Дар әл-ислам
Дар әл-ислам (ғәр. دار الإسلام — ислам территорияһы; рус. Дар аль-исла́м) — мосолман дини законы ғәмәлдә булған һәм мосолмандар сәйәси өҫтөнлөк иткән территорияларҙың традицион мосолман атамаһы.
Дар әл-ислам | |
Ҡапма-ҡаршыһы | Дар әл-хәрб |
---|
Тасуирламаһы
үҙгәртергәДар әл-исламға ҡапма-ҡаршыһы — Дар әл-куфр (көфөрлөк территорияһы) йәки Дар әл-хәрб (һуғыш (хәрби) территорияһы). Был термин каноник түгел, Ҡөрьәндә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтендә телгә алынмай, һәм тәүге тапҡыр хәнәфи мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы имам Әбү Хәнифә тарафынан файҙаланыла[1].Дар әл-исламда мосолман булмаған әһле әз-зимми« тигән классификацияға тура килгән кешеләр йәшәүе мөмкин [2].
Хәнәфи мәҙһәбендә, судья (ҡаҙый) ислам закондары буйынса хөкөм иткәндә, ә мосолмандар һәм зиммиҙәр яҡлаулы булғанда , кафырҙар яулап алған территория Дар әл-ислам булып ҡалыуы ихтимал, тип иҫәпләй. Күпселек юристар фекеренсә, ислам биләмәһендә ислам хоҡуғы мосолман булмағанға алмаштырылһа, ул һуғыш территорияһына (Дар әл-хәрб) әүерелә[3].
Ҡулланылышы
үҙгәртергәКолониаль осорҙа колониялға әүерелгән территорияларҙың статусы тикшерелә. Һиндостан мосолмандары Британия Һиндостаны Дар әл-хәрбтең бер өлөшө, шуға күрә инглиздәргә ҡаршы йыһат алып барырға тейеш, тип һанаған. Ислам тәғлимәтселәре колониялаштырылған Алжирҙы Дар әл-хәрб тип һанаған, шуға күрә Дар әл-исламға һижрәт тураһында бәхәстәр килеп тыуған[4].
Хәҙерге ваҡытта «дар әл-ислам» термины башлыса мосолмандар йәшәгән донъяуи дәүләттәргә ҡарата ла ҡулланыла"[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Исламда донъя бүленеше
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Исламская политика глазами известных ученых . islamnews.ru (5 июль 2006). Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 2 декабрь 2013 года.
- ↑ Ньюби, 2007
- ↑ Dar al-Harb . Oxford Islamic Studies Online. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 13 декабрь 2013 года.
- ↑ Dar al-Islam . Oxford Islamic Studies Online. Дата обращения: 13 декабрь 2013. Архивировано 22 ғинуар 2021 года.
- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 47
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- урыҫ телендә
- Али-заде, А. А. Дар аль-ислам и Дар аль-харб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Ионова А. И. Современный ислам и панисламизм // Вопросы научного атеизма. Вып. 39 / Редкол. В. И. Гараджа (отв. ред.) и др.; Акад. обществ. наук ЦК КПСС. Ин-т научного атеизма. — М.: Мысль, 1989. — С. 120—139. — 335 с. — 18 870 экз.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
- башҡа телдәрҙә
- Melis N. Trattato sulla guerra. Il Kitāb al-ğihād di Molla Hüsrev, Cagliari, Aipsa, 2002.
- Ventura A. (итал.)баш., «L’Islam sunnita nel periodo classico (VII—XVI secolo)», in Islam, a cura di G. Filoramo, Roma-Bari, Laterza, 2007, pp. 77-202.