Викидатала элемент юҡ

Ишмырҙа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа халыҡтарҙа ла ҡуллыныла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ишмырҙа башҡорт теленә боронғо төрки, фарсы телдәренән килеп ингән, түрәгә, мырҙаға иш тигән мәғәнәлә йөрөй[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы (28 октябрь 1933 йыл Ҡужан ауылы, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы — 9 февраль 2003 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Өфө) — совет, Рәсәй ғалим-хирургы, онколог. Башҡортостанда тәүге хоспис төҙөткән табип. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[2][3].

Һағынбаев Ишмырҙа Дәүләткирәй улы (рус. Сагинбаев Ишмурза Давлеткиреевич (1923 йыл — 19 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 62-се кавалерия полкы ҡылыссыһы.

Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы (1890 йыл — 1923 йыл) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һәм Башҡорт милли хәрәкәтенең актив ҡатнашыусыһы, штабс-ротмистр.

Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы (3 декабрь 1936 йыл) — ғалим - тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005).

Ишмырҙин Ғәли (Ғәлимйән) Мөхәмәтйән улы (15 март 1903 йыл14 август 1942 йыл) — һынаусы лётчик, майор. Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе. Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандың беренсе лётчигы[4].

Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (5 июнь 1893 йыл — 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, штабс-капитан. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ишмырҙин Хәйрулла Ғәйнан улы (1870 йыл — 1947 йыл) — шағир-импровизатор.

Ишмырҙа, икенсе атамаһы Йүкәләр (рус.  Ишмурзино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ