Башенёв Валерий Алексеевич

(Башенев Валерий Алексеевич битенән йүнәлтелде)

Башенёв Валерий Алексеевич (22 февраль 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәй баянсыһы, педагог, юғары мәктәп һәм музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (2003). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2013). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).

Башенёв Валерий Алексеевич
Төп мәғлүмәт
Тыуған

22 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Карпинск

Үлгән

1 февраль 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

баянсы, ансамбль етәксеһе, музыка педагогы

Инструменттар

баян

Жанрҙар

инструменталь

Наградалар Дуҫлыҡ ордены — 2013
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Валерий Алексеевич Башенёв 1942 йылдың 22 февралендә Свердловск өлкәһенең Карпинск ҡалаһында тыуған.

1963 йылда Силәбе музыка училищеһын (баян класы, дирижерҙар К. С. Петров , Анохин П. М.) тамамлай.

1963—1970 йылдарҙа — Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтында (Беляков В. Ф. — баян класы, Б. П. Тевс — дирижерҙар класы) уҡый.

1964—1967 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Красноярск-26 ҡалаһында ВЛКСМ-дың 20-йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайында баянсылар оркестры дирижеры була.

1971—1973 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтында ассистентура-стажировка (баян класы фәнни етәксеһе Колобков С. М., Беляков В. Ф., методика — Егоров Б. М.) үтә.

1970—2003 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй: декан, уҡыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, сәнғәт институтының ансамбле етәксеһе.

2003—2013 йылдарҙа — музыка теорияһы һәм музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, баянсылар оркестры дирижеры, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ансамбль етәксеһе, 2013 йылдан профессор, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның музыка ҡоралдары һәм музыкаль-компьютер технологияһы кафедраһы ансамбле етәксеһе.

Музыкаль белем һәм сәнғәт өлкәһендә 150-нән ашыу юғары квалификациялы белгес әҙерләй. Улар араһында профессорҙар, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре, артистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаһы уҡытыусылары, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүселәре (оркестрҙар, ансамблдәр, солистар).

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ҙур мәҙәни-музыкаль сараларында ҡатнашыусы: Мәскәү ҡалаһында XII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1985), Башҡорт АССР-ының ГДР-ҙа (1986), Ҡаҙанда мәҙәниәт һәм сәнғәт көндәре (1989), СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә Советтар иленең Йәш сәнғәте (1989), Өфөлә Бөтә союз халыҡ музыкаһы фестивале (1994), Өфөлә Халыҡ-ара Аксаков Көндәре (1985—2003). Башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡорт АССР-ының композиторҙар союзы, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының концерт бригадаһы составында (3500-ҙән ашыу концерт бирә) сығыш яһап, айырыуса тыуған ил, милли һәм халыҡ музыкаһын пропагандалауҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә[1].

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар фондына яҙҙырылған инструментовкалар авторы. 70-тән ашыу башҡорт оркестр, инструменталь композиторҙар һәм халыҡ музыкаһы әҫәрҙәренең беренсе баҫмаһын һәм башланғыс, урта һәм юғары музыкаль белем алыу өсөн башҡа уҡыу-методик баҫмалар әҙерләй[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987)
  • Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) (2013)
  • Хеҙмәт ветераны миҙалы (1989)
  • «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилей миҙалы (1965)
  • «Мәскәү ҡалаһында XXII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивален әҙерләү һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн» Совет әҙерлек комитетының һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт билдәһе (1985)
  • Тула (1986), Ҡурған (2002) ҡалаларында Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты, Новосибирскиҙа Халыҡ-ара конкурс (2001), Ырымбурҙа (2002), Һарытауҙа (2005) Бөтә Рәсәй конкурсы, Өфөлә Халыҡ-ара конкурс лауреаты(2015)[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ағзаһы (1986—1989); Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министрлығының тарификация комиссияһы ағзаһы (1981—1989); РСФСР мәҙәниәт фондының Башҡортостан бүлексәһе идараһы ағзаһы (1981—1989); РСФСР Музыка йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе урынбаҫары (1986—1990); Башҡортостан Республикаһының музыкаль йәмғиәт йәмәғәт ойошмаһы идараһы ағзаһы (1992 йылдан алып).

1980—2013 йылдарҙа — халыҡ-ара, бөтә союз һәм республика конкурстары жюри ағзаһы[4].

Баянсы тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә
  • О работе кафедры музыкальных инструментов и теории музыки. Аудитория стала сценой // Аудитория. — 2008. — № 1—2 — январь. — С. 4.
  • Люди года: Башенев Валерий Алексеевич // Аудитория. — 2010. — № 19—20 — декабрь. — С. 2.
  • Валерий Башенев — педагог и музыкант // Аудитория. — 2012. — № 29—30 — май. — С. 2.
  • Рахимов Р., Сагадеева Р. Валерию Алексеевичу Башеневу — 70! // Народник. — 2012. — № 4 (80). — С. 61—65.
  • Платонова С. Валерий Башенев — музыкант, педагог, человек // Современные тенденции развития науки и технологий. Материалы ХIII Международной научно-практической конференции. — Белгород, 2016. — № 4—5. — С. 141—143.
  • Сагадеева Р. Заслуженная награда. О В. А. Башеневе // Бельские просторы. — 2014. — № 10 (191). — C. 148—153.
  • Валерий Башенев. Творческий портрет. К 70-летию со дня рождения / Составители: Р. Г. Рахимов, Р. Г. Сагадеева, И. Р. Левина. — Уфа : Изд-во БГПУ, 2012. — 100 с. — ISBN 978-5-87978-807-5[1][5]
  • [1][5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Валерий Башенев. Творческий портрет. К 70-летию со дня рождения / Составители: Р. Г. Рахимов, Р. Г. Сагадеева, И. Р. Левина. — Уфа : Издательство БГПУ, 2012. — 100 с., фото.
  2. Рахимов Р., Сагадеева Р. Валерию Алексеевичу Башеневу — 70! // Народник. — 2012. — № 4 (80). — С. 61—65.
  3. Дипломы 2016 йыл 14 март архивланған. // Башкирский государственный педагогический университет им.
  4. Деятельность кафедры музыкальных инструментов и теории музыки на 2003—2013 гг. Справочное издание. / Сост. В. А. Башенев, Н. М. Гарипова — Уфа : Изд-во БГПУ им. М. Акмуллы. — 70 с.
  5. 5,0 5,1 Вехи становления и развития Уфимской государственной академии искусств имени Загира Исмагилова: Информационно-справочный сборник / Автор проекта и отв. редактор-составитель Гарипова Н. Ф. — Уфа : РИС УГАИ им. З. Исмагилова, 2008. — 392 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә