания тик Жемайтия өлкәһен Орденға биреү тураһындағы икенсе актҡа ғына ҡул ҡуйған[1]. Литва тарихсылары Данилевичус һәм Ёнинас был актты 1410-сы йылдарҙағы ялған ҡағыҙ булыу мөмкинлеге тураһында мәсьәлә күтәргән, әммә был гипотеза дөйөм таралыу алмаған[1].

Килешеүҙең раҫланмауы

үҙгәртергә

1382 йылдың 15 авгусында Крев замогында Кейстут үлгән (йәки үлтерелгән). Бер нисә ай алдараҡ Витовт Орденға ҡаса һәм унда ҡурсалау һәм ярҙам һорай[9]. Был килешеүҙе раҫлауҙы талап итеүсе тәре йөрөтөүселәргә өҫтәмә мөмкинлек биргән. Бөйөк магистр биш мәртәбә раҫлау датаһын билдәләй, әммә Ягайло баш тартҡан[10]. Һуңғы осрашыу 1383 йылдың 19 июленә тәүге осрашыу уҙғарылған утрауҙа тәғәйенләнгән. Ягайло шарт буйынса килгән, әммә бөйөк магистр Конрад Цёлльнер фон Ротенштайн башлығындағы Орден вәкилдәре осрашыу урынан ун биш миль алыҫлыҡтағы Христмемель тирәһендә Неман йылғаһы һайлығы арҡаһында тотҡарланған[10][11].

Һөҙөмтәләре

үҙгәртергә

Килешеүҙе раҫлауға иреше алмағас, 30 июлдә тәре йөрөтөүселәр Бөйөк Литва кенәзлегенә ҡаршы һуғыш иғлан иткән[2]. Улар Витовты суҡындырған һәм уның Ягайлоға ҡаршы көрәшендә ярҙам иткән. 1384 йылдың йәйендә Витовт һәм Ягайло солох төҙөгән: Витовт үҙенең атаһының ерҙәрен (Трокиҙан тыш) ҡайтарған, ә 1386 йылда Краковта Ягайло католик йолаһы буйынса суҡындырылған һәм Речь Посполитая короле булараҡ таж кейгән. Тәре йөрөтөүселәр һәм Ягайло араһында дипломатик һөйләшеүҙәрҙең туҡталыуы аныҡ билдәле түгел. Ҡайһылар Ягайло үҙенең Польша королеваһы Ядвига менән никахлашыу һәм король тәхетенә ултырыу мөмкинлеге тураһында алдан уҡ белгән тип иҫәпләйҙәр[1]. Башҡаларҙың фекере буйынса Ягайлоның әсәһе Иулиания православие динен тотҡас католик диненә күсергә баш тартҡан[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ivinskis Z. Dubysos sutartys // Vaclovas Biržiška. Lietuviškoji enciklopedija. — 7. — Kaunas: Spaudos Fondas, 1933—1944. — pp. 94-96.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ivinskis Z. Lietuvos istorija iki Vytauto Didžiojo mirties. — Rome: Lietuvių katalikų mokslo akademij, 1978. — pp. 276—277.
  3. 3,0 3,1 Ivinskis Z. Vytauto jaunystė ir jo veikimas iki 1392 m. // Paulius Šležas. Vytautas Didysis. — Vilnius: Vyriausioji enciklopedijų redakcija, 1988. — P. 7—32.
  4. Ҡалып:Arf
  5. Kučinskas A. Kęstutis. — Vilnius: Mokslas, 1988. — P. 161. — ISBN 5-420-00623-5.
  6. 6,0 6,1 Ivinskis Z. Lietuvos istorija iki Vytauto Didžiojo mirties. — Rome: Lietuvių katalikų mokslo akademij, 1978. — P. 271—273.
  7. 7,0 7,1 Koncius J. B. Vytautas the Great, Grand Duke of Lithuania. — Miami: Franklin Press, 1964. — P. 21—23.
  8. 8,0 8,1 Kiaupa Z. Kiaupienė J., Kunevičius A. The History of Lithuania Before 1795 / English ed. — Vilnius: Lithuanian Institute of History, 2000. — p. 127. — ISBN 9986-810-13-2.
  9. Kiaupa Z. Kiaupienė J., Kunevičius A. The History of Lithuania Before 1795 / English ed. — Vilnius: Lithuanian Institute of History, 2000. — pp. 125—126. — ISBN 9986-810-13-2.
  10. 10,0 10,1 Ivinskis Z. Vytauto jaunystė ir jo veikimas iki 1392 m. // Paulius Šležas. Vytautas Didysis. — Vilnius: Vyriausioji enciklopedijų redakcija, 1988. — pp.20-22.
  11. Urban W. Samogitian Crusade. — Chicago: Lithuanian Research and Studies Center, 2006. — p. 174. — ISBN 0-929700-56-2.
  • Гудавичюс Э. История Литвы с древнейших времен до 1569 года / Перевод Г. И. Ефромова. — Том I. — Москва: Фонд имени И. Д. Сытина, 2005. — ISBN 5-94953-029-2.