Имәнлек (Ғафури районы)

Ғафури районындағы ауыл, Башҡортостан

Имәнлек (рус. Имянник) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 98 кеше[2]. Почта индексы — 453064, ОКАТО коды — 80221828002.

Ауыл
Имәнлек
рус. Имянник
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Ауыл биләмһе

Сәйетбаба ауыл Советы (Ғафури районы)

Координаталар

54°09′00″ с. ш. 56°36′33″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1928

Элекке исеме

Имәннек

Халҡы

98[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453064

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 828 002

ОКТМО коды

80 621 428 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Имәнлек (Рәсәй)
Имәнлек
Имәнлек
Имәнлек (Ғафури районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Имәнлек


Имәнлек (Имәннек) Сәйетбаба ауыл Советы биләмәһенә инә. Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышта 42 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан 61 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауылға 1928 йылда Стәрлетамаҡ кантоны Уҫман ауыл кешеләре нигеҙ һала. Ауыл урынлашҡан урын Ғәйфулла Вәлиевтың «Имәнлек» очергында түбәндәгесә тасуирлана:

  Йәйрәп яткан ошо һырттың иң ҡалҡыу ерендә, бер-береһенә терәк булыр хастан ҡосаҡлашҡан биш туған һымаҡ, һәр ҡайһыһы үҙенең ҡалын күкрәген ыҙғыр елдәргә ҡаршы ҡуйып, баштары күккә ашҡан биш имән-баһадир ултыра. Әлеге биш имәндән өҫтәрәк киңлеге ҡырҡ саҡрымдарға һуҙылған ҡалын урман башланып китә, ә һырттың түбән яҡ итәгенә тигеҙ рәт булып Имәнлек ауылы урынлашҡан[3].  

Ауыл кешеләре тәүҙә «Үрнәк» ер эшкәртеү берекмәһе ойошмаһында, аҙаҡ «Ҡыҙыл партизан» колхозында эшләй. Игенселек, малсылыҡ, умартасылҡ, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгәндәр. Тәүге колхоз рәйестәре: Лоҡман Баймурзин, Хәмит Вәлиев. Ғәфүр Ғәйфуллиндың өйөндә башланғыс мәктәп асыла, тәүге уҡытыусы — Рәхим Ғүмәров. 1967 йылда мәктәп ябыла, балалар Йөҙимәнгә йөрөп уҡый башлай, ә мәктәп бинаһы медпункт итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 45 ир-ат китә, шуларҙың 19 ғына кире әйләнеп ҡайта.

 

1951 йылда өс ауыл: Имәнлек, Йөҙимән, Уҫман ауылдары ҡушылып «Урожай» колхозы ойошторола. 1953 йылда сусҡа фермаһы төҙөлөп, эшләй башлай. Был ферма Имәнлектең данын республикала танытҡан эш урынына әйләнә. Сусҡа ҡараусы Сәлимгәрәй Суфиянов артым алыуҙа районда беренселектән ҡалмай, колхозсыларҙың IV Бөтә Союз съезы делегаты итеп һайлана. Тырыш хеҙмәттәре өсөн Мәхиән Дәүләтовҡа — Ленин ордены, сөгөлдөрсө Әхмәтгәрәй Әбделмәнов ВДНХ-ның көмөш миҙалы тапшырыла. Фәйзулла Мөхәмәтшин Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, Хәтмулла Суфиянов III дәрәжә «Хеҙмәт даны» миҙалына лайыҡ була [3].

 

1953 йылда ҡасаба булараҡ теркәлгән, 2005 йылдан хәҙерге статусын ала. Халҡы: 1939 йылда — 190 кеше; 1959 йылда—226 кеше; 1989 йылда—155 кеше; 2002 йылда—125 кеше; 2010 йылда — 98 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 98 48 50 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 42 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сәйетбаба): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (БелоеОзеро): 61 км

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Ғәйфулла Вәлиев (6.11.1930—1.08.1982), башҡорт журналисы, партия хеҙмәткәре һәм яҙыусы, драматург. 1953 йылдан КПСС, 1957 йылдан СССР Журналистар һәм 1978 йылдан — СССР Яҙыусылар союздары ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә