Зиннуров
Зиннуров — ир-ат фамилияһы. Зиннур исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Зиннурова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
үҙгәртергә- Зиннуров Рафаил Нариман улы (26 июль 1953 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы (2013—2018), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
- Зиннуров Өлфәт Ғаяз улы (1950), ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ураҙ ауылынан.
- Зиннуров Нурулла Зиннур улы (1901—1943) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Салауат районы Лаҡлы ауылынан.
- Зиннуров Гранит Нурулла улы (2 август 1934) — инженер-электрик, крайҙы өйрәнеүсе, публицист. Силәбе политехник институтын тамамлаған[2].
- Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы (11 ғинуар 1969 йыл) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |