Ибраһим Мерәҫов
Ибраһим Мерәҫов (? — 1788 йыл) — Өршәк-Мең улусы старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.
Ибраһим Мерәҫов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | Пугачёв Емельян Иванович |
Тыуған урыны |
Нуғай даруғаһы, Рәсәй империяһы Иҫке Мерәҫ, Имай-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 1788 |
Вафат булған урыны | Иҫке Мерәҫ, Имай-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы |
Хәрби звание | полковник[d] һәм старшина[d] |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәИбраһим Мерәҫов сығышы менән Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы Мерәҫ ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Иҫке Мерәҫ ауылы) башҡорттарынан. 1750-се йылдарҙың уртаһынан 1788 йылға тиклем Өршәк-Мең улусы старшинаһы булып тора, Ибраһимовтар нәҫелен башлап ебәреүсе. Атаһы шул уҡ улустың билдәле старшинаһы — Мерәҫ Юлымбәтов.
Е. И. Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға 1773 йылдың декабрендә ҡушыла. Өфө ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. 1773 йылдың 24 ноябрендә Өфөлә Чесноковка крәҫтиәндәренең баш күтәреүселәрҙе саналарына 4 йөк бешкән икмәк һалып ҡаршы алыуҙары билдәле була. Боласылар Өфөнө уратып, Чесноковкала, Юрмашта, Богородскийҙә урынлашалар. Отрядтарҙың командирҙары Пугачёвтың полковниктары:Ҡанбулат Юлдашев, Ибраһим Мерәҫов, Ибрай Уразбахтин, Ҡотлосура Сәйетмәмбәтов, Ҡаранай Моратовтар була[1].Баш күтәреүселәр еңеләләр, Ибраһим Мерәҫев, ихтилалдан ситләшә.
1774 йылдың апрель-июнь айҙарында властарға баш күтәреүселәрҙең ғәскәрҙәренең хәрәкәте тураһында хәбәр бирә. Ҡаранай Моратов өҫтөнән ошаҡ (донос) еткереп тора. Июнь аҙаҡтарында, ихтилалдың иң юғары күтәрелеш мәлендә, яңынан уға ҡушыла. Өфө провинцияһы Стәрлетамаҡ пристане һәм Өфө янында П. М. Голицын һәм А. Я. Якубович етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәренә Ҡаранай Моратов менән берлектә ҡаршы алыша. Июль аҙаҡлай яңынан йәшерен рәүештә Өфө властары менән килешеп, уларға хеҙмәт итә башлай. Бының менән ул старшина вазифаһын һаҡлап алып ҡала[1].