Ибраһимов Рәхим Кирәй улы

(Ибрагимов Рахим Киреевич битенән йүнәлтелде)

Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (15 август 1904 йыл — 20 декабрь 1971 йыл) — Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1937—1946 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм БАССР Юғары Советы Президиумы (1938 йылдан) Рәйесе. СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.

Ибраһимов Рәхим Кирәй улы
Флаг
Флаг
БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК) Рәйесе
Алдан килеүсе: Таһиров Авзал Мөхөтдин улы
Дауамсы: Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Рәйесе булараҡ)
 
Тыуған: 15 август 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән волосының Этҡол ауылы[1]
Үлгән: 20 декабрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (67 йәш)
Өфө
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
 
Наградалары:
Ленин ордены — 1944 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1949 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1936

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәхим Кирәй улы Ибраһимов 1904 йылдың 15 авгусында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән волосының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Этҡол ауылында тыуған. 1929 йылда Ҡазан ҡалаһындағы Татар Үҙәк башҡарма комитеты исемендәге берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбен тамамлай. 1929—1937 йылдарҙа Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә Ҡыҙыл Армия сафында взвод, рота, батальон командиры, полк командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн 1936 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1930 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы.

Дәүләт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1937—1938 йылдарҙа БАССР Үҙәк башҡарма комитеты Рәйесе вазифаһын башҡарыусы.
  • 1938—1946 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе.
  • 1946—1953 йылдарҙа БАССР-ҙың Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры булып эшләй.

Рәхим Кирәй улы Ибраһимов — Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусыларҙың береһе. СССР Юғары Советы депутаты (1937—1946), РСФСР Юғары Советы депутаты (1938—1947), БАССР Юғары Советы депутаты (1938—1951) итеп һайлана. Дәүләт хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары менән бүләкләнә.

1971 йылдың 20 декабрендә Өфөлә вафат була.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ейәнсура районының Этҡол ауыл мәктәбе Рәхим Ибраһимов исемен йөрөтә. Уҡыу йортонда билдәле дәүләт эшмәкәренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған музей булдырылған.
  • Өфө ҡалаһының Коммунистик урамындағы Рәхим Кирәй улы Ибраһимов йәшәгән 75-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә