Аҡкүл (станция)

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан регионы станцияһы

Аҡкүл (урыҫ.Белое озеро) —Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлегендәге 5 класлы станция. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Аҡкүл ауыл советына ҡараған Аҡкүл ауылында урынлашҡан,

Аҡкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҡкүл ауыл советы
Хужаһы Куйбышев тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1936[1]
Киләһе туҡталыш 95 км[d] һәм Дарьино[d]
Тимер юл һыҙаты Карламан — Мурапталово[d]
Код станции 652301[1]
Карта

Тарихы үҙгәртергә

1934 йылда Өфөнән тимер юл Ишембай нефть ятҡылығына табан һуҙыла. Аҡкүл станцияһы Дим — Ишембай (хәҙер Өфө— Ырымбур) тимер юл тармағында булдырылған.

Бында барлыҡҡа килгән тимер юл эшселәре ҡасабаһы 2007 йылдың 10 сентябренә тиклем Аҡкүл станцияһы ауылы тип атала.

Урыны һәм инфраструктураһы үҙгәртергә

Тимер юл станцияһы Аҡкүл ауылында урынлашҡан. Унда автотранспорт менән барып була. Станцияға тиклем йәмәғәт транспорты йөрөмәй. Станциянан 2,0 км көньяҡтараҡ тимер юл аша автомобиль юлы үтә (Талбазы, Табын, Красноусолға.[2]

Станция биләмәһендә дүрт юл һәм көнбайыш яҡта ситтә бер түбән уурынлашҡан оҙон платформа бар. Вокзал бинаһы ҙур түгел, 07:30 алып 16:30 тиклем касса эшләй.[3] Станцияла үтәлгән коммерция операциялары: станцияларҙың асыҡ майҙансыҡтарында һаҡларға рөхсәт ителгән йөктәрҙе вагондар менән ҡабул итеү һәм тапшырыу; юлдарҙа брутто ауырлығы 24 (30) һәм 30 т булған универсаль контейнерҙарҙағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу; станция яны юлдарында һәм дөйөм файҙаланыуға тәғәйенләнмәгән урындарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү (вагондар менән, ваҡлап, вагондарға тултырып тейәп); 20 һәм 24 т брутто ауырлыҡтағы универсаль контейнерҙарҙа килгән юлдарҙа йөктәр ҡабул итеү һәм тапшырыу; бөтә пассажир поездарына ла билет һатыу. Багажды ҡабул итеү һәм кире биреү.

Алыҫҡа йөрөүсе поездар үҙгәртергә

№ 371/372 Өфө — Андижан һәм 381/382 Өфө — Ташкент пассажир поездары станцияһы Аҡкүл станцияһында туҡталды.

Элек ҡайһы бер алыҫҡа йөрөгән поездар ҙа Аҡкүл станцияһында туҡтаған[4] :

Поезд Маршрут Көн
- Өфө — Ырымбур 2010 йылдан алып юҡ.
- Ырымбур — Өфө 2010 йылдан алып юҡ.
- Кумертау — Мәскәү 24.05.2012 йылдан алып юҡ.
- Мәскәү — Кумертау 24.05.2012 йылдан алып юҡ.
- Кумертау — Санкт-Петербург 10.2011 йылдан алып юҡ.
- Кумертау-Нижневартовск 24.05.2012 йылдан алып юҡ.
- Кумертау — Яңы Уренгой 24.05.2012 алып юҡ.
381Ь Ташкент — Өфө

Ҡала яны поездары үҙгәртергә

Аҡкүл станцияһы аша ҡала яны поездары үтә. Ҡалалар араһында РА1 һәм РА2 рельс автобустары йөрөй. 2020 йылдың мартындағы расписание буйынса Аҡкүл станцияһында түбәндәге поездар туҡтай:

  • Стәрлетамаҡ — Ҡарлыман (көн һайын, 1 поезд Стәрлетамаҡ — Ҡарлыман, Ҡарлыман — Стәрлетамаҡ 2 поезд, Стәрлетамаҡҡа тиклем юлдағы вағыт — 1 сәғәт 7 минут — 1 сәғәт 15 минут)
  • Стәрлетамаҡ — Өфө (көн һайын, 2 поезд, Стәрлетамаҡҡа тиклем юлдағы ваҡыт — 1 сәғәт , Өфөгә тиклем — 2 сәғәт 39 минут −2 сәғәт 48 минут 2)

Тағы ҡарағыҙ үҙгәртергә

-Ғафури районы

-Тимер юл транспорты

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Последовательность станций