Зея ҡурсаулығы (рус. Зе́йский запове́дник) — Рәсәйҙең Амур өлкәһендәге дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. 1963 йылдың 3 октябрендә ойошторолған. Ҡурсаулыҡ Тукурингра һыртының көнсығыш осон биләй. Майҙаны — 99 430 га. Һаҡ зонаһының майҙаны — 34000 га.

Зея ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны994,3 км²
Нигеҙләнгән ваҡыты3 октябрь 1963 йыл 
Урынлашыуы
53°57′46″ с. ш. 127°22′21″ в. д.HGЯO
РФ субъектыАмур өлкәһе

zeyzap.ru
Рәсәй
Точка
Зея ҡурсаулығы
 Зея ҡурсаулығы Викимилектә

Зея ҡурсаулығы көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км һуҙылған, киңлеге уртаса 25 км тәшкил итә. Рельефы күбеһенсә таулы.

Флораһы һәм фаунаһы үҙгәртергә

Һыуыҡ булмаған осор — 75 — 86 көн.

Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 52 төрө йәшәй. Зея ҡурсаулығының төп хайуандары: изюбрь, ҡоралай, мышы, айыу, кеш. Изюбрь — боландарҙың Алыҫ Көнсығыш төрө.

Ҡоштарҙың 241 төрө бар. Ер-һыу хайуандарынан Себер тәлмәрйене киң таралған.

Бөжәктәрҙән тәңкә ҡанатлылар йәки күбәләктәр яҡшы өйрәнелгән, Зея ҡурсаулығында уларҙың 1400 самаһы төрө табылған (2015 йылдың февраленә ҡарата).

Тукурингра һыртында бәшмәктәрҙең 106 затҡа һәм 41 ғаиләгә ҡараған 158 төрө асыҡланған. Көпшәле үҫемлектәрҙең 637 төрө бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә