Джугджур ҡурсаулығы
«Джугджур» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Государственный природный заповедник «Джугджу́рский») — Охот диңгеҙе ярындағы ҡурсаулыҡ, Хабаровск крайының Аяно-Майский районы территорияһында, 1990 йылдың 10 сентябрендә ойошторола.
«Джугджур» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 859 956 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 10 сентябрь 1990 йыл |
Урынлашыуы | |
57°06′15″ с. ш. 138°15′26″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
djugdjur.ru | |
Джугджур ҡурсаулығы Викимилектә |
Дөйөм майҙаны — 859 956 гектар. Шул иҫәптән һыу майҙаны — 53 700 гектар. Буфер зонаһының майҙаны 252 500 гектар тәшкил итә. Ул — Хабаровск крайының алты ҡурсаулығы араһында иң ҙуры.
Географияһы
үҙгәртергәӨс кластеры бар: «Джугджур», «Яр буйы», «Мальмин утрауҙары». Уларҙың икәүһенең яр буйы һыҙаты бар:
- Нурки ярымутрауы;
- Укой мороно;
- Улькан мороно;
- Эйкан мороно.
Яр буйы сиге Джуджур ҡурсаулығы ҡултыҡтарына ҡарай:
- Алдома;
- Улькан;
- Болчикан;
- Фёдора.
Ҡурсаулыҡ территорияһы Яр буйы һыртының көньяҡ өлөшөн һәм Джуджур һыртының үҙәк өлөшөн үҙ эсенә ала.
Флораһы
үҙгәртергәҮҫемлектәрҙең 480 төрө үҫә, шуларҙың 10-ы эндемик. Көнсығыш битләүҙәрендә — аҡһыл ылыҫлы тау тайгаһы, кедр урманы, һөҙәк көнбайыш битләүҙәрендә Аян шыршыһы урмандары бар.
Ҡурсаулыҡта үҫкән үҫемлектәрҙең алты төрө Рәсәй Ҡыҙыл китабына индерелгән — аян бесәй үләне, кәкүк ситеге, һуғанбашлы калипсо, ҙур япраҡлы бородиния һәм алһыу алтын тамыр[1].
Фаунаһы
үҙгәртергәФаунаһында 211 төр хайуан иҫәпләнә. Һөтимәрҙәрҙең 42 төрө, ҡоштарҙың 166 төрө (шуларҙың 126-һы бында оя ҡора), ярғанаттарҙың 4 төрө бар. Яр буйында диңгеҙ һөтимәрҙәре туплана.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына диңгеҙ арыҫланы һәм ҡоштарҙың 14 төрө индерелгән: ҡара ҡауҙы, бәләкәй аҡҡош, сәңкелдәк ҡаҙ, клоктун, диңгеҙ бөркөтө, аҡ яурын(лы) сал бөркөт, бөркөт, сапсан, ҡарсыға, кәлмәргән, дикуша, өкө һәм балыҡсы өкө[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Красная книга . Сайт заповедника. Дата обращения: 26 февраль 2017. Архивировано из оригинала 27 февраль 2017 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт
- Джугджурский заповедник на сайте «ООПТ России»