Мәзитов Әмир Миңлевәли улы
Мәзитов Әмир Миңлевәли улы (5 июнь 1968 йыл) — рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010). Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры.
Мәзитов Әмир Миңлевәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 июнь 1968 (56 йәш) |
Һөнәр төрө | рәссам |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәМәзитов Әмир Миңлевәли улы 1968 йылдың 5 июнендә БАССР-ҙың Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуа
1995 йылда Өфө сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетын (профессор Э. М. Сәитов һәм доцент М. А. Назаров оҫтаханаһы), 1998 йылда — Өфө сәнғәт институты ҡарамағындағы Рәсәй художество академияһы аспирантураһын (педагогы — академик А. Ф. Лотфуллин) тамамлай.
1999 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәте кафедраһында эшләй, 2000 йылдан алып — кафедра мөдире, 2014 йылдан алып — һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор.
1996 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы, 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Галерея «Торн» (Вашингтон, АҠШ), Музей Л. Розенблюм (Тель-Авив, Израиль), Магнитогорск картиналар галереяһында, Яр саллы ҡалаһының картиналар галереяһында (ТР), Ырымбур өлкәһе һынлы сәнғәт музейында һаҡлана.
Картиналары
үҙгәртергә«Малай» (1992—1996), «Ҡарт һәм тәгәрмәс» (1996), «Пәйғәмбәр» (1994—2003), «Ғибрәтле хикәйәттәр» (1995—2003), «Атай» (1997—2000), «Ата-әсәләргә бағышлама» (1995—2000), «Эпос» (1999—2000), «Салауат тураһында» (1997—2004) һәм башҡалар; сериялары: «Плетеное небо» (1994—2000), «Сарсау» (1995—1997). Картиналары: «Ҙур балыҡ ситлеге» (1986), «Урал-батыр» (1997), «Рәссам-II», (2001—2007), «Ағас балы» (2003—2007) һ. б.
Күргәҙмәләре
үҙгәртергә1988 йылдан алып йәштәр, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.