Дүҫән

(Дюсяново битенән йүнәлтелде)

Дүсән (рус. Дюсяново) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 413 кеше булған[3]. Почта индексы — 452058, ОКАТО коды — 80212813002.

Дүҫән
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бикҡол ауыл Советы (Бишбүләк районы)
Халыҡ һаны 496 кеше (2002)[1],
483 кеше (2009)[1],
413 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452058
Урындағы телефон коды 34743
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 413 197 216 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 28 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Биҡҡол): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приютово): 68 км

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Дүҫән — Күл-Иле-Мең улусының аҫаба ерендә керҙәш башҡорттар ауылы. 1856 йылда дүҫәнлеләр, айытлылар кеүек үк, үҙҙәренең сығышы тураһында, бынан 90 йыл элек Минзәлә өйәҙенә ҡараған, Ҫарылы-Мең улусы Һарыһаҙ-Тәкермән ауылынан 6 йыл элек күсеп килеүҙәре тураһында һөйләйҙәр. Тәүге килеп ултырыусы Һөйәрбай һәм Һөйөш Дүҫәновтарҙың улдары Дүҫәндәге ауылдаштары Биктимер Йосопов һәм Әли Ишмәтов кеүек, Нуғай даруғаһы Ҫарайлы-Мең улусының Айыт, Рахманғол ауылындағы башҡа башҡорттар менән бергә, 1770 йылдың 16 сентябрендәге килешеү яҙмаһына ярашлы,Күл-Иле-Мең улусы аҫабалары тарафынан индереләләр. Был килешеү күптән башҡарылған керҙәшлекте (1753 йылдағы) нығыта. Ошо уҡ йылда Дүҫән ауылы, хәйер, Айыт ауылы ла барлыҡҡа килгән дә инде. 1781 йылдың 1 мартынан 12 июненә тиклем башҡорттарҙың яңы төркөмдәрен индергән килешеүҙәр ҙә билдәле.
1843 йылда 148 башҡортҡа 96 бот ужым һәм 100 бот яҙғы иген сәселә. 1917 йылда 122 йортҡа 1022 дисәтинә һөрөлгән ер тура килгән. 30 ихата сәсеү майҙанының 4 дисәтинәһен алған,40 ихата- 10, 20-һе — 15 дисәтинәгә тиклем, тағы 20-һенең 15-тән ашыу йорто булған. 6 йорт хужаһында бер ниндәй ҙә сәсеүлек булмаған.[4]

Урам исемдәре

үҙгәртергә
  • Интернациональ урамы, (рус. Интернациональная(улица))
  • Кәрим Хәкимов урамы, (рус. Карима Хакимова(улица))
  • Ҡулса урамы, (рус. Кольцевая(улица))
  • Яҡты таң урамы, (рус.  Светлая Заря (улица))
  • Йәштәр урамы, (рус. Молодежная(улица))
  • Тау аҫты урамы , (рус. Подгорная (улица)
  • Үҙәк урамы , (рус. Центральная (улица))[5]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә