Ильенко Юрий Герасимович
Юрий Герасимович Ильенко (укр. Юрій Герасимович Іллєнко; 1936 — 2010) — совет һәм украина кинорежиссёры, сценарист, кинооператор һәм сәйәсмән. УССР-ҙың халыҡ артисы (1987).
Юрий Ильенко | ||||||
Юрій Герасимович Іллєнко | ||||||
![]() | ||||||
Исеме: |
Юрий Герасимович Ильенко | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған: | ||||||
Тыуған урыны: |
Черкассы, Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР | |||||
Үлгән: | ||||||
Үлгән урыны: |
Прохоровка, Каневский районы, Черкассы өлкәһе, | |||||
Гражданлығы: | ||||||
Һөнәре: |
кинорежиссёр, сценарист, кинооператор | |||||
Наградалары: |
| |||||
IMDb: | ||||||
![]() |
БиографияҮҙгәртергә
1936 йылдың 9 майында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 18 июль) Черкассы ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ғаиләһе менән бергә Себерҙә эвакуацияла була (атаһы фронтта була). 1960 йылда ВГИК кинематография факультетын тамамлай (А. В. Гальперин оҫтаханаһы, етәкселәр — Б. И. Волчек, С. П. Урусевский). Я. А. Сегелдең «Күгәрсендәр менән хушлашыу» (1960) фильмында кинематографсы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. «Ялта» киностудияһында, 1963 йылдан Киевта А. П. Довженко исемендәге киностудияла эшләй.Ильенко донъяла С. И. Параджановтың «Онотолған ата-бабаларҙың күләгәһе» фильмын төшөргән оператор булараҡ таныла.
Ильенконың режиссёрлыҡ эштәре украин шиғри кино мәктәбенә ҡарай (Л.M. Осык һ. б.). Улар халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә призлы урындар менән бүләкләнә.
Бер нисә фильмда актер булараҡ төшә (Ньютон урамы, 1, 1963). Шулай уҡ уның рәссам булараҡ күргәҙмәләре үтә.
1973 йылдан КПСС ағзаһы. Украина бойондороҡһоҙлоҡ алған осорҙа әүҙем сәйәси позицияла тора, хәҙерге украин милләтселеге идеяларын таныта, уларҙы үҙенең әҙәби-художество әҫәрҙәрендә һәм журналистикаһында пропагандалай[2][3][4]. Ғүмеренең һуңғы йылдарында «Свобода» Бөтә Украина ассоциацияһының сәйәси советы ағзаһы була.
2010 йылдың 15 июнендә Прохоровка ауылында (Украинаның Черкассы өлкәһе Канев районы) вафат була. Шунда ерләнгән.
Ағалары — Вадим Герасимович Ильенко, кинематографсы, Михаил Герасимович Ильенко, режиссер.
Ҡатыны - Людмила Филипповна Ефименко, никахта ике улдары - Филипп һәм Андрей тыуған. Тәүге ҡатыны актриса Лариса Кадочникова булған, айырылышҡандар[5][6].
ФильмографияһыҮҙгәртергә
- Оператор
- Режиссер
- 1965 — Родник для жаждущих (укр.)баш.
- 1968 — Вечер накануне Ивана Купалы
- 1971 — Белая птица с чёрной отметиной (первая премия Московского МКФ, премия МКФ в Сорренто, оператор — Вилен Калюта)
- 1972 — Наперекор всему (советско-югославский)
- 1974 — Мечтать и жить (по сценарию Ивана Миколайчука)
- 1976 — Праздник печёной картошки
- 1979 — Полоска нескошенных диких цветов
- 1981 — Лесная песня. Мавка (по Лесе Украинке)
- 1983 — Легенда о княгине Ольге
- 1987 — Соломенные колокола
- 1990 — Лебединое озеро. Зона (по сценарию С. Параджанова, Приз ФИПРЕССИ на Каннском МКФ)
- 1996 — Сергей Параджанов. Партитура Христа до мажор
- 2001 — Молитва о гетмане Мазепе
- Сценарист
- 1983 — Миргород и его обитатели (сценарий авторы; режиссёр Михаил Ильенко)
- Актер
- 1963 — Улица Ньютона, дом 1 — Тимофей Сувернев (озвучивает Кирилл Лавров)
- 1974 — Мечтать и жить — литейщик Герасим
- 2001 — Молитва о гетмане Мазепе — генерал Жук
Педагогик эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
1986 йылдан И. К. Карпенко-Кари исемендәге Киев театр сәнғәте институтының кинорежиссёрлыҡ һәм кинодраматура кафедраһы мөдире, профессор.
КитаптарыҮҙгәртергә
- «Кино парадигмаһы». Киев: Abris, 1999
ТанылыуыҮҙгәртергә
- УССР-ҙың халыҡ артисы (1987)
- Украина сәнғәт академияһы ағзаһы (1996)
- Украина Президентының Почет билдәһе (1996)[7]
- Т. Г. Шевченко исемендәге УССР Дәүләт премияһы (1991) — «Онотолған ата-бабаларҙың күләгәһе» фильмы өсөн
- II дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены (10 сентябрь 2008 йыл)
- Александр Довженко исемендәге Украина дәүләт премияһы (2005) — ватан кинематографияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн
- 2018 йылда декоммунизация ваҡытында Мельников урамы Юрий Ильенко хөрмәтенә үҙгәртелә.
ИҫкәрмәҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Yuri Ilyenko // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Памяти товарища — ВО «Свобода»
- ↑ Юрій Іллєнко. Війна і свобода / Украинская правда. Блоги
- ↑ Уроженец Черкасс Юрий Ильенко
- ↑ Дочь знаменитой «бесприданницы» лариса кадочникова: "мама привязала меня к кровати и потребовала… — Газета «ФАКТЫ и комментарии»
- ↑ Лариса Кадочникова: «Я иногда думаю, что было бы со мной, останься я с Ильёй Глазуновым» — Газета «ФАКТЫ и комментарии»
- ↑ Указ Президента України № 323/96 від 8 травня 1996 року «Про нагородження Почесною відзнакою Президента України»
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Юрий Ильенко Ватан киноһы энциклопедияһында (недоступная ссылка)