Дыуанкүл (ауыл)
Дыуанкүл (рус. Дуванкуль) — Силәбе өлкәһенең Уйылға районы составына ингән ауыл. Рождественское ауыл биләмәһенә инә.
Дыуанкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рождественское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
479 кеше (2002)[2], 501 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 457018 |
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылда әлеге көндә күпселек урыҫтар йәшәһә лә, атама эргәләге башҡортса дыуан һәм күл һүҙҙәренән яһалған Дыуанкүл гидронимынан алынған. Билдәле булыуынса, дыуан - башҡорт ҡәбиләләренең береһе[4].
Климаты
үҙгәртергәКлиматы уртаса континенталь. Бында һауа торошо бик үҙгәреүсән, сөнки Урал тауҙары Рәсәйҙең Европа өлешөнән килгән һауа массаларын индермәй, шуға күрәбында һалҡын Арктика һауаһы ла, эҫе Урта Азия һауа массалары ла еңел үтә. Һөҙөмтәлә, һава шарттары ҡапыл үҙгәреп тороусан.
Халҡы
үҙгәртергә1795 | 1873 | 1889 | 1926 | 1970 | 1995 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|
142 | 509 | 639 | 993 | 411 | 485 | 501 |
Халыҡ һаны динамикаһы:
Дөйөм демографик күрһәткестәр[5] | |||||
Дөйөм халыҡ һаны | 2010 йылға енес составы | ||||
2002 | 2010 | ир-ат | ҡатын-кыҙ | ||
480 | 501 | 235 | 266 |
2002 йылғы йәниҫәп буйынса күпселек халҡы: урыҫтар (92%).[6]
Географияһы
үҙгәртергәУйылға районының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Өлкә үҙәге Силәбегә тиклем алыҫлығы 99 км, район үҙәге Уйылғаға тиклем 28 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Рождественка) 16 км[7]
Рельеф
үҙгәртергәЯрымтигеҙлек майҙандар (Урал аръяғы пенеплены). Ауылдың төньяҡ өлөшөндә шул уҡ исемдәге күл - Дыуанкүл урынлашҡан, көньяҡ-көнбайыш яғында- урмандар, көнсығыш өлөшөндә - урманлы дала. Иң яҡын ҡалҡыулыҡтар диңгеҙ кимәленән 223 һәм 226 метр бейеклектә.
Тарихы
үҙгәртергә18-се быуаттың икенсе яртыһында өлкәнең Кичигин ҡәлғәһенән күсенгән казактар нигеҙ һалған. 1840 йылдан һуң Дыуанкүл Ырымбур казак ғәскәренең Түбәнге Уйылға станицаһына беркетелгән. 1889 йылд ауылда таш сиркәү була, ХХ быуат башында 3 мәктәп асыла һәм тирмән эшләй. 1929 йылда Буденный С.М. исемендәге колхоз ойошторола. Колхоз 4896 гектар ер эшкәртә, 1960-сы йылдарҙа 5-се бүлексәһе булараҡ Рождественский совхоз составына инә.
Инфраструктураһы
үҙгәртергәДыуанкүлдән күрше ауылдарға шоссе, грунт юлдар һалынған. Ауылда 7 урам., мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто һәм китапхана бар.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Дуванкуль // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 122. — ISBN 5-86066-017-0
- ↑ Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йыл 2 апрель архивланған..
- ↑ 2002 йылгы йәниҫәп алыу базаһы. 2018 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ Энциклопедия челябинской области 2019 йыл 22 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Челябинская область
- Культурно историческое наследие села 2019 йыл 22 март архивланған.