Иҙәш
Иҙәш (рус. Идяш) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Үтәғол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840003.
Ауыл | |
Идяш башҡ. Иҙәш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34785 |
Почта индексы |
453394 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәИҙәш ауылы Ҡаҫмарт йылғаһы ҡушылдығы Иҙәш йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан билдәле. Бикбирҙе, Иҙәш-Бикбирҙе исемдәре менән теркәлгән. 1795 йылдан Бикбирҙе (Сәмәт) булараҡ иҫәпкә алынған, 25 йортта — 138 кеше, 1866 йылда 92 йортта 656 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән. XX быуаттың 30‑сы йылдарынан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәИҙәш ауылы Үтәғол ауыл Советына ҡарай. Дөйөм белем биреү урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалҡы: 1900 йылда — 581 кеше, 1920 йылда 605 кеше, 1939 йылда — 412 кеше, 1959 йылда — 474 кеше, 1989 йылда — 549 кеше, 2002 йылда — 665 кеше, 2010 йылда 613 кеше йәшәгән. Башҡорттар йәшәй (2002)[3]
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, бөтә халыҡтың милләте — башҡорттар (100 %)[10].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абдуллин Фәтих Саҙрый улы (24.08.1924—10.08.2007) — журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Журналистар Союзы ағзаһы (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Ғиззəтуллина Гɵлсирə Мирза ҡыҙы (4.07.1957) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, тəржемəсе. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (1996) һәм СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты
- Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26.01.1965—5.02.2011) — башҡорт шағиры.
- Ҡадиров Урал Ғаян улы (10.03.1929—19.06.2017) — ғалим-ветеринар, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988)[11].
Урамдары
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары
үҙгәртергә- Ҡаҫмарт йылғаһы
- Иҙәш йылғаһы
- Үрге Үткәрмә тауы
- Түбәнге Үткәрмә тауы
- Болантау
- Болан шишмәһе
- Яҡшылар йылғаһы
- Өлкәр тауы
- Һүжә йылғаһы
- Яптыйылға йылғаһы
- Ҡарат йылғаһы
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Ҡәҙербаева Гөлйыһан Сәйфулла ҡыҙы үҙ ижады менән таныштыра[13]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҙәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 3,0 3,1 Иҙәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Иҙәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ [1](недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 8 март 2018)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Современное состояние фольклора в Зианчуринском районе Республики Башкортостан
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |