Малай (Ҡырмыҫҡалы районы)

(Малай битенән йүнәлтелде)

Малай (рус. Малаево) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 265 кеше[3]. Почта индексы — 453024, ОКАТО коды — 80235825007.

Малай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡамышлы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Халыҡ һаны 265 кеше (2010)[1],
318 кеше (2002)[2],
266 кеше (2009)[2]
Почта индексы 453024
Карта

Малай ауылы Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда Күрпәс-Табын волосынан Малай Йәнбахтин тигән кеше ниндәйҙер мәсьәлә буйынса отола һәм Бишауыл ауылынан Таймаҫ Мукшоғоров исемле кешенең талабы буйынса ауыл Дыуан-Табын волосына күсә.

1816 йылда бында 27 йорт иҫәпләнә, 100 ир-ат һәм 89 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Күп ҡатынлылыҡ та була. 1920 йылда 88 өйҙә 426 кеше йәшәүе билдәле.

Был ауылда Дәүләтсура, Ғәбделйәлил, Мәмбәтсура һәм Үтәғол Мөрсәковтар — Мөрсәк ауылына нигеҙ һалыусының улдары йәшәй. Был факт ике ауылдың генетик бәйләнеше тураһында һөйләй.

Дәүләт архивында был ауылдан булған Үлмәҫҡол Бураковтың яҙмышы тураһында һөйләүсе дело ла һаҡлана. Ул 17 йыл буйы Себерҙә һөргөндә була. 1801 ғаиләһе менән кире әйләнеп ҡайта, әммә Тобольск ҡаҙна палатаһы уны ҡабаттан Себергә ебәреүҙе талап итә. 1804 йылдың февралендә ул Тобольск губернияһының Томск округына ебәрелә. Уның бер нисә тапҡыр мөрәжәғәтенән һуң ғына икенсе ҡабат Себергә ебәрелеүе хата булыуы асыҡлана. Ул 1806 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.

Малай ауылынан Ҡыҙрас Арыҫланғолов, Рамазан Сәлимбәкиев, Байыш Ҡоҙаҡаев, Иҫәнғол Шәмғолов, Вилдан Аҡйегетво 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 19 йылдың 30-сы йылдарында 254 кешелә 200 ат, 300 һыйыр, 60 һарыҡ, 70 кәзә, 220 умарта иҫәпләнә[4].


Географик урыны

үҙгәртергә

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 265 142 123 53,6 46,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны


Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә