Лавров Игорь Дмитриевич

Лавров Игорь Дмитриевич (Калуга, СССР, 15 март 1945 йыл) — урыҫ пианисы, уҡытыусы һәм композитор, Венесуэлала йәшәй. Әлеге ваҡытта Милли эксперименталь сәнғәт университетының фортепьяно кафедраһы профессоры (Каракас ҡалаһы, Венесуэла)[1].

Лавров Игорь Дмитриевич
рус. Игорь Дмитриевич Лавров
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 15 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Калуга, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө пианист
Эш урыны University of the Arts of Venezuela[d]
 Лавров Игорь Дмитриевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Карьераһының башы

үҙгәртергә

Игорь Дмитриевич Лавров 1945 йылдың 15 мартында Калугала профессиональ пианистар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе – Лаврова Галина Евгеньевна – фортепиано уҡытыусыһы, Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын тамамлаған. Оләсәһе — Лидия Федоровна Лазарева, Санкт-Петербург Консерваторияһын тамамлаған.

Биш йәшенән оләсәһе Лидия Лазарева менән фортепьянола шөғөлләнә башлай. Һигеҙ йәшендә беренсе тапҡыр концерт менән, ә ун йәшендә оркестр менән сығыш яһай.

1963 йылда С.И.Танеев исемендәге Калуга өлкә музыкаль колледжын тамамлай (Наталья Владимировна Юзефович класы[2]), ә 1970 йылда Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтын ((Гнесиндар исемендәге ГМПИ) (хәҙер Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы), маэстро Теодор Давидович Гутман класы[3] (Генрих Густавович Нейгауз уҡыусыһы).

1964—1967 йылдарҙа СССР оборона министрлығының генерал-майор Назаров Николай Михайлович етәкселегендә Айырым күрһәтмә оркестрында армияла (ОПОМО) хеҙмәт итә.

Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын тамамлағандан һуң бөтә группалаштары менән тиерлек (бөтә сығарылыш менән) нигеҙ һалыусы һәм музыка етәксеһе Исмәғилев Заһир Ғариф улы етәкләгән яңы асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтына (бөтә сығарыу) ебәрелә.

1970—1989 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй, унда махсус фортепьяно кафедраһы мөдире була.

1970—1973 йылдарҙа Дәүләт музыка-педагогия институтында ситтән тороп ассистентура-стажировка бүлегендә уҡый.

Йәшлек дуҫы һәм коллегаһы пианист Монастырский Вадим Наумович (хәҙер профессор Иерусалим музыкаһы һәм бейеүе академияһы) менән бергә 11 ноябрҙә Өфөлә Гутман Теодор Давидовичтың тыуған көнөндәге концерттар күп йыллыҡ традицияға әйләнә һәм күп һанлы тамашасыны йыя.

1977—1980 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығы юлламаһы буйынса Дакар ҡалаһында Сенегалдың Милли консерваторияһында эшләй.

1985 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы исемен ала.

1989 йылда уны Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтына саҡыралар, 1993 йылға тиклем шунда эшләй.

Игорь Лавров мастер-кластар менән СССР-ҙа, Германия, Франция, Сенегал, АҠШ һәм Гамбияла (Crossroad School, California State University, University of Southern California) сығыш яһай. Музыкант башҡарыусыларҙың төрлө милли һәм халыҡ-ара конкурстарында жюри ағзаһы сифатында ҡатнаша.

1991—1992 йылдарҙа Лос-Анджелеста Southwestem Youth Music Festival жюри составына инә, Dominguez Hill, Ambassador Auditorium һәм The Maestro Foundation концерт менән сығыш яһай[4].

1993—хәҙерге ваҡыт

үҙгәртергә

1993 йылдан маэстро Хосе Антонио Абреу саҡырыуы буйынса Венесуэлала йәшәй һәм эшләй. Милли эксперименталь сәнғәт университетының фортепьяно кафедраһы профессоры, (Каракас, Венесуэла)[5]. Уның уҡыусылары күп һанлы милли һәм халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстарҙың лауреаты була.

Солист сифатында Венесуэлала Симон Боливар исемендәге симфоник оркестр, Гран Марискаль де Аякучо оркестры, Милли филармония оркестры һәм Каракастың Муниципаль оркестры менән сығыш яһай.

1993 йылда саҡырылған артист сифатында Чайковский фестивалендә, 1997 йылда Халыҡ-ара скрипка музыкаһы фестивалендә, 1998 йылда Каракаста Монпелье фестивалендә, 1999 йылда IV кларнет фестивалендә, 1998 йылдан 2001 йылға тиклем IUDEM фестивалдәрендә, 1999 йылда Венесуэлала Товар Колонияһында Халыҡ-ара камера музыкаһы фестивалендә, Каракаста йыл һайын уҙған рус музыкаһы фестивалдәрендә (2010 йылдан) сығыш яһай. Венесуэлала “Harriet Serr”, “Sylvia Eisenstein” һәм “Yamaha” конкурстарында жюри булып ҡатнаша.

2012 йылда Каракаста ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында эшләгән Хорхе Серрано Сәнғәт мәктәбендә Игорь Лавровтың концерт залы асылған[6].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Триптих: прошлое, настоящее и будущее для фортепиано к фотовыставке венесуэльской артистки Лидии Фишер (1997)
  • Ноктюрн для левой руки (2003)
  • Прелюдия и Фуга для фортепьяно (2008)
  • Романс для скрипки и фортепьяно (2010)

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Елена Свертилова, Диана Хисмәтова, Лилиә Валямова, Войтин Анатолий, Рөстәм Шәйхетдинов, Natasha García, Alí Rafael Durán, Alla 2022 йыл 4 октябрь архивланған. Pushnenkova 2022 йыл 4 октябрь архивланған., Javier Bracho, Patrice Laré, Luis Parés-Reina[7], Ana Laura Manero, Adolfo Vidal һ. б.

Ҡыҙы – Елена Игоревна Лаврова, пианист, Рәсәйҙең Обнинск ҡалаһында йәшәй.

Ҡатыны – Гөлнара Ғәлимшина, пианист, фортепиано уҡытыусыһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Каждый раз я должен играть по-новому // http://obninsk-discovery.ru/malaya-rodina/kazhdyij-raz-ya-dolzhen-igrat-po-novomu.html 2019 йыл 20 август архивланған.
  2. Калужский областной музыкальный колледж им. С.И. Танеева // http://www.taneev40.ru/page/history 2021 йыл 16 май архивланған.
  3. Музыкальный фестиваль - к столетию Теодора Гутмана (08.11.2005) // https://tvkultura.ru/article/show/article_id/54965/ 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.
  4. Timothy Mangan (Aug. 7, 1992). «Music Reviews: Lavrov Masterful in Ambassador Recital». Los Angeles Times // https://www.latimes.com/archives/la-xpm-1992-08-07-ca-4641-story.html
  5. Elizabeth García (25 febrero, 2019). «Dos rusos que estimulan la práctica del piano en Venezuela». Correo del Orinoco // http://www.correodelorinoco.gob.ve/dos-rusos-que-estimulan-la-practica-del-piano-en-venezuela/
  6. La Embajada de Rusia se une a las felicitaciones con motivo del 5 aniversario del Salón de conciertos Igor Lavrov // https://venezuela.mid.ru/-/la-embajada-de-rusia-se-une-a-las-felicitaciones-con-motivo-del-5o-aniversario-del-salon-de-conciertos-igor-lavrov?inheritRedirect=true
  7. Luis Parés Biography // http://luis-pares.com/

Һылтанмалар

үҙгәртергә