Залыгин Сергей Павлович
Залыгин Сергей Павлович (23 ноябрь 1913 йыл — 19 апрель 2000 йыл) — рус совет яҙыусыһы. 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1991), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1948). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1968), Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (2000) лауреаты
Залыгин Сергей Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 ноябрь (6 декабрь) 1913[1][2] или 6 декабрь 1913[3] |
Тыуған урыны | Сухаревка, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 19 апрель 2000[4][3][2] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, инженер, журналист, новеллист |
Эш урыны | П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы |
Жанр | роман, повесть[d], хикәйә һәм публицистика[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Залыгин Сергей Павлович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә- Сергей Павлович Залыгин 1913 йылдың 23 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[5] Сухаревский ҡасабаһында тыуған.
- 1939 йылда Омск ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1948 йылда «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
- 1970 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй: М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыта.
- 1986—1998 йылдарҙа «Новый мир» журналының баш мөхәррире. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары.
Ижады
үҙгәртергә«Тоҙло япраҡ һуты» («Соленая падь»; 1967), «Комиссия» (1975), «Дауылдан һуң» («После бури»; 1985) роман-хроникалары революциянан һуңғы Себерҙең нығыныу этаптарына арналған. «Экологик роман» («Экологический роман», 1993), «Һайлау ирке» («Свобода выбора»; 1996) романдарында, «Фамилиялаштар» («Однофамильцы»; 1995) повесында совет осоронан һуңғы ысынбарлыҡ үҙенең социаль-психологик типтары һәм йәмғиәт коллизиялары менән һүрәтләнә. Рус яҙыусылары ижадына арналған әҙәбиәт ғилеме буйынса эштәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988);
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1968);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000);
- Ленин ордены (1971);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1964);
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 3,0 3,1 ЗАЛЫГИН Сергей Павлович // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 19—23. — ISBN 5-94848-262-6
- ↑ Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Сухаревка ауылы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Залыгин Сергей Павлович . «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Залыгин Сергей Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.