Ибистар (Threskiornithinae) — ибистар ғаиләһенә ҡараған ҡауҙы һымаҡтар отрядынан, оҙон кәкре суҡышлы һыу ҡоштары
Ибистарҙың ҙурлығы 50 сантиметрҙан 110 см тиклем етәләр. Уларҙы оҙон, нәҙек суҡышлы, башының, муйын тирәһенең йөнһөҙ булыуҙары менән айыралар. Оҙон һәм нәҙек суҡышы ләмле ерҙә һәм һыу төбөндә соҡонорға,ә ҡоро ерҙә таш ярыҡтарында эҙләнергә ярҙам итә. Киң ҡанаттары тиҙ һәм көслө осошто тәьмин итә.
Ибистар тропик, субтропик һәм уртаса йылы киңлектәрҙә йәшәйҙәр. Уларҙың йәшәү мөхите булып күл йәки яй аҡҡан йылғаның яр буйҙары һәм тропик урмандарҙың асыҡ йәки ҡуйы урындары тора.Ҡайһы бер төрҙәре далаларҙа һәм саванналарҙа йәшәйҙәр. Урман ибистарының һаҡланған популяцияһы хатта ташлы ярымсүллектәрҙә лә йәшәй. алалар.. Был төрҙәрҙең һыу ятҡылығына бәйлелеге бик аҙ.
Боронғо Мысыр мәҙәниәтендә ибистар мөһим роль уйнай. Улар Тот батшаһын ибис башы менән һүрәтләгән. Бының сәбәбе булып ибистарҙың күпләп йыл һайын Нил ташҡанда Мысырға килеүе һаналған. Ибистарҙың һындары, хатта мумияландырылған кәүҙәләре ҡәберҙәрҙә осраған. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге атамаһы изге ибис (aethiopicus Threskiornis) ялған булыуы ла мөмкин, сөнки египетлеләрҙең тап уны изгеләштереүҙәре тураһында мәғлүмәттәр юҡ.. Моғайын, улар хөрмәт иткән ҡош урман ибисы булғандыр (Geronticus eremita).
XVI быуатта урман ибисы Европаның таулы төбәктәрендә һәм Альп тауҙарында ла осрай торған булған. Ибистарҙың был берҙән-бер европа төрөнөң юғалыуы һунарға, климат һыуыныуа һәм улар йәшәгән мөхиттең емерелеүенә бәйле, тип аңлатыла.
Моғайын, шул урман ибистары Библияла Нух кәмәһе тураһындағы тарихта ла телгә алынғандыр. Риүәйәт буйынса, ибис һыу баҫыу тамамланғас,Нухты Арарат тауҙары итәгенән үрге Евфратҡа алып килә.Нух үҙ ғаиләһе менән шунда йәшәй башлаған. Ошо сәбәптән Биреджик төбәктәрендә йыл һайын ибистарға арналған байрам үткәрелгән.
Ҡасандыр юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған урман ибистарына беҙҙең көндәрҙә юғалыу ҡурҡынысы янай. Биреджикелағы кескенә популяцияһынан һәм башҡа ҡайһы бер Сүриәләге парҙарынан тыш, урман ибисы тик Мароккола ғына осрай. Унда был ҡоштарҙың һаны көслө һаҡлау саралары арҡаһында ғына артҡан,әммә әле һаман Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлеге (МСОП) уларҙы хәүефле төрҙәргә индерә. Шулай уҡ ибистар Австралияланың көнсығыш өлөшөндә күпләп йәшәйҙәр, Квинсланд штатында улар күп осрайҙар.
Ибистар ғаиләһенә 13 ырыу һәм 29 төр инә,шуларҙың береһе юғалған[1][2]:
- Ибистар ғаиләһе(Threskiornithinae)
Xenicibis xympithecus — осмай торған ҡош Ямайкала йәшәгән һәм 10 мең йыл самаһы элек юҡҡа сыҡҡан.. Тулыһынса кешеләр тарафынан юҡ ителгән.[3]