Литва мифологияһы
Литва мифологияһы — риүәйәттәр,легендаларҙа, төрлө фольклор әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан литваларҙың мифологик күҙаллауҙары.
Литва мифологияһы | |
Культура | Литвалар |
---|---|
Дәүләт | Литва |
Литва мифологияһы Викимилектә |
Литвалыларҙың алланы хөрмәт итеүе тураһында боронғо тарихи сығанаҡтар, уларҙың христианлыҡҡа тиклемге ҡараштары һәм ышаныуҙарын һаҡлаған этнографик мәғлүмәт һәм халыҡ-поэтик мотивтары булыуына ҡарамаҫтан, литва мифологияһы күптән түгел генә бик аҙ өйрәнелгән ине.
Тикшеренеүҙәр
үҙгәртергәЛитва көнкүреше һәм халҡы буйынса ҡайһы бер тарихсылар литва мифологияһында «һинд, иран-фарсы, кельт-галл, грек-рим һәм скандинав ышаныуҙарының» (L. Rogalski) эҙен таба. M. О Коялович унда боронғолоҡ һәм айырымланғанлыҡ һыҙаттарын асты. Ғалим фекере буйынса, литва ауыҙ-тел ижады бик боронғо диндәрҙең һәм грек-рим мәжүсилегенең эшләнеп бөткән, тамамланған төшөнсәләрен берләштерә.
Литва мифология хоҙайҙарына Нарбут, Крашевский, Стрыйковский, Ласицкий, ойошторған емергес филологик поход емергесэҙемтәләргә алып килгән. Микуцкий, Акелевич, Мержинский, Карлович иҫбатлай, тип Ласицкий ҙа, нарбут та литва телен белмәгәнлеген раҫланылар, ә Нарбут, бынан тыш, артыҡ мауыҡҡан һәм матурлап биҙәп күрһәткән поэтизировать. Фантастик китаптар күп, И. Фекенштедт «D. Mythen, Sagen u. Legenden der Zamaiten» (1883) китабында, Карлович үҙенең «La Mythologie lithuanienne et Mr. Veckenstedt» («Mélusine») мәҡәләһендә ап-асыҡ итеп күрһәткәнсә, фантастик хәлдәр артыҡ күп.
Г. Узенерҙың («Götternamen», Бонн, 1894) һәм Сольмсендың («Litauische und lettische Götternamen») хеҙмәттәрендә Bezleja, киске эңер алиһәһе (bežleja, ҡараңғы төшә, тип уҡы), йәки Apidome — торлаҡ алыштырыу аллаһы (apideme, өйҙәр араһындағы ялан йәки ялан кәртә, тип уҡы) аллалар тураһында һүҙ бара.
XVI һәм XVII быукттарҙа протестанттар һәм контрреформатор-иезуиттар эшләгән системаларға ҡарағанда, XIII быуат аҙағына саҡлы боронғо яҙыусылар — Тацит, Вульфстан һ. б. ҡалдырған ҡыҫҡа мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа яҡын, дөрөҫөрәк итеп яҙылған. Литвала һәм Пруссия латыштарында һәр өлкәнең айырым аллаһы булған, һәм фәҡәт был өлкәлә генә ул иң юғары алла тип иҫәпләнгән, әммә дөйөм халыҡҡа ҡарата һәм ҡәбилә аллалары менән сағыштырғанда, түбәнерәк баҫҡыста тороусы хоҙай булған. XV быуат башында Литвала дин таратыусы Иероним Пражский раҫлауынса, төрлө урында сиктән тыш һөйөү обожания предметы төрлөсә. Бер урында йыландарҙы хөрмәт иткәндәр, икенсеһендә — утты, өсөнсөһөндә — ҡояш йә һирәк осрай торған дәүмәлдәге тимер сүкеште. Ҡанбабаларҙан, ни өсөн ҙур сүкеш шул тиклем хөрмәт ителә тип һорағас, улар былай тип яуап биргән: бер ваҡыт бер нисә ай дауамында ҡояш күренмәгән, уны ниндәйҙер ҡөҙрәтле бер батша эләктереп алған да, нығытылған башняла бикләп тотҡан. Шул ваҡыт Йондоҙнамә билдәләре ҙур сүкеш менән башняны ватҡандар, һәм, ҡояшты азат итеп, кешеләргә ҡайтарып биргән. Кешеләргә тағы ла ут ҡайтарып биргән ошо эш ҡоралын бөгөнгө көндә лә хөрмәт итеү .
Литва мифологияһы нигеҙҙәрен аңлатыу юлдарының береһен 1841 йылда Прейс («Халыҡ мәғарифы министрлығы журнала», 26-сы бүлек) тарафынан күрһәтелгән: ысынбарлыҡты иҫәпкә алмаған ҡараштар менән мауыҡмаҫҡа, тарихи-көнкүреш мәғлүмәттәрен тәнҡитләү нигеҙендә литва дини системаһын бәйән итергә була. Был ысул профессор Л. Мержинскийҙың «Mythologiae Lithuanicae Monumenta» тикшеренеүҙәре нигеҙенә һалынған. 1-се баҫмала (1892) Альбрехт фон Бордевиктан (1298-1301) алып Тацитҡа тиклемге литваларҙың алланы хөрмәт итеүе тураһындағы мәғлүмәт йыйылған. 2-се баҫмала (1896) XIV һәм XV быуат яҙыусыларының, бигерәк тә, Пётр Дуйсбургтың (Дуйсбургтың Пётрынан) мәғлүмәттәре, тәре йөрөтөүселәрҙең яҙмалары һ. б. ҡаралған. Мержинскийҙың латин сығанаҡтарын өйрәнгәне буйынса, idola, simulacra, templa һүҙҙәре хоҙайҙарын һәм изгеләрен ағас, бронза йәки тимер һындар итеп һүрәтләү бөтөнләй ҡулланылмағаны, ә тәбиғәт көстәрен, күк есемдәрен һәм ата-бабаларҙың рухын күсмә мәғәнәлә хөрмәтләүҙе генә аңлатҡаны асыҡланған. Хөрмәтләү урыны булып тәбиғәт: урман, игене алынып һөрөлмәй ятҡан ер йәки ҡаулан ер жниво, туғай йәки йорт, йорт усағы, йорттоң йә торлаҡ биләмәһенең усадьба бер өлөшө хеҙмәт иткән, йола буйынса әлеге ваҡытта ла ауыл хужалығына ҡараған ғөрөф-ғәҙәт буйынса йолалар: малды тәүге көтөүгә сығарғанда, иген һуҡҡанда, етен эшкәртеү һ. б. хужалыҡ эштәрен тәбрикләгәндә атҡарыла. Йәнәһе лә, Литвала хатта XVII быуатта әле халыҡ туранан-тура шайтанға мөнәсәбәтле булған, раган-лятавица кеүек Шатрия тауына (Иванов төнөнә ҡарата Жмудта төрлө иблис демон йыйналыуҙары) осоп менә торған булғандар тигән хәбәрҙәр Вилен археографик комиссияһы («Йыйынтыҡ» «Сборник», III том, «Акттар», 6-сы һәм 10-сы томдар) халыҡҡа еткергән төньяҡ-көнбайыш крайы суд акттарынан күренә.
Литвалыларҙың алланы хөрмәт итеүе
үҙгәртергәЛитвалыларҙың алланы хөрмәтләүенең түбәндәге төп һыҙаттарын бүлеп күрһәтергә мөмкин:
- Литвалылар, славяндар һәм индустар кеүек, Пяркунас (Перкун) ды хөрмәтләгән, әйтер кәрәк, ҡылыҡһырлаусы мифик формула булып шундай әйтем тора: Перкун вельнасты йәки велинувты (шайтанды) ҡыуа йә үлтерә. Вельнас — үлгән ата-бабаларҙың рухы веленың яҡын туғаны. Ҡара бесәй, эт, кәзә тәкәһе, йә тире тунды тиҫкәре яғы менән әйләндереп кейгән кеше ҡиәфәтенә кергән был шайтады эҙәрлекләү сәхнәһе, уны мөғжизәле пуля (көмөш һиҙәп, төймә) менән мотлаҡ имән ағасы йә башҡа ҡыуышлы ағас янында атыу менән тамамлана. Перкунды хөрмәтләү боронғо ҡарт имәндәрҙе — шағир Дионизом Пашкевич данлаған "Баублис"ты хөрмәт итеү менән бәйле — улар янында буялған ептәр бәйләү, йомортҡа, сыр йә башҡа ашамлыҡ менән ҡорбан килтерелгән. Христиан легендалары тәьҫирендә, һуңынан Перкун язалаусы һәм ғәфү итеүсе хоҙай ролен үтәй (ҡара: «Zur lit. Dialektkunde», 7-се б.).
- Боронғо литва йыр әҙәбиәтенең байтаҡ өлөшө раудастарҙан — бөйөк урыҫ һыҡтауҙарына һәм корсиканлыларҙың voceri-һына оҡшаған матәм йә хушлашыу йырҙарынан тора. Был һыҡтауҙарҙа үлгән дөрөҫ юлда йөрөүсе кешенең йәне атамаһы булған Vele һүҙе ҡулланыла. Үлгән кешенең эргәһендә һыҡтап ултырыусылар, уның алдараҡ үлгән ата-әсәһенә, велеләрҙең ҡапҡаларын һәм ишектәрен асып, уларҙың аҡ ҡулдарынан етәкләп, велеләр эскәмйәһенә үткәреүҙәрен үтенеп, өндәшәләр. Йәш мәрхүм велеләрҙең кейәүе, йәш мәрхүмә — кәләше тип, яңы ғына яҡты донъянан киткән мәрхүм — велеләрҙең ҡунағы (Veliu svetelis) тип атала. Бер һыҡтауҙа һыҡтаусы, мәрхүмдең алдараҡ үлгән туғандарына өндәшеп, уны ҡәберлек ҡалҡыулығына йыйылып ҡаршылауҙарын һәм велеләр эскәмйәһенә ултыртыуҙарын үтенә. Велеләр әсәһе йә ҡапҡа асыусы кескәй велеләр риза булһын өсөн мәрхүмдең табутына аҡ икмәк һалалар. Күҙгә кренмәгән ҡурсалаусылар — ҡәберлек донъяһындағы ата-бабалар — йортусағын һәм утты һаҡлаусы ла була тип ышанғандар; шунан сығып, литваларҙа бик көслө үҫешкән утҡа табыныуҙы ла аңлатырға була.
- Ергә табыныу уларҙа ҡара сусҡа балаһын ҡорбан итеү йолаһында, жеминеляуть тип аталған жемины культында сағыла, ул игенселек йылының башында, тиреҫ сығара башлау һәм ерҙе һөрөү алдынан атҡарылған. Ер-Әсә культы, игенселек үҫеше менән бергә, баҫыу культына әүерелгән. Арыш урағы тамамланыу байрамы (пабейктуве) иң һуңғы көлтә ҡиәфәтендәге ураҡ йәки үҫемлек иблесен хөрмәтләү менән бәйле.
- Szventa Gabija, ażpelenie (ҡара: Залтис) тип аталған Өй һәм ут эйәләре культы.
- Вафат булған кешеләрҙең йәндәре Ҡош юлында (литваса — ҡоштар юлдары, paukszcziu kelias) күренә, латыштарҙа Төньяҡ ялтырауығы — һәләк булған яугир ата-бабаларҙың алышы тип ҡабул ителгән, шуға оҡшаған. Ҡояштың ҡушаматы Әсә: йондоҙҙар Ҡояш ҡыҙҙары тип атала.
- Изге сауҡалыҡтарҙағы урман һәм ағастарҙы хөрмәтләү, сөнки уларҙа, ата-бабаларҙың яндырылған ҡалдыҡтары күмелеп, ҡәберлектәр өйөлгән; был урыҫ йылъяҙмаларындағы Медейна алиһәһе культы һәм ҡуян хоҙайы менән бәйле.
- Дейв йәки лайм культы уңдырышлылыҡ һәм йорт бәхете, тормош-көнкүреш һәм мал-тыуар алиһәһе тип иҫәпләнгән алиһәләр (феялар, парк, бала табыусылар) таштары менән бәйле.
- Урта быуат дин таратыусылары һәм миссионерҙары баһалағанса, литвалар, октябрь айында, көҙөн, мәрхүмдәрҙе, үлгән ата-бабаларын иҫкә алыу, аштарын ойоштороуҙы бик теүәл итеп үтәгән. Литва хоҙайҙары — үҙҙәренең ата-бабаларының йәнен тәрән ихтирам итеүсе, игенселек мәҙәниәтенең түбән баҫҡысында йәшәүсе, киң йәйелеп аҡҡан йылғалар буйындағы үҙәндәрҙә пуща йәшәүсе һәм сит диндәргә түҙемле, тотанаҡлы ҡарашта торған хоҙайҙар. Ҡанбабалар төш юрау, бағымлау өсөн уларҙы саҡырған, ләкин төп мөғжизәле тәьҫирҙе, моғайын, йорт эйәһе башҡарған, ә дәүләт эштәрен — халыҡ һәм кенәздәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Литва хоҙайҙары исемлеге
- Жнич
- Ромува
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЛитва мифологияһы Викимилектә |
- Вольтер Э. А. Литовская мифология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Балто-славянские исследования (1972–2014) // Институт славяноведения РАН
- Цветок папоротника: Литовские мифологические сказания = Laumių dovanos: Lietuvių mitologinės sakmės, 1979 / Сост. и авт. предисл. Н. Велюс. перевод с литов. Е. А. Соловьёвой; Ил. Р. Велювене. — Вильнюс: Вага, 1989. — 374 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-415-00419-X.
- Studia Mythologica Slavica // Словенская академия наук и искусств
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лазарева Е. О. Основные хтонические мифологические персонажи в балтийской и русской традициях 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.. Дипломная работа СПбГУ, 2009