Имаметдинов Туфан Риф улы

Туфан Имаметдинов, Туфан Риф улы Имаметдинов (1984 йылдың 7 ноябре, СССР, РСФСР, ТАССР, Яр Саллы) — театр режиссеры, Ҡазан йәш тамашасы ('2014-2020), Тинчурин (2021 йылдан) театрҙарының баш режиссеры, халыҡ-ара театр фестивалдәре лауреаты.

Имаметдинов Туфан Риф улы
Тыуған көнө 7 ноябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны Яр Саллы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө режиссёр
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
 Имаметдинов Туфан Риф улы Викимилектә
Туфан Имаметдинов

Биографияһы

үҙгәртергә

1984 йылдың 7 ноябрендә Яр Саллыла әтиһе белеме буйынса халыҡ театры режиссеры булған ғаиләлә тыуған. Исемен әтиһе Туфан Миңнуллин ижадын яратып ҡушҡан. Саллыла мәктәпте тамамлағас, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының эстрада факультетына (Свердловск Фәтхетдинов курсы) уҡырға кереп ҡарай. Алабуға мәҙәниәт укуханаһында 3 йыл уҡый. 2006 йылда Мәскәүҙә РАТИ—ГИТИСтың режиссерлыҡ факультетына (Олег Кудряшов классы) уҡырға инә һәм 2011 йылда «драма режиссураһы» белгеслеге буйынса тамамлай. 2010 йылда Галина Волчекның «Современник» театрында эшләй башлай. 2011 йылда унан Мәскәүҙең Евгений Миронов етәкселегендәге «Милләттәр театры»на штаттағы режиссер булып күсә. Классиканы яҡын итә, баштараҡ комедиялар ҡуя, һуңынан драмаларҙы сәхнәләштерә.

Режиссерлыҡ эше

үҙгәртергә

2010Мәскәүҙең «Современник» театрында ҡуйылған «Атыу» (рус. Выстрел, А. С. Пушкин) спектакле.

2010Мәскәүҙең «Милләттәр театры»нда ҡуйылған «Етем Көнбайыш» (рус. Сиротливый Запад, М. Макдон) спектакле.

2011Румынияның Милли театрында (Торг-Муреш ҡалаһы) ҡуйылған «Өйләнеү» (рус. Женитьба, Н. В. Гоголь) спектакле.

2011Мәскәүҙең «Милләттәр театры»нда ҡуйылған «Шоша» инсценировкаһы (И. В. Зингер буйынса). Төп рольдәрҙең берһен Роза Хәйруллина башҡара.

2012Мәскәүҙең Вл. Маяковский исемендәге академия театрында ҡуйылған «Аҡылдан яҙған кеше яҙмалары» (рус. Записки сумасшедшего, Н. В. Гоголь) спектакле.

2013Румынияның Милли театры мажар труппаһы менән (Торг-Муреш ҡалаһы) ҡуйылған «Тарелкин үлеме» (рус. Смерть Тарелкина, А. В. Сухово-Кобылкин) спектакле.

2013Мәскәүҙең «Милләттәр театры»нда ҡуйылған «Быяла кеүек ҡырағай йәнлектәр ояһы» (рус. Стеклянный зверинец, Т. Уильямс). Төп рольдәрҙе Марина Неелова һәм Евгений Ткачук башҡара.

2014Румынияның Милли театры мажар труппаһы менән (Торг-Муреш ҡалаһы) «Калигула» (А. Камю) спектакле.

2014А. П. Чехов исемендәге Хатта ҡуйылған «Ахмаҡлыҡтар» (рус. Глупости, Виктория Бугаева) спектакле.

Татарстанда

үҙгәртергә

Татарстан тамашасыһы йәш татар режиссеры ижады менән 2013 йылда тыуған ҡалаһы Саллыла татар драма театрында ҡуйылған «Тирәктәр шаулай елдә» (Жиральд Сиблерайс әҫәре) спектакле аша танышты. Төп берһен рольдәрҙең Рафил Сәғиҙуллин башҡара.

Ҡаҙанда ҡуйылған беренсе әҫәре — 2014 йылда Ҡаҙан йәш тамашасы театрында ҡуйған «Кешеләр мәхәббәте» (рус. Любовь людей, Дмитрий Богославский) спектакле була.

2014 йылдың декабрендә РФҙә танылып килгән йәш татар режиссерын Ҡазанға кире ҡайтарыу өсөн Татарстан республикаһы, удмурт республикаһы мәҙәниәт министрлығы уға туп-тулы бер үҙе театр коллективын ышанып тапшыра — Ҡаҙан йәш тамашасы театрының баш режиссеры итеп билдәләй (баш режиссер Владимир Игишеввафатынан һуң буш торған вазифа)[1].

2018 йылда Әлмәт татар драма театрында «Тыныслыҡта ғына урын бар» «физик» спектаклен (актерҙар хәрәкәтенә нигеҙләнгән театр, эксперименталь проект) ҡуя (авторҙашы Рауил Тотолған) [2].

2020 йылда Ҡаҙан йәш тамашасы театрының баш режиссеры вазифаһынан китә, ҡуюсы режиссер булып ҡала. Китеүенең сәбәбен режиссер ижадҡа аҙ ваҡыт ҡалыуы менән аңлата[3].

Һуңғы йылдарҙа «Әлиф» ижад берләшмәһе менән «Әлиф», «Әллүки», «Дәрдмәнд» спектаклдәрен сәхнәләштерә.

Тинчурин театрында саҡырылған режиссер сифатында «Әғләм.Донъя», «Полиционер» спектаклдәрен ҡуйған.

2021 йылдан — Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театрының баш режиссеры[4].

2023 йылда Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театрында "Иҙеүкәй" спектакле ҡуйыла.

Уңыштары

үҙгәртергә
 
«Алтын битлек» премияһы

2017 йылда Ҡаҙан йәш тамашасы театрында ҡуйған «Тәрән ...» (рус. Из глубины. Художник Винсент Ван Гог) спектакле дүрт номинацияла РФ «Алтын битлек» үрге милли театр премияһына тәҡдим ителә[5].

2018 йылда «Алтын битлек»кә эйә булған беренсе башҡорт артистан әҙерләгән режиссер статусына өлгәшә – бейеүсе Нурбәк Батулла менән «Әлиф» спектаклен ҡуйып, дәрәжәле премия ала[6].

Ҡатыны Лилия Имаметдинова, Ҡазан ТЮЗы костюмдар буйынса рәссамы.

Рузилә Мөхәммәтова. Бик күп Имаметдинов: «Беҙгә герой етмәй». «Аҙна ваҡиғалары», 2018 йыл, 21-27 декабрь.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Главным режиссером Казанского ТЮЗа назначен Туфан Имамутдинов. {{{2}}}. «Элита Татарстана», 20.12.2014 (рус.)
  2. Динара Нургалиева. Равиль Сабиров и Туфан Имамутдинов заставили зрителя подумать. {{{2}}}. «Знамя Труда», 05.11.2018 (рус.)
  3. Туфан Имаметдинов Казан ТЮЗы баш режиссеры вазифасыннан китә. Азатлык радиосы, 14.01.2020
  4. Туфан Имаметдинов Тинчурин театрының баш режиссеры булачак. Азатлык радиосы, 22.08.2021
  5. Из глубины. Художник Винсент Ван Гог - номинации на Премию «Золотая Маска» 2017 г. 2024 йыл 20 май архивланған. Фестиваль премии «Золотая Маска» (рус.)
  6. Нурбек Батулла. Балет / мужская роль. Лауреат. 2024 йыл 20 май архивланған. Фестиваль премии «Золотая Маска» (рус.)