Зенькова Ефросинья Савельевна

(Ефросинья Савельевна Зенькова битенән йүнәлтелде)

Зенькова Ефросинья Савельевна (бел. Ефрасіння Савельеўна Зянькова; 22 декабрь 1923 йыл — 19 апрель 1984 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, йәшерен ойошма ағзаһы, Оболь «Йәш үс алыусылар» йәшерен комсомол ойошмаһы секретары. Советтар Союзы Геройы (1.07.1958).

Зенькова Ефросинья Савельевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 22 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Шумилинский район[d], Витебская область[d], Беларусь
Вафат булған көнө 19 апрель 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Витебск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Мазуринское кладбище[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Ефросинья Савельевна Зенькова 1923 йылдың 22 декабрендә Витебск өлкәһе Шумилинский районының Ушалы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте белорус. 1945 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Урта мәктәпте һәм ФЗО мәктәбен тамамлағандан һуң, тегеү фабрикаһында эшләй.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Партияның йәшерен район комитеты һәм К. Е. Ворошилов исемендәге партизан отряды етәкселеге составында эшләй. Подпольщиктар Оболь ҡала тибындағы биҫтәлә (Шумилинский районы) урынлашҡан дошман гарнизоны тураһында мәғлүмәт ала. Улар 21 диверсия операцияһын тормошҡа ашыра, шулар араһында: электр станцияһы шартлатыла, етен һәм кирбес заводтары сафтан сығарыла, станция келәттәрендә Германияға оҙатырға әҙер торған ике мең тонна етен яндырыла.

1943 йылдың 28 авгусында йәшерен комсомол ойошмаһында тороусыларҙы күпләп ҡулға алалар, күп кенә подпольщиктар атып үлтерелә. Ҡулға алыуҙар башланыр алдынан Зенькова партия район комитеты ҡушыуы буйынса Галушанино разъезына алыҫ сәфәргә киткән була. Ҡайтып еткәс, ҡулға алыуҙар хаҡында ишетә һәи тура партизан отрядына юллана.

СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 1 июле указы менән Зенькова Ефросинья Савельевнаға, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 11112) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Витебск ҡала хәрби комиссариатында эшләй. 1984 йылдың 19 апрелендә вафат була.

Витебск ҡалаһының Мазуринский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Витебск өлкәһе Шумилинский районы Оболь ҡала тибындағы ҡасабала подпольщиктарға һәйкәл ҡуйылған.
  • Е. С. Зенькованың Награда документтары комплексы һәм наградалары Республика Дан музейы экспозицияһында урынлаштырылған.
  • Минск ҡалаһының 41-се мәктәбе янында Оболь подпольщиктарына һәйкәл-обелиск ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Хазанский В. Во главе юных подпольщиков // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә