Баден-Вюртемберг
Ба́ден-Вю́ртемберг (нем. Baden-Württemberg), (әйтелеш ) — Германияның федераль ере, административ берәмеге. Баш ҡалаһы — Штутгарт.
| |||
Ил |
Германия | ||
---|---|---|---|
Премьер-министр |
Винфрид Кречманн Германияның йәшелдәр партияһы | ||
Халҡы |
10 486 660 | ||
Майҙаны | |||
www.baden-wuerttemberg.de Рәсми сайты | |||
Тарих
үҙгәртергәОшо федераль ерҙен территорияһында бер нисә боронғо немец дәүләте булған: Швабия Баден, Гогенцоллерн, Вюртемберг. 1952 йылда Вюртемберг-Баден, Көньяк Баден һәм Вюртемберг-Гогенцоллерн еҙәре берләшеп нигеҙләнғән.
Иҡтисад
үҙгәртергәБаден-Вюртембергта «Даймлер», «Бош», «Порше», «Elba-Werk»[2][3], «SAP», «IBM», «Voith», «Testo», «ZF Friedrichshafen AG» ойошмалар эшләй. Штутгартта «Мерседес-Бенц» штаб-фатиры урынлашҡан. Вальдорфта Европаның иң эре программалар етештереүсе компанияһы(SAP AG) урынлашҡан.
Баден-Вюртембергта Германия буйынса эшһеҙлек иң түбән.
Региондын Эске тулайым продуктының 4,2 % тикшеренеүҙәрғә бара, Европа берләшмәһе буйынса иң юғары күрғәткес.
Шварцвальда механика заводтары бар. Мәҫәлән сәғәт һәм электроника (Junghans, Kienzle, SABA, Dual). Шваб альбы (тау массивы) текстиль сәнәғәте үҙәге (Hugo Boss, Trigema, Steiff).
Баден-Вюртембергта 2 атом электростанци эшләй (АЭС Филипсбург, АЭС Некарвестхайм).
Сәйәсәт
үҙгәртергәПарламент — Ландтаг (Landtag von Baden-Württemberg). Башҡарма орган — ер хөкүмәте (Landesregierung von Baden-Württemberg), Премьер-Министрҙан (Ministerpräsidenten des Landes Baden-Württemberg) һәм министрҙарҙан тора, конституционн надзор органы —Баден-Вюртемберг Еренең Ғәҙҙелек Суды (Staatsgerichtshof für das Land Baden-Württemberg), юғары суд инстанциялары —Карлсруэ Юғары Ер Суды (Oberlandesgericht Karlsruhe) һәм Штутгарт Юғары Ер Суды (Oberlandesgericht Stuttgart), Баден-Вюртемберг административ юстиция суды (Verwaltungsgerichtshof Baden-Württemberg).
Фән
үҙгәртергә9 университет, 39 юғары уҡыу йорт, 130 яҡын ғилми-тикшеренеү ойошмалар. Карлсруэ технология институты, Гейдельберг һәм Тюбинген университеттары -иң ололар.
Федераль ерендә Карлсруэ технология институты (нем. Karlsruher Institut für Technologie (KIT), лат. Fridericiana (Фридерициана)) —Германияныӊ иӊ боронғо юғары уҡыу йорто урынлашҡан. Шулай уҡ ул Европаныӊ дүртенсе техник университет (Прага, Париж, Вена техник университетарынан һуӊ). Күп ваҡыт эсендә университетта ҡабул итеү имтихандары булманы. Һайланыш уҡыу ваҡытта булды.
Ҡоролош
үҙгәртергәЕр райондарға (нем. Landkreis) һәм азат ҡалаларға (нем. Kreisfreie Stadt) бүленә. Райондар ҡалаларға (нем. Stadt) һәм общиналарға (нем. Gemeinde) бүленә. Ҡалалар община округттарға (нем. Gemeindebezirk), общиналар урындағы ерҙәрғә (нем. Ortschaft) бүленәләр.
Райондар
үҙгәртергә- Альб-Дунай — Alb-Donau-Kreis (UL)
- Биберах — Biberach (BC)
- Бодензе — Bodenseekreis (FN)
- Бёблинген — Böblingen (BB)
- Брайсгау — Верхний Шварцвальд — Breisgau-Hochschwarzwald (FR)
- Вальдсхут — Waldshut (WT)
- Восточный Альб — Ostalbkreis (AA)
- Гёппинген — Göppingen (GP)
- Сигмаринген — Sigmaringen (SIG)
- Карлсруэ — Karlsruhe (KA)
- Кальв — Calw (CW)
- Констанц — Konstanz (KN)
- Лөррах — Lörrach (LÖ)
- Людвигсбург — Ludwigsburg (LB)
- Майн-Таубер — Main-Tauber-Kreis (TBB)
- Неккар-Оденвальд — Neckar-Odenwald-Kreis (MOS)
- Ортенау — Ortenaukreis (OG)
- Раштат — Rastatt (RA)
- Равенсбург — Ravensburg (RV)
- Рейн-Неккар — Rhein-Neckar-Kreis (HD)
- Ремс-Мур — Rems-Murr-Kreis (WN)
- Ройтлинген — Reutlingen (RT)
- Ротвайль — Rottweil (RW)
- Тюбинген — Tübingen(TÜ)
- Тутлинген — Tuttlingen (TUT)
- Фройденштадт — Freudenstadt (FDS)
- Хайденхайм — Heidenheim (HDH)
- Хайльбронн — Heilbronn (HN)
- Хоэнлоэ — Hohenlohekreis (KÜN)
- Цоллернальб — Zollernalbkreis (BL)
- Швебиш-Халль — Schwäbisch Hall (SHA)
- Шварцвальд-Бар — Schwarzwald-Baar-Kreis (VS)
- Эммендинген — Emmendingen (EM)
- Энц — Enzkreis (PF)
- Эслинген — Esslingen (ES)
Азат ҡалалар (нем. Kreisfreie Stadt)
үҙгәртергә- Баден-Баден (BAD), нем. Baden-Baden
- Гейдельберг (HD), нем. Heidelberg
- Карлсруэ (KA), нем. Karlsruhe
- Мангейм (MA), нем. Mannheim
- Пфорцхайм (PF), нем. Pforzheim
- Ульм (UL), нем. Ulm
- Фрайбург (FR), нем. Freiburg im Breisgau
- Хайльбронн (HN), нем. Heilbronn
- Штутгарт (S), нем. Stuttgart
50 мең кеше йәшәғән ҡалалар | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Урындағы дәүләт органдар
үҙгәртергәРайон парламенттары — крейстагттар (kreistag), ландраттан (landrat) һәм крейсраттан (kreisrat) тора. Ҡала парламенты — гемайндерат (gemeinderat), обер-бургомистрҙан (oberbürgermeister), һәм штадтраттарҙан (stadtrat) тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Statistische Ämter des Bundes und der Länder: Gebiet und Bevölkerung – Fläche und Bevölkerung, Stand: 2. April 2012. Abgerufen am 7. Januar 2013.
- ↑ О Компании Elba-Werk 2015 йыл 13 август архивланған.
- ↑ О Компании Ammann Elba Beton GmbH 2014 йыл 8 июнь архивланған.