Исҡужин Зәбихулла Ғәбделғәзим улы

Исҡужин Зәбихулла Ғәбделғәзим улы (шулай уҡ Зәбих Ғәзим улы; 3 ғинуар (22 декабрь) 1911 йыл — 11 ноябрь 1936 йыл) — ғалим, публицист, шағир, йәмәғәт эшмәкәре. Филология фәндәре кандидаты.

Исҡужин Зәбихулла Ғәбделғәзим улы
Тыуған көнө

1911({{padleft:1911|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Мәҡсүт ауылы

Вафат көнө

11 ноябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Вафат урыны

Татар АССР-ы, Ҡазан ҡалаһы

Ил

СССР

Ғилми даирәһе

әҙәбиәтте өйрәнеү

Альма-матер

Ырымбур башҡорт педагогия техникумы, Ҡазан университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Биографияһы

үҙгәртергә

Исҡужин Зәбихулла Ғәбделғәзим улы 1911 йылдың 3 ғинуарында (иҫке стиль буйынса — 1910 йылдың 22 декабрендә) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Мәҡсүт ауылында донъяға килгән.

Йәшләй атайһыҙ ҡалғас, 10 йәшендә Йылайырҙағы балалар йортона урынлаштырыла, унан В. И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ балалар йортона ебәрелә[1].

1926—1929 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый. Бында әҙәбиәт менән мауыға башлай. 1929—1933 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында Шәреҡ педагогия институтының донъя әҙәбиәте факультетында белем ала[2]. Артабан Ҡазан университеты аспирантураһына ҡабул ителә[1].

1936 йылда Шәйехзада Бабичтың әҫәрҙәре буйынса диссертацияһын тамамлай. Шул уҡ йылдың 11 ноябрендә Ҡазан ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Октябрь» журналында донъя күргән бер нисә мәҡәләһе татар поэзияһы классигы Һаҙый Таҡташтың ижады, күренекле прозаик Мирсәй Әмириҙең «Ағиҙел» повесы тураһында булған. Башҡорт ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу һәм өйрәнеү менән дә шөғөлләнгән. Шәйехзада Бабичтың шиғри мираҫының тулы йыйынтығын баҫып сығарыуға әҙерләгән[1].

Шиғырҙар ижад иткән.

1935 йылда Татар АССР-ы радио комитетында «Зилаир» псевдонимы аҫтында сығыш яһап, эфирға 10 тапшырыу әҙерләгән. Эфирҙа ҡурайҙа уйнаған, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған, риүәйәттәрен һөйләгән[3].

Зәбихулла (1911) — Ғәбделғәзим (яҡынса 1869—1920) — Ғибаҙулла — Дуҫмөхәммәт (1817, указлы мәзин) — Ишҡужа (1773, мәзин) — Ейәнбай (1745) — Мәҡсүт батыр (яҡынса 1690—1775. 1735—1740, 1755 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары батыры) — Асҡар — Көсөк — Һаҡҡол — Һәрекәй — Һатыусал тархан — Күстәнә батыр — Иламан — Хаҡҡолай (Ҡара төлкө) — Түңгәүер бей — Ҡуңғрат бей[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Саламатова Г. Д. Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете. Өфө, 2021.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә