Илшат (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Илшат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Илшат исеме бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәИлшат — ил + шат һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән ир-ат исеме. Башлыҡ, ил башлығы, ил шатлығы, ил ҡыуанысы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәЙомағолов Илшат Хәлил улы (26 февраль 1932 йыл — 3 ноябрь 2007 йыл) — башҡорт театр актёры, драматург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1989 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы.
Тажетдинов Илшат Азамат улы (20 май 1969 йыл) — ғалим-иҡтисады, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019).
Теләшев Илшат Ғүмәр улы (21 ноябрь 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең нефтсе-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), техник фәндәр докторы (1992), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы (2001), Атырау нефть һәм газ институтының почётлы профессоры (2003).
Шабаев Илшат Рәйес улы (8 ғинуар 1978 йыл) — Рәсәй бейеүсеһе, хореограф, мюзиклдар артисы. MTV каналының «Бейеү майҙаны йондоҙо» (рус. «Звезда танцпола») проекты, ТНТ каналының «Бейеүҙәр» (рус. «Танцы») проекты еңеүсеһе.
Насыров Илшат Рәшит улы (30 сентябрь 1960 йыл) — Рәсәй философы. Фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.
Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы (15 июнь 1941 йыл — 25 июль 2007 йыл) — тау инженеры. Техник фәндәре докторы (1995), профессор (1995).
Ғиләжев Илшат Фәрит улы (1 ғинуар 1960 йыл) — скульптор, ҡулдан сүкеү оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012). 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзы ағзаһы.
Ямалетдинов Илшат Әғләм улы (1965 йыл) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, СССР чемпионаты призеры. СССР-ҙың спорт мастеры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |