Богданов Иван Антонович

(Иван Антонович Богданов битенән йүнәлтелде)

Богданов Иван Антонович (8 декабрь 1926 йыл — 23 сентябрь 2004 йыл) — партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1986 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).

Богданов Иван Антонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Вафат булған көнө 23 сентябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Антонович Богданов 1926 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — 17 йәшендә армияға саҡырыла һәм Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.

1960 йылда Өфө юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң,[1] Салауат ҡалаһында 18-се нефть химияһы комбинатында оператор булып эшкә урынлаша. 1965 йылда уны цех начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1967 йылда комбинаттың нефть химияһы производствоһы заводы тәүге партия ойошмаһының төп эшенән азат ителгән сәркәтибе итеп һайлайҙар.

1971 йылда Иван Антонович Салауат ҡалаһының Халыҡ контроле комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. 19721986 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

Хаҡлы ялға киткәндән һуң, 1987 йылда Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһына эшкә саҡырыла, унда 10 йыл граждандар оборонаһы штабы начальнигы була.

1998 йылда И. А. Богдановҡа «Салауат ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә.

2004 йылдың 23 сентябрендә вафат була. Салауат ҡалаһының Яңы зыяратында ерләнгән[2].

И. А. Богдановтың ҡатыны Лидия Григорьевна пенсияға сыҡҡансы ҡаланың «Выбор» гәзите редакцияһында корректор булып эшләй. Богдановтар ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • «Почёт Билдәһе» ордены,
  • «В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы уңайынан фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы,
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • тағы ла 8 миҙал.
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы.

Башҡарма комитет рәйесе вазифаһында эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Богданов Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләү дәүерендә ун балалар баҡсаһы, һигеҙ мәктәп, Пионерҙар һарайы, Космонавтар проспектында ҡалала тәүге туғыҙ ҡатлы йорттар төҙөлә.

Яңы сәнәғәт предприятиелары сафҡа инә: «Оптика-механика заводы», «Кардан», комбинатта яңы объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Нәҡ шул осорҙа Салауатта иҫке торлаҡ фондына реконструкция үткәреү буйынса ҙур эштәр башҡарыла: барак тибындағы йорттар һүтелә, ваҡытлыса ҡасабалар бөтөрөлә, ҡала урамдарының йөҙө үҙгәрә. 70-80-се йылдарҙа Салауат ҡалаһында «Нефтехимик» стадионында Спорт һарайы, «Октябрь» кинотеатры, яңы автовокзал, «Алмас» һәм «Строитель» Мәҙәниәт һарайҙары төҙөлә, Салауат Юлаев бульварында, Ленин урамы дауамында яңы йорттар барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә