Иҫәнгилде (Ырымбур өлкәһе)
Иҫәнгилде (рус. Исянгильдино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Яңы Михайловка ауыл биләмәһе составына инә.
Ауыл | |
Иҫәнгилде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәТуҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәЫрымбур губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона ҡарай.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Халҡы
үҙгәртергә1834 | 1859 | 1920[1] |
---|---|---|
133 | 260 | 512 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[2] |
297 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[3].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сәғит Агиш (1904—1973) — башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры.
- Юлдашев Хисмәтулла Хәсән улы — башҡорт шағиры. Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 189, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.