Татар дәүләт драма һәм комедия театры

Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театры (рус. Татарский государственный театр драмы и комедии имени Карима Тинчурина) — Ҡазандағы татар театры. 1988 йылға тиклем Күсмә театры булараҡ билдәле.

Татар дәүләт драма һәм комедия театры
Тармаҡ креативная экономика[d]
Нигеҙләү датаһы 6 ноябрь 1933
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Адрес 420015, Республика Татарстан, г. Казань, ул. М. Горького, д. 13
Рәсми сайт tinchurinteatr.ru
Тасуирлау биттәре theatre-museum.ru/theate…
Карта

Театр тарихы

үҙгәртергә

Беренсе спектакль 1933 йылдың 6 ноябрендә Питрәч районының Шәле ауылында уйнала (Кәрим Тинчурин һәм Ҡәүи Нәжмиҙең «Булат бабай семьяһы» комедияһы). Шул көндән башлап коллективтың өҙлөкһеҙ гастроль юлы башлана. Был ваҡытта Академия театрының ҙур артисттары З. Закиров, Г. Болгарская, Х. Исмәғилов, А. Йәһүҙин, М. Рәхмәтуллина, Г. Ғиматов һ.б. кеүек татар сәнғәтендә матур эҙ ҡалдырған шәхестәр эшләй башлай. Әлеге осорҙың репертуарына күҙ һалһаҡ түбәндәге спектаклдәрҙе күрәбеҙ: Ф. Сәйфи-Ҡазанлы «Зәңгәр алан» (Реж. Ғ. Ильясов), К. Тинчурин, Ҡ. Нәжми «Булат бабай семьяһы» (Реж. Ғ. Ильясов), А. Зөлкәрнәй — «Дала йөрәге» (Реж. М. Илдар), М. Илдар — «Ике система».

  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1942 йылдың октябренән 1944 йылдың октябренә тиклем) Быуа ҡалаһында Татар академия театры филиалы булараҡ эшләй. Һуңынан Республика татар күсмә театры статусы ала. Театрҙың сәнғәт етәксеһе — Ә. Мәжитов, труппала артисттар — А. Әхмәтжанова, Б. Д. Ғалиуллина, Г. М. Ғиматов, Х. Исмәғилов, З. Г. Камалова, С. Сәғитова, М. Рәхмәтуллина, С. Хөснөтдинова һ.б. эшләй. 1944 йылда Күсмә театр Ҡазанға күсерелә[1]. Ҡазан Кирмәнендә Спас манараһында урынлаша.
  • 1986 йылда Камал театры яңы бинаға күсенгәс, унан ҡалған Горький урамындағы бинаға эйә була. 2005—2010 йылдарҙа оҙаҡҡа һуҙылған ремонт эштәре арҡаһында тағы бинаһыҙ ҡала. 2010 йылдың 14 май көндө театр йорто реставрацияһынан һуң театр үҙ йортона ҡайтты[2].
  • 1988 йылда театрға Кәрим Тинчурин исеме бирелә.

Режиссерҙар

үҙгәртергә
  • 1933—1937 йылдарҙа — Ғ. Ильясов,
  • 1937—1946 — Ә. Мәжитов
  • 1946—1948 — Ғ. Йосопов
  • 1948—1949 — С. Вәлиев
  • 1950—1956 — С. Вәлиев-Сульва
  • 1956—1962 — Т. Тумашева
  • 1963—1985 — Р. Томашев
  • 1971—1975 — Рәфҡәт Бикчәнтәев
  • 1985—1988 — Рабит Батулла
  • 1988—1991 — Дамир Сиражиев
  • 1991—2019 — Рәшит Заһидуллин[3]
  • 2019 йылдан — ике йыл театр баш эшләй режиссерһыҙ[4]
  • 2021 йылдан ― Туфан Имаметдинов[4]

Бүләктәре

үҙгәртергә

«Тантана» премияһы лауреаты.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә