Тыргу-Муреш (рум. Târgu Mureș немец исеме Am Neumarkt Mieresch, мадьярса — Marosvásárhely, Марошвашархей) — Румыниялағы ҡала, Трансильвания төбәгендә, Муреш жудецының административ үҙәге .

Ҡала
Тыргу-Муреш
рум. Târgu Mureș
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Румыния

Жудец

Муреш

Координаталар

46°32′59″ с. ш. 24°33′35″ в. д.HGЯO

Примар

Zoltán Soós[d][1]

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1332

Майҙаны

49,3 км²

Халҡы

127 849[2] кеше (2007)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

(+40) 02 65

Почта индексы

540xxx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

MS

Рәсми сайт

tirgumures.ro  (рум.)

Тыргу-Муреш (Румыния)
Тыргу-Муреш
Тыргу-Муреш

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡаланың исеме румын, немец һәм венгр телдәрендә « Муреш йылғаһында баҙар» мәғәнәһендә йөрөй.

Халҡы— 127,8 мең кеше (2011).

Оҙайлы ваҡыт халыҡтың күпселеген венгрҙар тәшкил итә. Хәҙер венгрҙар һәм румындар яҡынса бер тигеҙ. 19521968 йылдарҙа ҡала Венгрия (Муреш-Венгрия) автономиялы өлкәһенең баш ҡалаһы булып тора.

Ҡала боронғо скиф ҡаласығы урынына урынлашҡан. Беренсе тапҡыр 1332 йылда папа реестры Novum Siculorum Forum һәм 1349 йылда Sekulvasarhel (Székelyvásárhely) исеме аҫтында телгә алынған.

Трансильванияның башҡа күп ҡалалары кеүек, ул оҙаҡ ваҡыт оборона торама пункты булып тора. Беренсе сиркәү бөгөн ҡәлғә сиркәүе урында торған. Ул монгол ябырылыуы барышында емерелгән. Һуңынан францисканцтар уны готика стилендә 1260 һәм 1446 йылдар араһында үҙгәртеп ҡоралар (200 йылға яҡын төҙөлә).

1405 йылда Венгрия короле Сигизмунд Люксембургский ҡалала йәрминкәләр ойоштороу хоҡуғы бирә.[3]. 1470 йылда король Матиаш Корвин ҡаланы Марош-Вашархельи (Marosvásárhely) король резиденцияһы[4] тип иғлан итә. Һуңыраҡ, 1492 йылда,ҡала воеводаһы Иштван Баторий (Батори) бында ҡәлғәғә һәм монастырға нигеҙ һалған..

Марош- Вашархельиҙа бер нисә тапҡыр Трансильвания Сеймы йыйылған. 1571 йылда Сейм Трансильвания кенәзлегендә кальвинистарға, католиктарға, униаттарға һәм лютерандарға дин тотоу иреклеге иғлан итә[3]. 1595 йылда Марош-Вашархельи граждандары валаш хакимы һәм воеводаһы Михай Батырҙың төрөк походын хуплайҙар. 1601—1602 йылдарҙа генерал Басты етәкселегендәге Австрия ғәскәрҙәре ҡаланы емерә, Трансильвания протестанттарын ҡорота. 1613 йылда Трансильванияның кенәзе булған һәм Венгрия тәхетенә «старт алған» Габор Бетлен 1613 йылдың 29 апрелендә Марош-Вашархельиға ирекле король ҡалаһы статусын биргән.

1791 йылда венгр энциклопедисы Дьёрдь Аранка Марош-Вашархельиҙә Лингвистика Йәмғиәтен нигеҙләй (1810 йылда ябыла). 1799 йылда венгр канцлеры Самуэль Телеки-өлкән (1739—1822) Марош-Вашархельиҙә Халыҡ китапханаһына нигеҙ һала. Ул оҙаҡ ваҡыт Телеки исемен йөрөтә һәм хәҙерге ваҡытҡа 200 000 том иҫәпләнә[4].

1849 йылда Сигишоаруға китеп барышлай Марош-Вашархельиҙә серб-словак сығышлы венгр шағиры Петефи Шандор туҡтай. Петёфи ҡунып сыҡҡан Гёрёг йорто бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған[4]. Марош- Вашархельи (Тыргу-Муреш) ҡалаһы менән шундай исемдәр бәйле: поляк генералы Юзеф Бем (уның штаб-фатиры Телеки Йортонда урынлашҡан, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған); күренекле румын эшмәкәрҙәре: революционер Аврам Янко, тел белгестәре Петр Майор һәм Папиу-Илариан, шағир Михай Эминеску.

Тыргу-Муреш 1952 йылда Муреш-Венгрия автономиялы өлкәһенең (МВАО) баш ҡалаһына әйләнә. Ҡайһы бер XX быуат политологтар фекеренсә, Тыргу-Муреш (Марош-Вашархельи de facto « Трансильванияның һуңғы баш ҡалаһы» тип атарға мөмкин.

1956 йылда «Секуритате» Тыргу-Мурешта (Трансильванияның башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында) Венгр милли революцияһын хуплаусы кешеләрҙе күпләп ҡулға алыуҙы башҡара. Улар төрлө срокка хөкөм ителәләр, ҡайһы берҙәре төрмәлә вафат булалар, икенселәре ҡасырға маташҡанда атылған[3].

1959 йылда Тыргу-Мурешта Георге Георгиу-Деж була. 1962 йылда Бухарест нәшриәте «Меридиан» этник венгры . Дьерди Ковачтың «Тыргу-Муреш» (бер нисә телдә, шул иҫәптән рус[4]) брошюраһын донъяға сығара. Ул ҙур күләмдә аҡ-ҡара фотоһүрәттәр менән тәьмин ителгән, һәм улар 1968 йылда Румыниялағы Венгрия автономияһының « Карпат генийы» Николае Чаушесоку тарафынан юҡ ителгәндәргә үҙенсәлекле һәйкәл булып тора. Брошюрала Венгрия автономиялы төбәктә рәсми теркәлгән ике теллелек буйынса үткәрелгән һынауҙың сағыу миҫалы күрһәтелгән, (әлбиттә, румын теле өҫтөнөрәк): Тыргу-Муреш төп ҡунаҡханаһын «hotel szallo TRANSILVANIA» вывеска биҙәй.

1990 йылдың мартында Тыргу-Мурешта Венгрияның милләтселәре һәм румындарҙың Георге Фунар яҡлылары араһында ҡораллы бәрелештәр булып үтә. Һөҙөмтәләр: 5 кеше үлә, яраланғандар — 278[5]. 1992 йылда Тыргу-Мурешта рәсми рәүештә ике теллелек тергеҙелә[3]. Милли-территориаль автономия буйынса эштәр күпкә ҡатмарлы була. 2009 йылда венгр активистары Секей крайы тип аталған сәйәси-административ булдырыу идеяһын тәҡдим итәләр. Ул территория буйынса 70-80 % МВАО менән тап килгән, юридик яҡтан ике күсәгилешлелек ала:

2010 йылдың 12 мартында Сфынту-Георге ҡалаһында Секей крайының мэрҙарының һәм кәңәшсеһеләренең II съезы үтә. Съездың төп ҡарары булып венгр теленә төбәк кимәлендәге рәсми статус биреүгә ирешеү була. Румынияның үҙәк власть органдары I һәм II съездарҙың ҡарарҙарын законлы тип танымайҙар. 2011 йылдың 20 майына Румыниялағы венгрҙарҙың демократик союзы (ДСВР) Тыргу-Мурешта Секеи крайының Административ советын ойоштора. Ул Муреш, Харигат һәм Ковасн өйәҙдәрендәге ДСВР вәкилдәренән торған…

2014 йылдың 15 мартында Валентин Бретфелеан, Тыргу-Муреш полиция начальнигы,Секей крайы өсөн булған тыныс демонстрацияны ҡыуырға бойора. ДСВР үҙенең протестын белдерә. Көньяҡ Тироль һәм Басков илдәренең әйҙәүсе сәйәси партиялары Секей патриоттары менән үҙҙәренең теләктәшлеген белдерәләр.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Вознесенск соборы — ҡаланың иң ҙур ҡорамы.
  • Благовещен сиркәүе — православие (элек грек -католик) храмы, Римдә Изге Петр Соборы өлгөһөндә төҙөлгән.
  • Михаил Архангел сиркәүе — ағас сиркәү, ҡалалағы иң боронғо православие сиркәүе.

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Тыргу-Муреш түбәндәге ҡалалар менән туғандаш:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.hotnews.ro/stiri-esential-24312447-soos-zoltan-candidatul-maghiar-castigat-primaria-targu-mures-numaratoare-paralela.htm
  2. 2011 census (рум.). INSSE (2 февраль 2012). Дата обращения: 10 май 2012. Архивировано из оригинала 26 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 26 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Mentor Kiadó, Marosvásárhely, 2007.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Дьёрдь Ковач, «Тыргу-Муреш», Бухарест, Издательство «Меридианы», Полиграфическое предприятие № 4, 1962.
  5. Болгарская газета «Дума».
  6. В феврале 1438 года был узаконен Союз трёх наций (мадьяры, саксы, секеи) по совместному управлению Трансильванией.