Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец
(Зарипов Ғәбделхай Әхәт улы битенән йүнәлтелде)

Зарипов Ғәбделхай Әхәт улы (27 август 1923 йыл — 24 апрель 2020 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1][2]. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Татарбай, Мишкә районы
Вафат булған көнө 24 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Кесе Нәкәрәк, Мишкә районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө экспедитор
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы генерал Шайморатов ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәбделхай Әхәт улы Зарипов 1923 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Татарбай ауылында игенсе ғаиләһендә тыуа, 1930 йылда Татарбай башланғыс мәктәбенең 1-се класына уҡырға инә.

Ғәбделхәй Зарипов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[3] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)[4] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)[1]. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр. Ғәбделхай Әхәт улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр[5] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021). Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте дауаланырға тыуған яғына ҡайтаралар. Әммә өйҙә ятыу уға тынғылыҡ бирмәй, ул тағы ла военкомат юлын тапай. 1943 йылда уны данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Туймазы станцияһындағы запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ айҙан егет сапер батальоны составында фронтҡа ебәрелә. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. Шулай уҡ Висла, Одер, Варта, Көньяҡ Буг йылғаларын, Освенцим концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр хәрби операцияларҙа була[6].

Һуғышты Берлиндың үҙендә тамамлай. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. «Рәфәнде» совхозында экспедитор булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ғаилә хәле

үҙгәртергә

Һуғыштан ҡайтҡас, ғаилә ҡора. 1965 йылдан Зариповтар ғаиләһе Кесе Нәкәрәк ауылында йәшәй. Тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә