Ибраһим әл-Куни

ғәрәп телле ливия прозаигы, романсы, новеллалар яҙыусы, публицист һәм журналист.

Ибраһим әл-Куни (ғәр. الكوني ابراهيم‎) (1948, Гадамес, Ливия) — хәҙерге осорҙағы ғәрәп телле ливия прозаигы, романсы, новеллалар яҙыусы, публицист һәм журналист.

Ибраһим әл-Куни
ғәр. إبراهيم الكوني
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Ливия[3]
Тыуған көнө 1948[4][5][3][…]
Тыуған урыны Гадамес, Налут[d], Ливия
Туған тел Севернотуарегские языки[d] һәм Ғәрәп теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Ғәрәп теле
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Әүҙемлек урыны Мәскәү[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

1948 йылда Гадаместа (Ливия) тыуа. Сығышы буйынса туарег. Ун ике йәшендә ғәрәп телен өйрәнә, шул змандан алып Ливия буйлап күп тапҡырҙар сәфәр йөрөй. Власҡа Каддафи килеп, нефть сығарыла башлағас, илдең финанс хәле һиҙелерлек яҡшыра. Иҡтисади үҫеш илдең граждандарына, шул иҫәптән әл-Куниға ла уҡырға, эшләргә һәм сәйәхәт итергә мөмкинлектәр аса.

1974 йылда, 26 йәшлек студент сағында, әл-Куни тәүләп мәҡәләләр яҙыуға тотона. Шул ваҡыттан бирле ул Ливиялағы колониаль осорҙан һуң килгән социализм һәм милләтселек тураһында күп яҙа. Социаль сәйәсәт министрлығында ла, Мәҙәниәт министрлығында ла эшләп ала. Шулай уҡ J.A.N.A. яңылыҡтар агентлығының хәбәрсеһе була, илдең Рәсәйҙәге һәм Польшалағы илселектәрендә лә шул уҡ һөнәре буйынса эшләй.

1977 йылда әл-Куни Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт музейын тамамлай, унда рус телен, фәлсәфәне, атап әйткәндә, марксизмды, сағыштырма әҙәбиәт ғилемен өйрәнә. «Социалистик реализм» тип аталған ағымға ҡараған яҙыусыларҙы өйрәнеү мотлаҡ була, әммә әл-Куни шулай уҡ Достоевский, Толстой, Шолохов, Бахтин, Солженицын һәм Чехов әҫәрҙәре менән дә таныша. Бер үк ваҡытта журналист булып эшләй, һуңыраҡ Ливия мәҙәни үҙәгендә вазифа биләй.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, яҙыусы Польшаға күсә, шунда Ливия яңылыҡтар агентлығында һәм Ливия мәҙәниәт үҙәгендә хәбәрсе булып эшләй, шулай уҡ Ливия-Польша дуҫлығы йәмғиәтенең ағзаһы була, «Польское содружество» журналының мөхәррире итеп ҡуйыла. Ғәрәп телендәге хикәйәләрҙе, шул иҫәптән үҙенекеләрҙе лә тәржемә итә. Польшала ул 1994 йылға тиклем йәшәй.

1994 йылда Швейцарияның Голдвиль ҡалаһына күсеп килә. Шунда ул ғәрәп белгесе доктор Хартмут Фендрих менән таныша. Артабан Фендрих уның эштәренең ҙур өлөшөн тәржемә итә. Бының һөҙөмтәһендә әл-Куниҙың әҫәрҙәре халыҡ-ара мөхиттә билдәлелек ала, ә яҙыусы үҙе төрлө премияларға лайыҡ була. Уның әҫәрҙәре 1995 йылда Швейцарияның Дәүләт премияһы, 1996 йылда Ливияның әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса дәүләт премияһы, француз-ғәрәп йәмғиәте премияһы (2002), Мөхәммәт Зефзаф премияһы (2005), Шәйех Зайад премияһы (2008) һәм башҡа күп төрлө бүләктәр менән билдәләнә.

Ибраһим әл-Куни — 60-тан ашыу китап авторы: ул Сахара туарегтары тормошона бағышланған романдар, новеллалар, публицистика яҙа. Тәүге әҙәби тәжрибәләре 1974 йылға ҡарай, шул йылды «Сираттан тыш намаҙ» тигән хикәйәләр йыйынтығы (1974) һәм «Сит-ят ерҙә йәшәүсенең яҙмалары» (1974) тигән эсселар йыйынтығы баҫылып сыға. 80-се йылдарҙа Варшавала Ливия-Польша дуҫлығы йәмғиәтенең вәкиле була һәм йәмғиәттең поляк телендә сыҡҡан «Әс-садаҡа» журналының баш мөхәррире булып эшләй. Советтар Союзында йәшәй һәм, ил тарҡалғас, 1993 йылда Швейцарияға йәшәргә күсә.

Әл-Куни өсөн сүл — тәбиғәттең һәм кешенең, ваҡыттың һәм рухтың төп темаларын тикшерергә ярҙам итеүсе образ. Уның прозаһы аллегорияларға һәм афоризмдарға, туарег атамаларына, йолаларҙы, мосолман диненә тиклемге һәм классик суфыйсылыҡ традицияларын тасуирлауға бай.

Мәҫәлән, «Алтын бөртөгө» (1990) тигән романында ҡәбилә башлығының улы менән уның дөйәһе араһындағы мөнәсәбәттәр һүрәтләнә. Был мөнәсәбәттәр бер-береһенән физик бойондороҡлолоҡтан ярала һәм рухи яҡынлыҡҡа тиклем үҫә. Ҡайһы берҙә хатта дөйә хужаһының ҡырағай өлөшөнөң сағылышы булып тойола. Хужа үҙе шул уҡ ваҡытта сүл ҡанундарын еренә еткереп үтәмәй. Атаһы ҡушҡан ике туған һеңлеһенә өйләнеүҙән баш тарта һәм үҙенә оҡшаған ҡыҙҙы үҙе һайлай, шул сәбәптән ҡыуыла. Яҙмыш уны кеше үлтереүсегә әйләндерә һәм ул хөкөм яуаплылығынан ҡасып йөрөргә мәжбүр була.

«Сеттың ете япмаһы» тигән романы яуыз алла Сет тураһындағы боронғо грек мифологияһына нигеҙләнеп яҙыла. Сет көнсөллөктән ағаһын, изге күңелле Озиристы үлтерә, әл-Куни шуның менән бергә уның тағы бер яғын — сүл изгеһе булыуын да тикшерә. Хыянат, әүерелештәр, үлтереш тормош мәғәнәһе тураһындағы һорауға яуап эҙләүҙәр менән үрелеп бара.

«Сүл ендәре» тигән романда елдәр уйнап торған сүл тасуирлана, унда кеше иблистәр менән алыша, уның аша сауҙа юлдары үтә, күп кешеләр тормош өсөн көрәшә. Нәҡ ошо романында әл-Куни кешенең йәшәү өсөн рухи һәм физик көрәшен айырыуса сағыу һүрәтләй. Хәҙер ошо сүлгә күп алтын, ҡолдар, һирәк осраусан һәм изге әйберҙәрҙе алып, каруан килә. Улар бында ултыраҡланып, ерҙә камил ҡала төҙөргә ниәтләнә.

«Ҡанһыраусы таш» романында автор туймаҫ нәфселе кешеләрҙең сүлдәге тормошто емереүе мәсьәләләре өҫтөндә уйлана. Был кешеләр, төп герой Асуфтан айырмалы, сүлдең ҡанундары буйынса йәшәмәй. Асуф муфлондарға ҡайҙа һәм нисек һунар итергә белә һәм сүл менән килешеп йәшәй. Ләкин башҡа һунарсылар киләләр ҙә ғәзәлдәрҙе ҡырып бөтөрәләр, муфлондарҙы ла ҡалдырмай баралар. Төп геройҙың тормошо шул йәнлектәргә бәйле.

«Бер йотом ҡан» яҙыусы ижадындағы традицион сүл кешеләре темаһына арналған. Улар ватанын яҡлап ҡан ҡоя. Хәҙер яңы тормош башлана, унда туарег өсөн шул тиклем ҙур хәүефтәр булырға тейеш түгел.

Үҙенең ижады өсөн Ибраһим әл-Куни бик күп халыҡ-ара әҙәби премияларға лайыҡ була, улар араһында немец теленә тәржемә ителгән романдары өсөн Швейцария хөкүмәтенең Ҙур дәүләт премияһы бар. Француз журналы «Lire» уны XXI быуат әҙәбиәте вәкиле сифатында һәм иртәгәһе көн яҙыусылары рәтендә хәҙерге замандың мәшһүр илле романсыһы исемлегенә индерә. 2005 йылда Марокконың Мөхәммәт Зефзаф исемендәге абруйлы әҙәби премияһы менән бүләкләнә. 2008 йылда Ибраһим әл-Куни ғәрәп донъяһының иң билдәле премияларының береһе — Шәйех Зайад премияһына лайыҡ була.

Һайланма библиография

үҙгәртергә
  • Сираттан тыш намаҙ (новеллалар) (1974)
  • Ай тотолоу (4 киҫәкле роман)(1989) (1-се киҫәк, «Ҡоҙоҡ», 2-се киҫәк, «Оазис», 3-сө киҫәк «Икенсе туфан тураһындағы хәбәрҙәр», 4-се киҫәк «Мөншөгөр саҡырыуы»)
  • Алтын бөртөгө (роман) (1990)
  • Ҡанһыраусы таш (роман) (1990)
  • Тылсымсы (роман дилогияһы) (1990-91)(руссаға тәржемәһендә «Бесы пустыни», М., Библос консалтинг, 2010. Перевод с арабского И. А. Ермакова)
  • Тылсымсының тормошонан юғалған факттар (новеллалар) (1992)
  • Бер йотом ҡан (новеллалар) (1993)
  • Дәрүиштең көҙө (роман, новеллалар, мифтар)(1994)
  • Өс көнлөк донъя (роман) (2000)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #7502857 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012.
  4. 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #115510982 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. Ibrāhīm al-Kaunī // LIBRISНациональная библиотека Швеции.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Русса баҫмалары

үҙгәртергә
  • Рассказ «Похороны» (журнал «Простор», август, 1973)
  • рассказ «Глоток крови» («Восточный альманах». Вып /. 1979)
  • Ибрагим аль-Куни. Глоток крови (сборник рассказов)(перевод с арабского)(1988)
  • Ибрагим аль-Куни. Бесы пустыни. Роман-дилогия. Перевод с арабского И. А. Ермакова (2010).