Дыуанкүл

Силәбе өлкәһе

Дыуанкүл- (рус. Дуванкуль, Дуван-Куль, Большой Дуван-Куль) — Силәбе өлкәһендәге Хомутинино ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ һәм Дыуанкүл ауылынан төньяҡтараҡ урынлашҡан тоҙло күл. Күлдең күп өлөшө өлкәнең Уйылға районы Рождественское һәм Хомутинино ауыл биләмәләре ерҙәрендә урынлашҡан. Бәләкәйерәк өлөшө  — Эткүл районы Ҡаратабан ауыл биләмәһендә майҙан биләй.Мейәс йылғаһы бассейнына ҡарай [2][3][4]

Дыуанкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Гидроним

үҙгәртергә

Күлдең атамаһы дыуан тигән башҡорт ҡәбиләһе + күл һүҙе ҡушып яһалған[5].

Тасуирлама

үҙгәртергә

Һыу киҫелеше диңгеҙ кимәленән 211,3 м бейеклектә булғанда һыу майҙаны 61,5 км² тәшкил итә. Максималь тәрәнлек — 4,2 м, уртаса — 1,9 м

Күл тирәләй ҡарағай һәм ҡайын урмандары үҫә, бигерәк тә көньяҡ-көнбайыш яр урмандарға бай.

1950 йылда Дыуанкүл төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Оло Һарыкүлгә канал менән тоташтырылғанға тиклем уның майҙаны 40 км² булған. 1990-сы йылдар башында каналды япҡандан һуң ул ваҡыты-ваҡыты менән генә файҙаланыла, шуға күрә хәҙер күлде туйындырып торған төп сығанаҡтар - ер аҫты һыуҙары һәм ташҡын ваҡытында инеп ҡалған һыу.

Күлдә хужалыҡ маҡсатында балыҡ тотола, ул шуның менән әһәмиәтле

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Дуванкуль // Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008. Т. 2. — Д—И. — С. 196. — ISBN 978-5-88771-072-3
  3. Дуванкуль // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 122. — ISBN 5-86066-017-0
  4. Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  5. Шувалов Н. И. Дуван-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Топографические карты

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Дуванкуль // Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008. Т. 2. — Д—И. — С. 196. — ISBN 978-5-88771-072-3
  • Шувалов Н. И. Дуван-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.