Миркин Борис Михайлович

(Борис Миркин битенән йүнәлтелде)

Миркин Борис Михайлович (16 июль 1937 йыл — 9 август 2017 йыл) — фитоценолог, агро­эколог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), биология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).

Борис Михайлович Миркин
рус. Борис Михайлович Миркин
Файл:Миркин БМ.jpg
Тыуған көнө

16 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Вафат көнө

9 август 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

фитоценология

Эшләгән урыны

БДУ

Альма-матер

Ҡазан дәүләт университеты (1959)

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре докторы (1975)

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

профессор М. В. Марков

Награда һәм премиялары
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
Салауат Юлаев ордены

Биография

үҙгәртергә

Миркин Борис Михайлович[1] 1937 йылдың 16 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1954—1959 йылдарҙа Ҡазан дәүләт университетында уҡый. Бында ул профессор М. В. Марков етәкселегендә геоботаника буйынса фәнни эштәр менән шөғөлләнә башлай. 1959 йылда уҡыуын тамамлап, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ботаника кафедраһына эшкә урынлаша.

Унан маҡсатлы йүнәлтмә менән Ленинград университетына аспирантураға уҡырға ебәрелә.

1963 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта. Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлай. Үҙе тирәһендә, фитоценология менән ҡыҙыҡһыныусы студенттарҙы туплай.

Улар араһынан был йүнәлеш буйынса тәүге фән кандидаттары сыға (Ф. М. Ханов, Т. В. Попова, А. В. Денисова, Д. Н. Карпов).

Улар, шулай уҡ, 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетында хужалыҡ иҫәбе буйынса булдырылған геоботаника лабораторияһының тәүге хеҙмәткәрҙәре булып китәләр.

1970 йылда геоботаника лабораторияһы СССР Фәндәр Академияһының Башҡорт филиалындағы (ныне УНЦ РАН) Биология институтында ла асыла. Шул мәлдән Б. М. Миркин Биология институтында ла эшләй башлай.

1982 йылдан Башҡорт дәүләт университетында ғилми эштәр буйынса проректор була.

Уҡытыусылыҡ эше менән бер үк ваҡытта ғилми эш алып бара. 1970 йылдан геоботаника лабораторияһы мөдире, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Биология институтында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1971—1975 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының һәм Монгол халыҡ республикаһы Фәндәр Академияһының совет-монгол биологик экспедицияһын етәкләй.

Был күп һандағы экспедициялар Башҡортостан, Амударъя йылғаһы үҙәне (1965), Монгол халыҡ республикаһы (1970—1975), Яҡутстан (1974, 1976, 1978), Волга йылғаһы дельтаһы (1982—1985 йылдарҙа) биләмәләрен, Амур йылғаһының (1987 йылдан) һыубаҫар туғайҙарын иңләп сыға.

Борис Миркин — үҫемлектәр тураһында фәндең халыҡ-ара ассоциацияһы (IAVS) һәм «Folia geobotanica et phytotaxonomica» журналының редколлегия ағзаһы була.

Ғалимдың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: геоботаника, үҫемлектәр классификацияһы, сукцессиялар тәғлимәте, үҫемлектәренең антропоген трансформацияһы тураһында тәғлимәт. Ул нигеҙ һалған Өфө геоботаника мәктәбе Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙәгеләр араһында ла иң абруйлыларҙың береһе була. Мәктәп фитоценология, үҫемлектәр донъяһы динамикаһы һәм классификацияһы, фитоценоздарҙың ойошоу моделдәре мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

Б. М. Миркин шулай уҡ «Башҡортостан энциклопедияһы» нәшриәтенең редакция советы рәйесе урынбаҫары, «Биология в школе», «Экология и жизнь», «Сельскохозяйственная биология», «Вестник АН РБ», «Экономика и управление», «Башкирский экологический вестник», «Табигат» журналдарының редколлегия ағзаһы була.

Борис Михайлович 60 фән кандидаты һәм 17 фән докторы әҙерләгән.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

1000-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 11 монография авторы.

  • Миркин Б. М. О парадигмах в фитоценологии // Журн. общ. биологии. 1984. Т. 45, № 6. С. 749—758.
  • Миркин Б. М. Теоретические основы современной фитоценологии. — М. : Наука, 1985а. — 137 с.
  • Миркин Б. М. Современное состояние и тенденции развития классификации растительности методом Браун-Бланке // Итоги науки и техники. Ботаника. Т. 9. — М. : ВИНИТИ, 1989а. — 128 с.
  • Миркин Б. М. Об антропогенной эволюции растительности // Экосистемные исследования : историко-методологические аспекты / под ред. А. И. Кафанова, Э. И. Колчинского. Владивосток : ДВО АН СССР, 1989б. С. 94-106.
  • Миркин Б. М. О растительных континуумах // Журн. общ. биологии. 1990. Т. 51, № 3. С. 316—326.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г. О «нише» сравнительной флористики в современной науке о растительности // Журн. общ. биологии. 1996. Т. 57, № 3. С. 399—409.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г. Концепция фитоценоза : история дискуссий и современное состояние // Журн. общ. биологии. 1997. Т. 58, № 2. С. 106—116.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г. Наука о растительности : (история и современное состояние основных концепций). — Уфа : Гилем, 1998. — 413 с.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Соломещ А. И. Современная наука о растительности: Учебник. М.: Логос, 2002.
  • Миркин Б. М. Острова архипелага «Память»: Записки геоботаника. Уфа: Гилем, 2003. (pdf — 83.2 МБ)
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г. Популярный экологический словарь /Под ред. А. М. Гилярова. Изд. 2-е, перераб. и доп. М.: Тайдекс КО, 2003.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г. Экология: Учебное пособие. — 2-е изд., перерб. и дополн. Уфа: Восточный университет, 2004.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г. Экология: Экстерн-пособие. Уфа: Восточный университет, 2004.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә орден миҙалы (23 октябрь, 2013 йыл) — хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн
  • Миҙал «Найрамдал» (Монголия, 1975)
  • Салауат Юлаев Ордены.
  • «Петр I» миҙалы.

Рәсәй Федерацияһының һәм Бвшҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

  1. Миркин Борис Михайлович. Дата обращения: 29 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года. 2013 йыл 31 ғинуар архивланған.

Башҡорт энциклопедияһы. Баш редактор М. А. Илһамов.

4.Ла-О 2008. − 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5, фәнни баҫма. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә