Дубинда Павел Христофорович
Павел Христофорович Дубинда (12 (25) июль 1914 йыл — 22 октябрь 1991 йыл) — 293-сө гвардия уҡсылар полкының ротаһы старшинаһы, Дан орденының тулы кавалеры булған дүрт Советтар Союзы Геройының береһе.
Дубинда Павел Христофорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 (25) июль 1914 |
Тыуған урыны | Геройское[d], Херсонский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 октябрь 1992 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Херсон, Украина |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | войсковой старшина[d], старшина[d] һәм боцман[d] |
Һуғыш/алыш | Одесская оборона[d], Оборона Севастополя[d] һәм Восточно-Прусская операция[d] |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Дубинда Павел Христофорович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПавел Христофорович Дубинда (Прогнои) ауылында (хәҙерге Херсон өлкәһе Голопристанск районының Геройское ауылы) тыуа. Украин. Мәктәп тамамлағандан һуң балыҡсылыҡ колхозында эшләй.
1936 йылда хәрби-диңгеҙ флотына саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. «Червона Украина» крейсерында хеҙмәт итә, Одессаны һәм Севастополде обороналауҙа ҡатнаша[1]. Севастополь оборонаһы ваҡытында крейсер авиабомбанан зыян күрә һәм экипажҡа карапты ҡалдырырға бойороҡ була. Павел Дубинда ноябрҙән диңгеҙ пехотаһының 8-се бригадаһында һуғыша. Оборонаның һуңғы көнөндә контузия ала һәм әсирлеккә эләгә. Хәрби әсирҙәр лагерҙарында була һәм һәр ерҙә ҡасырға тырыша. Уңышлы ҡасҡандан һуң 1944 йылдың мартынан ҡабат РККА-ла. 293-сө гвардия уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
1944 йылдың 8 авгусында Скорупка (Skorupki, Польша, Соколув-Подлясский өйәҙе) ауылы өсөн алышта отделение менән командалыҡ итеп, рядовой Павел Дубинда дошман траншеяларына беренсе булып бәреп инә һәм ете дошман һалдатын юҡ итә. 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (1944 йылдың 5 сентябре).
1944 йылдың 20 авгусында Мостувка тимер юл станцияһы (Польша, Вышкувский өйәҙе) өсөн алыштарҙа взвод командиры кесе сержант Дубинда станцияға һөжүм итә һәм унан дошманды ҡыуып сығара. Алыштарҙа рота командиры яраланғас, Павел Дубинда уны алмаштыра һәм, үҙе лә яраланыуға ҡарамаҫтан булған, командалыҡ итеүен дауам итеп, хәрби бурысты үтәүҙе тәьмин итә. Был һуғышта ул үҙе шәхсән 10 дошман һалдатын үлтерә. 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (1944 йылдың 5 октябре).
1944 йылдың 22-25 октябрендә Шталлупенять (хәҙер Калининград өлкәһенең Нестеров ҡалаһы) ҡалаһы эргәһендәге Пешикен (Көнсығыш Пруссия) ауылы өсөн алышта рота страшинаһы Павел Дубинда, взвод менән командалыҡ итеп, беренсе булып дошман траншеяларына инә һәм дошмандың 4 һалдатын юҡ итә, бер офицерҙы әсирлеккә ала. 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (1945 йылдың 24 марты).
1945 йылдың 29 июнендә Павел Дубинда Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
1945 йылдың авгусында демобилизациялана.
1992 йылда Херсон ҡалаһында вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- «Алтын Йондоҙ» миҙалы;
- Ленин ордены;
- 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены ;
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- Дан орденының тулы кавалеры;
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ На мить до смерті. В книге: Юрий Работин. Золотое кольцо Победы. — Одесса: Печатный дом, Друк Пивдень, 2012, — С. 71—73.
Һылтанмалар
үҙгәртергәДубинда Павел Христофорович . «Герои страны» сайты.