Ҡыҫала (лат. Crustacea, рус. Ракообразные) — быуынтығаҡлылар тибының ҡыҫалалар класына ҡараған хайуан. Хитиндан торған тышҡы һөлдәһе булған, айғолаҡтар менән һулыш алыусы, йөҙгөс ҡойроҡло, ҡыҫҡыс аяҡлы йән эйәһе[1].

Ҡыҫала һымаҡтар
Кумовый рачок Diastylis rathkei
Кумовый рачок (Diastylis rathkei)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Crustacea Brünnich, 1772

Класс

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  83677
NCBI  6657
EOL  2598871

Ҡыҫалаларҙы зоологияның карцинология бүлеге өйрәнә.

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Размерҙары — 150—300 мкм-нан алып (паразит тантулокаридтар) 80 см оҙонлоҡа ҡәҙәре (аяҡ йәйеме — 2 метрғаса).Ауырлыҡтары10 кг, ә гигант тасмания крабы (Pseudocarcinus gigas) — 14 кг-ғаса. Тәне күп һанлы сигменттарҙан(бүлкәттәрҙәҙ) тора. Ҡыҫала һымаҡтар башҡа быуынтыҡ аяҡлыларҙан ике пар башындағы мыйыҡтары менән айырыла. Улар һиҙеү ағзалары.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Ҡыҫала һымаҡтар, башлыса, һыуҙа йәшәйҙәр. амфибиотик һәм ҡоро ерҙә йәшәүселәре лә бар. Улар араһында айырым йәшәүселәр һәм паразит рәүешендә йәшәүселәр ҙә бар.

Ҡыҫала һымаҡтар төрлөсә үрсейҙәр. Улар, ғәҙәттә, айырым енеслеләр. Араларында гермоафродиттарҙа бар.

Халыҡ хужалығында

үҙгәртергә

Ҡыҫала һымаҡтар – кәсепселектең төп тармаҡтарының береһе. Креветкала, крабтар, лангустар һәм башҡа төрҙәр ҡиммәтле делектик аҙыҡтарҙан һанала. Балыҡ үрсетеү заводтарында ҡыҫала һымаҡтарҙан ем эшләйҙәр. Ҡыҫала һымаҡтар биологик һыу таҙартыу яғынан моһим роль уйнайҙар. Уларҙың ҡайһы берҙәре биофильтр һәм детритофаг төркөмдәрен тәшкил итә.

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)